Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Май 2018, 12:23

Бәхетле ғаиләләрҙең тормош юлы 40, 50, 70 йылдан да ашыу

«Матур ғаилә - ил ҡото» район конкурсы штандартын аллағыуаттарҙан ҡабул итеп, 21 апрелдә тәтер-арыҫландар үҙҙәренең ауыл биләмәһендә тулы ҡанлы тормош менән йәшәүсе бәхетле, татыу ғаиләләр бихисап булыуын күрһәтеп, ауыл халҡы өсөн иҫ киткес байрам ойошторҙо. Улар һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеп, намыҫлы эшләп, балалар үҫтереп кенә ҡалмай, ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша.

Улар араһында Тәтер-Арыҫлан ауыл биләмәһендә генә түгел, ә тотош районда иң хөрмәтле ғаилә пары - Майтап һәм Ғүмәр Байморатовтар (һүрәттә). Уҙған йылда улар әһәмиәтле дата - 70 йыл татыу ғүмер кисереүҙәрен билдәләгән. Районда, хатта республикала ла иптәше менән ҡулға-ҡул тотоношоп шул тиклем оҙон ғүмер кисереүҙәре менән маҡтана алырлыҡ ғаиләләр күп түгелдер тип уйлайым. Ғүмәр Мәсәлим улы һәм Майтап Бакир ҡыҙы хеҙмәт эшмәкәрлектәрен балаларға белем биреүгә бағышлай. Ғаилә башлығы һуғыш ғәрәсәте аша үтә, ә Майтап тылда Еңеүҙе яҡынайта. Улар үҙҙәре лә күп балалы ата-әсә. Уларҙың төп байлығы - биш балаһы, ейән-ейәнсәрҙәре. Балаларына бер-береңде яратып, хөрмәт итеп һәм ҡәҙерен белеп ғаилә мөнәсәбәттәрен нисек дөрөҫ төҙөргә кәрәклеге, изге күңелле булыу, ғәфү итә белеү, аңлау һәм ярҙам ҡулы һуҙыу йәһәтенән үрнәк булып тора улар.

Тормош ауырлыҡтары һәм һынауҙар алдында баш эймәгән, көслө рухлы «Элекке гвардия» - Байморатовтар тураһында бына шулай тип әйтергә була. Майтап апай, таяҡҡа таянып йөрөүенә ҡарамаҫтан, сәхнәгә күтәрелеп, баҫҡан килеш ғаиләһе тураһында һөйләргә үҙендә көс таба. Ә Ғүмәр ағай, уның терәк-таянысы һәм ышаныслы ғаилә башлығы булараҡ, тормош иптәшенә һәр йәһәттән ярҙам итеп тора. Был матур оло ғаилә пары ете тиҫтә йыл бер-береһен һөйөп, лайыҡлы балалар тәрбиәләй һәм әлегә тиклем ихлас хис-тойғоларын юғалтмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин шағир түгел һәм улар тураһында поэма яҙа алмайым. Ошондай үрнәкле тормош кисергән кешеләр быға лайыҡ бит.

Икенсе хөрмәтле ғаилә пары - Ғәзимә һәм Фәрит Бакировтар ҙа бергә ярты тиҫтә йыл йәшәй. Улар икеһе лә ғүмер буйына туған хужалыҡта эшләй, өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Ғәзимә Хаммат ҡыҙы, бихисап йорт мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, ҙур йәмәғәт эшен дә алып бара. Республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул шулай уҡ байтаҡ йылдар ауылдаштарын матур, моңло йырҙары менән дә һөйөндөрә. Был юлы ла ул йыйылыусыларға үҙенең яратҡан «Үтте лә китте йәшлегем» йырын бүләк итте. Быйылғы йыл - ғаилә башлығы өсөн юбилейлы. Ул 70 йәшен билдәләй. Гөлфиә Арыҫланова башҡарыуында йыр юбилярға ауыл халҡынан бүләк булды.

Наилә һәм Илсур Рысаевтарҙың ғаилә стажы Бакировтарға ҡарағанда аҙыраҡ, әммә шулай уҡ ҙур - 40 йыл. Илсур Ғәбдрәхим улы төрлө йылдарҙа туған хужалыҡта баш зоотехник һәм баш экономист булып эшләй, әммә ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыуы яҡташтары хәтерендә нығыраҡ ҡалған. Наилә Ҡотдос ҡыҙы иһә ғүмерен медицинаға бағышлай. Ирле-ҡатынлы - төрлө яҡлап талантлы кешеләр. Үҙ-үҙен аямай эшләй, ышандырырлыҡ итеп һөйләй, күңелгә үтеп инерлек йырлай ҙа белә улар. Был лайыҡлы пар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә, икеһе лә тормошта медицина юлын һайлай. Уларҙың өлкән ҡыҙҙары Алһыу - табип-акушер, Стәрлетамаҡ ҡалаһында перинаталь үҙәк мөдире. Диана - Өфө ҡала тимер-юл дауаханаһында кардиолог.

Ғаилә башлығы - ветерандар советы рәйесе, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, ә йәмәғәте йорт тултырып сәскәләр үҫтерергә ярата.

Был көндө сәхнәгә күтәрелгән дүртенсе пар ҙа районда егәрле һәм эшһөйәр булыуҙары менән яҡшы таныш. Тәлғәт Тимербулат улы Шәриповтың фермерлыҡ хужалығы - районда иң яҡшыларҙың береһе. Ул һарыҡ үҫтерә, бөртөклөләр сәсә, балыҡ үрсетә. Ул төҙөкләндергән урындағы быуа тәтер-арыҫландарҙың ғына түгел, стәрлебаштарҙың, шулай уҡ районға килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан урындарының береһе. Иренең барлыҡ башланғыстарын хуплаған уның ышаныслы тылы, аҡыллы кәңәшсеһе - тормош иптәше Рима Ғафур ҡыҙы. Ул - медицина хеҙмәткәре. Улар 30 йыл бергә йәшәй. Уларҙың ҡыҙҙары Миләүшә табип-окулист, улдары Илнур ғаиләһе менән Стәрлетамаҡта йәшәһә лә, эштәрҙә атаһының беренсе ярҙамсыһы.

Тәтер-Арыҫландар жюри хөкөмөнә бына шулай лайыҡлы ғаилә парҙарын күрһәтте. Уларҙың ғаилә тормошо тураһында һөйләүҙәре сараны оҫта алып барыусы Гөлфиә Арыҫланова башҡарыуында моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Ауылда үткән байрамдарҙың алыштырғыһыҙ аккомпаниаторы Гүзәлиә Мөхәмәтшина кисәне музыкаль яҡтан биҙәне. Байрам тулҡынландырғыс, тамашалы, юморға бай булды. Тамашасылар уны рәхәтләнеп ҡараны.

Конкурс штандартын һәм эстафетаны тәтер-арыҫландарҙан бында үҙҙәренең музыкаль бүләге менән килгән баҡыйҙар ҡабул итте. Фәйрүзә Абсаттарова башҡарыуында йырҙарҙы тамашасылар ихлас ҡабул итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, ойоштороусыларҙың тырышлығы арҡаһында кисә ысын ихлас байрамға әүерелде һәм һәр кемдә онотолғоһоҙ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Рәйсә МУСИНА.
Читайте нас: