Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2018, 18:35

Баш ҡалала «Хәсәниә» мәҙрәсәһе мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән

Өфөләге Өсөнсө йәмиғ мәсете эргәһендәге «Хәсәниә» мәҙрәсәһе мәҙәни мираҫ объекттарының бәрҙәм дәүләт реестрына индерелгән. Тейешле бойороҡ республиканың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында баҫылған.

Таҡта ярыу урамы, 34 адресы буйынса урынлашҡан ике ҡатлы кирбес бина уҙған быуат башында мосолмандар аҡсаһына төҙөлгән, элек ул асыҡланған мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелгән. «Архзащита Уфы» хәрәкәте әүҙемселәре һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәре иҫке бинаны һаҡлап ҡалыуға ҡарата шик белдергәйне – эргәлә генә «Иҫке үҙәк» торлаҡ комплексы төҙөлә.
Документҡа ярашлы, мәҙрәсә биләмәһендә капиталь төҙөлөш алып барыу, шулай уҡ объекттың бөтөнлөгөн боҙған һәм уға емерелеү йәки юҡҡа сығарыу хәүефе тыуҙырған эшмәкәрлек тыйыла. "Башинформ".
Читайте нас: