Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2018, 13:15

Днепрҙың утлы ярында яуланған дан

Поезд тәгәрмәстәренең бер көйгә туҡылдауы аҫтында хеҙмәткә алынған егеттәрҙе, әлбиттә, төрлө уйҙар биләй. Тыуған яҡтары, туғандары һәм яҡындары күҙ алдына баҫа. Бер үк ваҡытта яҡын киләсәктә уларҙы нимә көтөүе тураһында хәүефле уйҙар ҙа борсой. - Һин ҡайһы яҡтан? - тип ҡыҙыҡһынды Абдулла Әхмәтовтан бер туҡталышта уның вагон буйынса күршеһе Минияр.- Стәрлебаш районының Йомағужа ауылынан.- Ғаиләң бармы?- Әлегә юҡ. Миңә 20 йәш.- Әйҙә яҡыныраҡ танышайыҡ. Ҡайҙа эшләнең?- Тәүҙә колхозда. Һуңынан - уҡытыусы.- Ә мин колхозда хисапсы булдым, - тине Минияр. - Әлегә өйләнмәгәнмен.- Өлгөрөрбөҙ.- Әле 1938 йылдың сентябре, - тип фекер йөрөттө Минияр. - Хеҙмәт итербеҙ ҙә, 41-се йылда тыуған яҡтарыбыҙға ҡайтырбыҙ. - Алла бирһә, шулай булыр.

Поезда Абдулла ауылын иҫкә төшөрҙө. Бер яҡтан урман уратып алған, икенсе яҡта - дала йәйрәп ята. Бер нисә тиҫтә өй. Йөрәккә шул тиклем яҡын күренештәр.

Уның бала сағы ауыр була. Бәләкәй сағында уҡ әсәйһеҙ ҡала. Ҡайһы саҡ уны уйынға саҡырһалар ул өйҙән йүгереп сыға ла, ҡулдарын артына йәшерә торғайны. Йәбешеп ҡалған ҡамырҙы күрерҙәр тип ояла ине. Ә күреп ҡалһалар:

- Һин әллә икмәк бешерәһеңме? - тип шаярта ҡыҙҙар.

Әммә ҡыйыулығы, тыныс холҡо, моңло йырлауы һәм бейеүе өсөн уны яраталар.

- Бейе, Абдулла, - тип саҡыра ҡайһы саҡ күрше ҡыҙы Шәһиҙә.

Ә үҙе шул тиклем дәртле итеп тыпырҙап бейей, хатта бөтәһе лә хайран ҡала. Таҡмаҡтарҙы ла бик оҫта әйтә.

Быларҙың барыһын да ул хәҙер ата-бабалары еренең һуңғы фатихаһы булараҡ хәтергә төшөрә. Ул тыуған ере менән тәүге тапҡыр оҙаҡҡа айырыла.

Эшелон көнсығышҡа бара. Новосибирск ҡалаһында төшәләр. Бында Абдулла кавалерия полкына эләгә. Тиҙ өйрәнә. Көндәр, айҙар үтә. Әммә хеҙмәтенең тиҙҙән тамамланыуы тураһында уй-хыялдарын башланған һуғыш селпәрәмә килтерә.

Бер ваҡыт уны полк командиры саҡырта.

- Беҙ төркөм йыйҙыҡ. Элемтә командирҙары әҙерләү мәктәбенә ебәрәбеҙ, - ти ул. - Шул иҫәптән һине лә, Әхмәтов. Әҙерлән.

Ә нимә әҙерләргә? Документы кеҫәһендә, әйберҙәр һалынған ҡапсығын яурынына һалырға ла - юлға.

Уҡыуҙан һуң - көнбайышҡа.

Фронтҡа Абдулла 1942 йылдың ғинуарында эләгә. Донбасс, Ростов эргәһендә ауыр алыштар. Артҡа сигенеүҙәр. Ул һуғышҡан дивизия ҡайһы бер икенсе частар менән бергә көньяҡҡа сигенә.

Әхмәтов уға ниндәй хәрби эш йөкмәтелеүен шунда уҡ аңлай. Взвод командиры, лейтенант Владимир Калинов беренсе көндәрҙә үк был турала иҫкәртергә онотмай.

- Һуғыштың бөтә операцияларҙың уңышы тап элемтәсегә бәйле, - ти ул. - Элемтәсе - ут аҫтында подразделениеның идара ителешен тәьмин итеүсе һалдат ул. Элемтәһеҙ хәрби часть - күҙе бәйләнгән батыр кеүек - ярҙамһыҙ һәм көсһөҙ.

Әхмәтов һуңынан үҙе лә ғәжәпләнә: ни өсөн дошмандар элемтәселәрҙе айырыуса яратмай? Ҡайһы саҡ өҙөлгән сымды ялғарға йүгерәһең йәки шыуышаһың, ә утты һиңә йүнәлтәләр. Ҡурҡыныс, әлбиттә. Һәм һин донъяны онотоп, өҙөлгән сым тураһында ғына уйлайһың.

Ҡырҡ икенсе йылдың авгусы. Төньяҡ Кавказда һуғыш бара. Беҙҙең ғәскәрҙәр бер нисә ҡаланы ҡалдыра. Дошман мөһим Клухор артылышын яулап ала. Туапсе эргәһендә беҙҙең һалдаттар немецтарҙың атакаһын кире ҡаға. Әммә улар Ҡара диңгеҙ ярына, һуңынан илдең нефткә бай райондарына сығыу өсөн йәнә һуғыш аса. Әммә уларҙың һөжүме Төньяҡ-Кавказ фронтының 18-се армияһы көстәре тарафынан кире ҡағыла.

Бер ваҡыт элемтәселәр бүлеге командиры Әхмәтов тауҙар аша телефон линияһын һуҙырға тигән бойороҡ ала. Комбат уйланып ҡына:

- Бының ниндәй мөһим эш булыуын үҙең аңлайһыңдыр, - тип билдәләй.

- Аңлайым, - тип яуап бирә Абдулла.

Ҙур батырлыҡ күрһәтеп, Әхмәтов һәм уның иптәштәре был ҡатмарлы заданиены үтәй.

Дүрт ай оборонанан һуң Совет ғәскәрҙәре 1943 йылдың ғинуарында һөжүм итә. Тау-урмандар аша ауыр шарттарҙа һалдаттар алға бара.

Төньяҡ Кавказды азат иткәндән һуң Украинаға йүнәләләр. 2-се Украина фронты составына инәләр.

25 сентябрҙә полк командиры майор Гусев шәхсән батальон һәм роталар буйлап йөрөп сыға. Барыһын да ҙур еңеүҙәргә дәртләндерә.

- Беҙҙең дивизияға Днепрҙы аша сығырға тигән бойороҡ бирелде, - тип хәбәр итә ул.

Әхмәтов менән - айырым әңгәмә.

- Һеҙҙең бурысығыҙ айырыуса мөһим. Һеҙгә һөжүм итеүсе частарҙы дивизия штабының күҙәтеү пункты менән элемтә тәьмин итергә кәрәк. Аңлашылдымы?

- Эйе.

Иртәгәһе көндө иртән иртүк полктар Днепропетровск өлкәһенең Сошиновка ауылы районында йылға аша сыға башлай. Дошман уларҙы көслө утҡа тота. Катушка һәм телефон аппараттарын алып, Абдулла һәм тағы өс элемтәсе һалға ултырып, таҡта киҫәктәре менән ишеп, алға бара. Һал бәүелә. Көслө тулҡын бер һалдатты алып ырғыта. Абдулла уға ишкәк һуҙа.

- Тотон! Һалға үрмәлә.

Ярға башҡаларға ҡарағанда бер аҙ шәберәк килеп етәләр. Ярты километр араға ике яҡлы элемтә линияһы һуҙалар. Шулай итеп дивизия командирына һуғыш менән идара итеү мөмкинлеге бирәләр. Был стратегик планда иң мөһим участкаларҙың береһе була.

Уның өс элемтәсе иптәше һәләк була. Ә Әхмәтов дошман артиллерияһы өҙгән линияны ялғар өсөн ҡабаттан бара. Ул дүрт тиҫтәгә яҡын өҙөклөктәрҙе ялғай. Был күпме ҡыйыулыҡ һәм түҙемлелек талап итә! Мөғжизә менән генә иҫән ҡала. Яраланһа ла ул линияла була. Госпиталдән һуң часына ҡайтҡас уны полк командиры үҙенә саҡыра. Бер аҙ өндәшмәй торғандан һуң:

- Һине, Әхмәтов, Днепрҙа айырыуса батырлығың өсөн илдең юғары наградаһына күрһәттеләр, - ти.

Көтөлмәгән хәлдән Абдулла тәүҙә бер һүҙ ҙә әйтә алмай.

Һуңынан тағы ауыр алыштар була.

Бер ваҡыт уларға взводҡа полк замполиты килә. Әхмәтовҡа йылмайып «Правда» гәзитен һуҙа.

- Беренсе битте уҡы.

Бында СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Бойороғо менән Әхмәтовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында хәбәр ителә.

Ә быға тиклем Абдулла I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә. Апрель айында - йәнә полк штабына саҡырталар.

- Йә, Абдулла, бөгөн һин ниндәй төш күрҙең?

- Онотҡанмын. Ныҡ йоҡлағанмын!

- Алыҫ командировкаға барырға тура киләсәк.

- Ҡайҙа? Ни өсөн?

- Һине Мәскәүгә саҡырталар.

Киләһе көндө өлкән сержант Әхмәтов менән сержант Трушников армия штабына йүнәләләр. Унда кәрәкле документтар әҙер була. Бынан - баш ҡалаға. Ун тәүлек баралар. Беренсе элемтә полк казармаһында 12 көн ял итәләр. 11 майҙа - Кремлгә.

СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе М.И.Калининға Әхмәтовты беренсе булып саҡырталар. Ул юғалып ҡала. СССР Юғары Советы Президиумы секретары Александр Горкин ҡысҡырып уның фамилияһын әйтә. Шул саҡ Абдулла алға атлай.

- Оялма, - тип билдәләй Михаил Иванович (уны халыҡ араһында хөрмәтләп бөтә Союз старостаһы тип тә йөрөтәләр).

Йылы һәм ихлас күңелдән ҡотлағас, ул Ленин орденын һәм Алтын Йондоҙ тапшыра.

Бүләкләү тантанаһынан һуң барыһы ла бергәләп ихлас әңгәмәләшә.

Ошонда Абдулла уны Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтеү тураһындағы бүләкләү ҡағыҙына 31-се уҡсылар дивизияһы командиры, генерал-майор Богданович, 46-сы армия командующийы Глаголев, армия Хәрби Советы ағзаһы, полковник Санакоев, 2-се Украина фронты ғәскәрҙәре командующийы, армия генералы Малиновский, фронттың Хәрби Советы ағзаһы генерал-лейтенант Желтов, дәүләт оборона комитетының бүләкләү комиссияһы рәйесе ҡул ҡуйыуын белә. Мәскәүҙән Абдулла йәнә үҙенең часына ҡайта.

Бер ваҡыт уны дивизия штабына саҡырталар.

- Бына нимә, Әхмәтов, - ти ҡыҫҡа ғына полковник. - Һине Киев хәрби элемтә училищеһына ебәрергә ҡарар иттек. Ике көндән ҡуҙғалырға.

Училищены тамамлағандан һуң уны сәләмәтлеге буйынса запасҡа оҙаталар.

Шат күңелле ғәййәр егет күкрәгенә Герой Йондоҙо тағып ауылына ҡайта. Барыһы ла шатлана.

Күрше ҡыҙы Шәһиҙәгә килә. Һәм бына, улар бер-береһенә ҡарап тора, икеһенең дә күҙҙәре йәшләнгән...

1946 йылда өйләнешәләр. Был саҡта Абдулла Өфөлә була. Ҡатыны уның эргәһенә күсенә. Ул ике йыллыҡ Өлкә партия мәктәбен тамамлай. БАССР Юғары Советы Президиумында, Социаль тәьминәт министрлығында эшләй.

1952 йылда уны Стәрлебаш ауылына район башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары итеп ебәрәләр. Артабан БАССР Әҙерләүҙәр министрлығы уполномоченныйы, ашлыҡ ҡабул итеү предприятиеһы, Аксен элеваторы директоры, Стәрлебаш район башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеге мөдире була. Шәһиҙә Хәйбрахман ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй.

1984 йылдың апрелендә уларға хат килә. Шәһиҙә Хәйбрахман ҡыҙы уны иренә һуҙа.

- Кемдән? - тип һорай ул.

- Белмәйем. Ебәрелгән адресы - Пенза ҡалаһы.

Абдулла Шәнгәрәй улы хатты уҡый башлай ҙа, йылмайып ҡуя.

- Был хат фронттағы иптәшем Константин Яковлевич Кулебякиндан. Днепрҙың утлы ярында шул көндөң минең өсөн нисек тамамланыуы тураһында һөйләй. Шул саҡта окоп эргәһендә ауыр снаряд шартланы. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Биш кешене, шул иҫәптән мине лә, ер менән күмгән була. Ә ул, Кулебякин, беҙҙе «ҡәберҙән» соҡоп алғандарҙың береһе булған икән. Ул саҡта мин генә иҫән ҡалғанмын.

Ә бына ул, Константин Яковлевич, уларҙың Стәрлебаштағы адресын нисек белеүе сер булып ҡала.

... Яҙ барыһын да: олоһон да, кесеһен дә тигеҙләй, тиҙәр. Йәштәргә ул өмөт бүләк итә, ә өлкәндәрҙе ерҙең яңырыуы менән тулҡынландыра. Ә кемгәлер һәр яҙ улар өсөн шул саҡтағы, 45-се йылдағы кеүек үк ҡала.

- Бына йәнә май айы етеп килә, - тип уйланып ҡына әйтте миңә 1995 йылдың апрелендә ауыл үҙәгендә осраҡлы осрашҡанда Абдулла Шәнгәрәй улы. - Хәтирәләр йәнә яңырып, күңелде әрнетә. Күпме ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә тура килде.

Өс аҙнанан ул Өфө ҡалаһына Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы хөрмәтенә тантанаға барҙы.

Ә киләһе яҙҙы уға күрергә насип булманы. Көҙөн ул ауырып, ноябрҙә вафат булды. Уға 77 йәш ине.

Уның ҡыҙы Светлана Абдулла ҡыҙының һәм улы Айрат Абдулла улының (икеһе лә Стәрлебашта йәшәй) өй архивтарында атайҙарынан ҡалған төрлө йылдарҙағы документтар, полкташтарының хаттары һаҡлана. Хәрби дан урындарында фронтовиктар менән осрашыуҙар. Уның көндәлектәре лә һаҡланған. Бихисап ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәр.

Бына шуларҙың береһе - Кремлдең Георгий залында төшөрөлгән. Бүләкләнгән яугирҙәр төркөмө үҙәгендә - Бөтә Союз старостаһы М.И.Калинин. Йәки бына икенсе фотоһүрәт, унда бер ир йылмайып тора. Был Ленинградтан (хәҙер - Санкт-Петербург) Степан Маскаев. Ул Стәрлебашҡа яугир дуҫына ҡунаҡҡа килгән.

- Атайыбыҙ тыйнаҡ, кешеләр менән аралашҡанда ябай һәм ихлас булды, - тип фекерҙәре менән уртаҡлаша Светлана Абдулла ҡыҙы һәм Айрат Абдулла улы. - Бер ваҡытта ла үҙен күрһәтергә тырышманы.

Стәрлебаштарҙың хәтерендә ул бына шундай булып һаҡлана.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото Әхмәтовтарҙың ғаилә архивынан.


Читайте нас: