Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2018, 13:27

Аҡһаҡалға - 90 йәш

Яҙҙың ошо көндәрендә Мәүлетҡоловтар йортонда байрам мөхите хөкөм һөрҙө. Рауил Миңлебай улын юбилейы менән ҡотларға балалары һәм туғандары йыйылды.

Беҙҙең хөрмәтле аҡһаҡалыбыҙ Үрге Аллағыуат ауылының иң осонда, Ашҡаҙар йылғаһы эргәһендә йәшәй. Ул тыл ветераны. «Минең тормошомдо, беҙҙең ул йылдарҙа күргәнде яҙһаң, китап биттәре етмәҫ!», - ти ул.

Һуғыш башланғанда уға ни бары 13 йәш була. Атай-олатайҙар фронтҡа киткәс тап шундай үҫмерҙәр Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн колхоз эшендә лә, өйҙә лә донъя йөгөн тарта. Рауил ағай ҙа, бер ниндәй ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмай, дәһшәтле ауыр йылдарҙа нимә ҡушалар, шуны намыҫлы башҡара.

Һуғыштан һуң уны фабрика-завод уҡыу мәктәбенә ебәрәләр, шунан армияға алына. Алты йылдан ашыу ул Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәй. Артабан һаулығы буйынса морякты Уссурийск ҡалаһына ебәрәләр, унан хеҙмәтен Ҡаҙағстанда дауам итә. Тыуған ауылына уҙған быуаттың илленсе йылдар уртаһында ғына ҡайтырға насип була.

Колхозға шул ваҡытта эшсе ҡулдар талап ителә. Кисәге һалдатҡа ышанып трактор тапшыралар. Бер аҙ ваҡыттан яуаплы Рауилды бригадир итеп тәғәйенләйҙәр. Шулай итеп, ул тыуған ауылында төпләнә.

Армиянан ҡайтҡас, йәш егетте оҙаҡ йөрөтмәй генә өйләндерәләр. Тормош иптәше Хөршиҙә инәй менән улар ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙерге көндә балалары үҙҙәре өләсәй - олатай. Әммә Хөршиҙә инәйгә бүлә-бүләсәрҙәрен күрергә насип булмай, ун дүрт йыл элек гүр эйәһе була.

Рауил ағай әле лә йәштәр кеүек ер һелкетеп атлап йөрөй, ҡош-ҡорт, хатта ҡаҙ ҙа үҫтерә.

- 80 йәшкә тиклем мин ҡартлыҡтың нимә икәнен дә белмәнем. Мал да аҫраным, һуңғы осорҙа ғына мал тоторға хәл етмәй башланы, - ти ғүмере буйына бер тапҡыр тәмәке тартып ҡарамаған, иҫерткес эсемлектәрҙе йәне һөймәгән ағай. - Мине һаман йәшәтә бит әле, ҡайһы берҙә уҙған ғүмерҙе барлап ултырам да: «Был тиклем йәшәмәйҙәрҙер инде, мине яңылыш исемлектән төшөрөп ҡалдырғандарҙыр», - тип көлә шуҡлығын юғалтмаған тыл батыры.

Күптән түгел ветеранды район хакимиәте һәм урындағы ауыл биләмәһе вәкилдәре 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡотлап, ҡотлау открыткалары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Беҙ ҙә ауылдаштар исеменән аҡһаҡалға сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.

Лена БИКТАШЕВА,

Аллағыуат ауыл биләмәһе хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгесе. Автор фотоһы.
Читайте нас: