Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 11:54

Янғын һағына - 100 йыл!

1918 йылдың 17 апрелендә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан «Ут менән көрәшеүҙең дәүләт сараларын ойоштороу тураһында»ғы декретҡа ҡул ҡуйыла. Революциянан һуңғы осорҙа янғын һүндереүселәрҙең тәүге етәксеһе страховкалау һәм ут менән көрәшеү эштәре буйынса баш комиссар тарафынан тәғәйенләнгән Марк Тимофеевич Елизаров була. Ул сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә янғын һағының ойоштороу эшенә нигеҙ һала ала. Районыбыҙҙа был хеҙмәт нисек барлыҡҡа килеүе, тәүге ут менән көрәшеүселәр тураһында беҙгә янғын һағы ветераны, 90 һанлы янғын часының элекке начальнигы, ошо тармаҡта 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булған Геннадий Николаевич Денисов һөйләй.

Янғын һүндереү хеҙмәте ветераны Г.Денисов улы, 90 һанлы янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы Сергей менән
Янғын һүндереү хеҙмәте ветераны Г.Денисов улы, 90 һанлы янғын һүндереү часының ҡарауыл начальнигы Сергей менән
Районыбыҙҙа янғын часы 20-се йылдарҙа булдырыла. Ул шул йылдарҙа мотлаҡ кәрәк була, сөнки барлыҡ йорттар ҙа ағастан, ә ҡыйыҡтары һалам менән ҡапланған. Һәм башҡа эҫе айҙарҙа янғын сыҡһа, айырым ауылдарҙа тотош урамдар янып бөтә. Әлбиттә, тәүге янғын частары, ә улар шул ваҡытта депо тип атала һәм бик ябай була. Улар ауыл Советтары ҡарамағында була. Балансында аҙ күләмдә ябай янғын инвентарҙары: биҙрә, багор, балта иҫәпләнә. Хатта район үҙәгендә лә оҙаҡ йылдар штатта ни бар ике генә кеше эшләй. Янғын һүндерергә улар ике ат арбаһында йөрөй, арбаға 200 литрлы ағас мискә урынлаштырыла. Ундағы һыу бик тиҙ бөтә. Мискәне тултырыу өсөн яҡын тирәләге йылғаға баралар. Уларға ут һүндерергә ауыл халҡы ярҙам итә. Бындай ысулдың файҙаһыҙ булыуы тураһында әйтеп торорға ла түгел.

Хеҙмәттә һиҙелерлек үҙгәрештәр 50-се йылдарҙан һуң башлана. Был ваҡытҡа таштан сифатлы бина төҙөлә. Ул район үҙәгендә, Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлаша. Беҙҙә 1939 йылдан алып тәүге янғын инспекторҙары тураһында архивтан тергеҙелгән мәғлүмәттәр һаҡланған. Улар А.М.Пашин, Н.Г.Зверев, А.М.Кашин, А.Е.Барышников, С.Н.Орлов, Г.В.Антипов. Шул йылдарҙа улар ауыл Советтарында түгел, ә НКВД ҡарамағында була.

1962 йылдың 30 сентябрендә һөнәри район янғын һүндереү командаһы булдырыла. Уның начальнигы итеп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәлим Ғиззәтуллинды тәғәйенләйҙәр. Янғын һүндереү депоһына ПМЗ-53А янғын һүндереү автомобиле бирәләр. 1963 йылда район янғын һүндереү командаһы начальнигы вазифаһын ваҡытлыса Барый Моғаттаров, унан һуң Иван Ковтун башҡара. Ул ваҡытта команданың ГАЗ-69 һәм ЗИЛ-154 автомобилдәре була.

1965 йылда район янғын һүндереү командаһын һөнәри янғын һүндереү командаһына үҙгәртәләр. Ошо уҡ йылда уның начальнигы итеп Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бакир Саттаровты тәғәйенләйҙәр. Бер йылдан һуң һөнәри янғын һүндереү командаһын 48 һанлы янғын һүндереү часына үҙгәртәләр. Ул ваҡытта уның штатында ете кеше була, ә хәрби иҫәптә АЦ-30 янғын һүндереү автоцистернаһы ла иҫәпләнә. 1972 йылда Саттаровты ошо вазифала 16 йыл, ә барлығы был тармаҡта 35 йылдан ашыу хеҙмәт стажына эйә булған Тимер Әминов алмаштыра. Ул эшләгән йылдарҙа штат киңәйә, янғын һүндереүселәр АЦ-40 машинаһы ала. 1983 йылға 48 һанлы янғын һүндереү часында штатта 13 кеше иҫәпләнә.

1988 йылда уны Мәжит Исхаҡов алмаштыра, унан һуң был часҡа мин етәкселек иттем. Бында килгәнгә тиклем армия мәктәбен үттем, милицияла эшләнем, Омск ҡалаһында 11 айлыҡ курстар һәм Свердлов өлкәһендә янғын-техник училищеһын тамамланым. Хеҙмәт эшмәкәрлегемде район эске эштәр бүлегендә янғын күҙәтеү инспекторы итеп башланым.

Шул йылдарҙа беҙҙең системала ҙур эш алып барылды. Һәр колхозда ғәҙәттә һөт ташыу машинаһынан үҙгәртеп ҡоролған үҙ техникаһы булған янғын һүндереү командалары булдырылды. Был ваҡыт талабы ине. Сөнки район үҙәгенән Буҙат йәки Йәлембәт ауылына янғын һүндерергә барып еткәнсе бинанан күмер генә тороп ҡала. Ҙур профилактик эш алып барылды. Йыл һайын йылына ике тапҡыр барлыҡ мәктәп, балалар баҡсалары, интернаттар, магазиндар, складтар, фермалар, торлаҡ сектор һәм башҡа биналар янғын хәүефенә тикшерелә ине. Артабан квартал һайын. Йорт буйлап тикшерер йөрөнөк, ауыл халҡына инструктаж үткәрҙек. Быуалар һәм уларға бара торған юлдар һәйбәт торошта ине. Шул йылдарҙа милекте, ҡаралтыларҙы мотлаҡ һәм ирекле страховкалау бар ине. Әммә шулай ҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында янғындар сыға торғайны. Йылына 11ҙән 30ға тиклем, уртаса 18-20 янғын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәле осраҡтар ҙа булманы түгел, булды, унда кемдеңдер вайымһыҙлығы, кемдеңдер абайһыҙлығы арҡаһында ғүмере өҙөлдө. Әммә беҙ ошондай осраҡтарҙы булдырмаҫ өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләй инек. Уларҙың һәр береһе һуңынан ентекле тикшереү үткәрҙе, ғәйеплеләр язаға тарттырылды.

Беҙҙең хеҙмәттә эшләүселәрҙең барыһы ла үҙ бурыстарына айырыуса намыҫлы һәм яуаплы ҡараны, һөнәренә тоғро булды, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә тырышып эшләне. Хәмит Исмәғилев милиция начальнигы булып эшләгән ваҡытта, ауыл халҡы менән әңгәмәләшер өсөн ауылдарға беҙ генә түгел, хатта паспорт өҫтәле хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар ҙа бара ине. Махсус дәфтәргә һәр йорт һәм хужалар тураһында мәғлүмәт индерелде. Әгәр етешһеҙлектәр булһа, хужаларға уларҙы юҡ итеү өсөн аныҡ дата яҙылған бойороҡтар тапшырыла ине! Ҡабаттан боҙоуҙар булһа штраф һалына торғайны. Барыһын да контролдә тоттоҡ. Һәм бөгөн дә шул йылдарҙа булған янғын командаларын, өй буйлап йөрөүҙәрҙе һ.б. тергеҙергә кәрәк ине.

Мин янғын хеҙмәтендә эшләгән йылдарҙы, шулай уҡ белемен һәм тәжрибәһен генә түгел, хатта күңелен дә һалған коллегаларым: Фаил Кәлимуллин, Мәжит Яҡшысаров, Рауил Зәйнетдинов, Ғәли Мәжитов, Филүс Яҡупов, Әнүәр Тайғонов, Владимир Мартыненко, Зәкиә Байморатова, Валентина Денисова, Ҡәҙим Йосопов һәм башҡаларҙы ҙур йылылыҡ менән иҫкә алам.

Һуңғы йылдарҙа янғын һүндереү хеҙмәтендә бихисап ыңғай үҙгәрештәр һәм үҙгәртеп-ҡороуҙар булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һәр ваҡыт ҡына эште яҡшыртыуға булышлыҡ итмәй. Кешеләрҙең хеҙмәтенә яуаплы ҡарауҙары, уға тоғро ҡалыуҙары ҡыуандыра. 1996 йылдан алып 90 һанлы янғын һүндереү часына (хеҙмәт 1994 йылдан алып шулай атала) үҙ эшенең оҫтаһы Мәжит Яҡшысаров етәкселек итә. Уның етәкселегендә янғын һүндереү часы яңы бинаға күсенә. Шәхси состав тарафынан 90 һанлы янғын һүндереү часы бинаһына, гаражына, территорияны төҙөкләндереүҙә ремонт буйынса күләмле эш башҡарыла, яңы техника һатып алына.

2002 йылда янғын һүндереүселәрҙе Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағына индерәләр. Башҡа үҙгәрештәр ҙә була. Һуңғы үҙгәртеп-ҡороу 2010 йылда була. Бөгөнгө көндә 90 һанлы янғын һүндереү часы «БР буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең 14-се отряды» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы) составына инә.

Янғын һүндереүселәрҙең эш көнө еңел түгел: хеҙмәт әҙерлеге, физик әҙерлек, янғын-техник күнегеүҙәр, янғын сыҡҡан урынға барыу. Әммә, быларҙың барыһы ла - яҡташтарыңды төрлө бәлә-ҡазанан һаҡлау, хәүефһеҙ осраҡтар әҙерәк булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләү ошо үҙе оло бәхеттер, бәлки.

Рәйсә МУСИНА яҙып алды.
Читайте нас: