Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2018, 18:37

Башҡортостанда 745 кеше талпандарҙан зыян күргән

10 майға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 745 кеше талпандан зыян күреп, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 1,3 тапҡырға аҙыраҡ (2017 йылда – 1003 осраҡ).

Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән сирләү осраҡтары асыҡланмаған.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә 1,387 мең гектар парк һәм урман талпандарҙан эшкәртелгән, ошо майҙандың 187 гектары Өфөгә тура килә. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 3,8 мең гектар майҙанды акарицидлы эшкәртеү күҙаллана.
Талпан ҡорбаны булмаҫ өсөн нимә эшләргә — ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалындауҡығыҙ. Талпанды тикшереү өсөн лабораториялар исемлеге һылтанма буйынса. "Башинформ".
Читайте нас: