Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 11:58

Үҙең үҫтергән ҡыяр бигерәк тәмле

Календарҙа апрелдең һуңғы көндәре, әммә һауа торошо ауыл халҡына йылы ҡояш нурҙарында һәм тәбиғәттең яҙғы матур төҫтәре менән хозурланырға мөмкинлек бирмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер тырыш баҡсасылар һауа торошоноң көйһөҙлөктәренә иғтибар итмәйенсә, үҙҙәренең яратҡан эше менән шөғөлләнергә яйын таба. Хәлекәй ауылынан Әминевтар хужалығында күптән ҡыяр һәм йәшел тәмләткестәр өлгөргән.

Татыу ғаиләнең әлеге теплицалары икенсе йыл уңыш бирә. Ишекте асып инеү менән, үҙеңде йәйге баҡсаға ингән кеүек хис итәһең. Тышта бар нимә һоро төҫтә, ә бында дымлы тупраҡ еҫе аңҡый, ә өҫкә үрмәләгән һабаҡтарҙа гөрләп ҡыярҙар үҫә.

- Һигеҙ йыл самаһы элек полиэтилендан ябай ғына теплица ҡороп, шуны бәләкәй генә мейес яғып йылытып, ҡыяр үҫтереп ҡарағайныҡ. Әммә беҙҙә ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ундай ябай ҡоролмала һауа температураһын бер кимәлдә тотоу еңел түгел. Шулай ҙа бер аҙ уңыш алғайныҡ, - тип һөйләй ғаилә башлығы Зөфәр Әминев.

Уҙған йыл улар заманса материалдар ҡулланып, теплицаны киңәйтергә ҡарар итә. Улдары Эльмир менән 5х10 метрға поликарбонаттан яңы теплица эшләп ҡуялар. Эльмир армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡан, Ишембай нефть колледжнын тамамлап, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Атаһы кеүек, ул да һәр эшкә маһир. Бинала йылыны бер кимәлдә тотоу өсөн, һауаның һәм тупраҡтың температураһын, дымлылығын күрһәтеп торған датчиктар ҡуя. Әгәр ҙә температура бик күтәрелеп китһә, автоматик рәүештә тәҙрәләр асыла. Дымлылыҡ кәмей башлаһа, утын менән яғып йылытылған мейес өҫтөнә һыу тама башлай. Ошо мейестән башҡа электр менән йылытылған ҡоролма ла бар. Ҡыҙыҡ өсөн генә, Әминевтар үҙҙәренсә иҫәп алып барырға була. Үткән йыл сығым 36 мең һум самаһы тәшкил итә. Март айында тәүге уңыш ала башлайҙар. Химия препараттары ҡулланмайынса үҫтерелгән ҡыярҙы туғандары, күршеләре һәм ауылдаштары яратып ала. Әминевтарҙың үҙҙәренең ғаиләһе лә ҙур ғына - алты балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Әйткәндәй, бәләкәй улдары Эмиль һәм ейәндәре Владик (икеһе лә өсөнсө класта уҡый), ҡыҙҙары Гөлзана - ҙур ярҙамсылар. Улар утын ташый, көн дә һыу һибә, температураны ҡарап тора. Шулай итеп улар ҡыш көнө нисек итеп йәшелсә үҫтерергә өйрәнә.

- Былтырғы уңыш сығымдарҙы ҡапланы тиергә була, - тип һөйләй Зөфәр Зәйнулла улы. - Быйыл көҙҙән әҙерләп ҡуйған тупраҡты йылытып, орлоҡтарҙы шунда сәстек. Төп сығым электрға китә.

Әминевтарҙың бик тырыш һәм ҡунаҡсыл кеше булыуҙары өйгә инеү менән күренә. Өҫтәлдәрендә - һөт һәм ит ризыҡтары, бал һәм, әлбиттә, яңы ғына өҙөлгән ҡыяр. Бөтәһе лә үҙҙәренеке. Гөлйөҙөм Сөнәғәт ҡыҙы, күп балалы әсә булараҡ, хаҡлы ялда. Зөфәр Зәйнулла улы һуңғы йылдарҙа Матросов исемендәге хужалыҡта бригадир булып эшләгән, ә күптән түгел токарь итеп эшкә күсергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлфиә ғаиләһе менән Ҡарағош ауылында йәшәй. Гүзәл менән Зәлиә Стәрлетамаҡта эшләйҙәр. Гөлзана 1-се Стәрлебаш урта мәктәбенең 9 класында уҡый. Татыулығы менән айырылып торған был ғаилә һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәй.

Беҙ уларҙың киләсәккә уй-ниәттәре, пландары менән менән ҡыҙыҡһынып торманыҡ. Сөнки тырыш һәм эшһөйәр кешеләр ирешелгәндәрҙә туҡталып ҡалмай. Уйлаған һәр эштәренең тормошҡа ашырына шик юҡ.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА. Автор фотоһы.
Читайте нас: