Уны, 18 йәшлек егетте, 1942 йылдың майында фронтҡа ебәрәләр. Бер нисә ай уҡыу часында үтә. Артабан кесе сержант званиеһында яңы ғына хәрби хеҙмәткә алынған егеттәрҙе үҙе уҡыта башлай. Фронтҡа 1943 йылдың авгусында алына. Пулеметсы сифатында Брянск эргәһендә алыша. Яңы ғына Курск дуғаһында ғәйәт ҙур алыш була. Беҙҙең ғәскәрҙәр ҡаршы һөжүм әҙерләй башлай. Әммә аяуһыҙ алыштарҙың береһендә Мөхәмәтшин ҡаты яралана. Госпиталдән һуң – йәнә фронтҡа.
Бер ваҡыт, Маренбург ҡалаһында ҡәлғәне ҡамауға алған ваҡытта, Шәмсетдин һәм уның пулеметсы иптәштәре һиҙҙермәй генә дошмандың ут нөктәһенә яҡын килеп, уны юҡ итә. Был үҙ роталарына алға китергә һәйбәт мөмкинлек була.
Әммә, уның иптәштәренең күбеһе яу яланында ятып ҡала. Мөхәмәтшин йәнә пулеметҡа тотона һәм егерменән ашыу немецты юҡ итә.
Ошондай ҡыйыулыҡ күрһәткән осраҡтар күп була. Пулеметсылар һәр саҡ мөһим участкаларҙа алыша.
II һәм III дәрәжә Дан ордендары менән наградланған Мөхәмәтшин Германияға тиклем барып етә. Иҫән ҡалғаны өсөн ул үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй. Сөнки яу яланында уның бихисап иптәштәре башын һала.
... Поезд Мәскәүгә барып етә. Артабан – юл Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа. Һәм бына ул, тыуған Стәрлебаш ауылы.
Бер аҙнанан Шәмсетдин Сәләхетдин улы эшкә урынлашырға бара. Артабан уның хеҙмәт эшмәкәрлегенең мөһим өлөшө район үҙәгенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһында үтә.
Фото фронтовиктың ҡыҙы Әлфиә Савинаның ғаилә архивынан.