Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2018, 12:34

Барыһы ла беҙҙең ҡулда, йәки бер хыялдың тормошҡа ашыуы тураһында

(Аҙағы. Башы гәзиттең 31-се һанында). БЫНА УЛ - ДУБАЙ МЕГАПОЛИСЫ ТОРМОШО

2011 йылдың 22 сентябре - был көн минең хәтеремдә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Дубайға килеп төшкәс, мине эҫе һауа өтөп алғандай булды һәм самолеттың двигалете ҡыҙғандыр тип уйланым. Тиҙ арала двигателгә бер нимә лә булмауын, ә Дубайҙа климаттың шундай булыуын аңланым. Хәҙер мин һауаның эҫе булыуына һәм термометрҙың юғары күрһәткестәренә өйрәндем. Әммә шул саҡта был ғәҙәти түгел ине, бында рус телендә һөйләшеүселәр бик аҙ ине һәм йыш ҡына миңә ҙур иғтибар менән ҡарауҙарын тоя инем. Йәшәү шарттары һәйбәт булды: мине биш йондоҙло отелгә секретарь вазифаһында ҡабул иттеләр. Тәүге йылда кешеләрҙе аңлауы ауыр була торғайны, күп нимәне интуицияға таянып башҡарырға тура килде. Ваҡыт үтеү менән мин тиҙ арала инглизсә һөйләшеүемде камиллаштырҙым. Бер йылдан һуң бронләү буйынса корпоратив бүлеккә күстем һәм оҙаҡламай бронләү бүлеге супервайзеры, ә һуңынан килемдәр буйынса аналитик итеп үрләттеләр. Дубайҙа йәшәп, мин был үҙенсәлекле ҡаланы яраттым. Миңә «My Vision/Мое Видение» тигән китапта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре вице-президентының бөгөнгө көндә ирешелгән барлыҡ һөҙөмтәләрҙең бер нимә түгел йәки планлаштырылғандың иң аҙ өлөшө, тип әйтеүе оҡшаны. Күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Һәм был Дубай мегаполисының барлыҡ ғәжәйеп ҙур проекттарын, яңылыҡтарын һәм хеҙмәттәрен иҫәпкә алып. Мине илһамландырған икенсе цитата бына былай яңғырай: «The greatest risk for a man is not to take a risk», ул: «Кеше өсөн иң ҙур тәүәкәллек - тәүәкәллек итмәү» тип тәржемә ителә. Был Әмирлектәрҙең бик тиҙ үҫешеү динамикаһын ап-асыҡ аңлата. Бер аҙ Дубайҙың мәҙәниәте һәм тормош стиле тураһында һөйләге килә. Тәү сиратта, ғәрәптәрҙең ҡунаҡсыл һәм изге күңелле халыҡ булыуын билдәләп үтәм. Улар мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәләр һәм һаҡлайҙар, әммә шул уҡ ваҡытта башҡа милләттәрҙе лә хөрмәт итәләр. Бында сиркәүҙәр бар, бик күп хеҙмәттәр һәм автоматтарҙан сауҙа үҙәктәрендә: инглиз, ғәрәп, рус, ҡытай, урду (һинд) телдәрендә файҙаланырға була. Әммә шулай ҙа ғәрәп теле бында иң мөһиме. Барлыҡ белдереүҙәр тәүҙә ғәрәп телендә эшләнә, ә һуңынан инглиз телендә. Миңә Дубайҙың мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн иң уңайлы ҡала булырға планлаштырыуы оҡшай. Мәҫәлән, бында насар күргән йәки күрмәгән кешеләр өсөн ҡулайлаштырылған юлдар, коляскала йөрөгән инвалидтар өсөн ҡом пляжында ағастан һалынған юлдар бар. Барлыҡ йорттар һәм халыҡ күп йыйылған урындар яҡын-арала махсус ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ, улар мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон еңеләйтергә ярҙам итәсәк. Дубайҙа урындағы халыҡ дингә ышана: тотош ҡала буйлап бихисап мәсеттәр урынлашҡан, һәр бинала намаҙ уҡыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр өсөн айырым махсус бүлмәләр бар. Намаҙҙы көнөнә биш тапҡыр уҡыйҙар, өҫтәүенә һеҙ уларҙы һәр ерҙә, шул иҫәптән сауҙа үҙәктәрендә лә ишетәһегеҙ. Быға, айырыуса иртәнге сәғәт биштә уҡыған намаҙға өйрәнергә тура килде. Тағы бер үҙенсәлек - был рамаҙан айы. Мин мосолман ҡыҙы һәм тәүге ураҙамды Рәсәйҙә Дубайға киткән йылда тотҡайным. Шул ваҡыттан алып йыл һайын ураҙа тотам. Рамаҙан айында көндөҙгө ваҡытта бөтә ресторандар һәм кафелар ябыҡ, һәр ерҙә тыныслыҡ. Ҡояш байығандан һуң, киске сәғәт етеләр тирәһендә тормош «ҡайнай» башлай. Был айҙа урамда ашарға һәм эсергә ярамай. Мосолман булмаған кешеләргә махсус ябыҡ фуд-кордтар (кафелар зонаһы) эшләй, бында ураҙа тотоусыларға ҡамасауламайынса тамаҡ ялғап алырға мөмкин. Легаль рәүештә алкоголь һатып алыу өсөн махсус лицензия кәрәк. Уны йыл һайын билдәле сумманы түләгәндән һуң алырға мөмкин. Спиртлы эсемлектәр ҡалала һатылмай, уны ҡаланан ситтә махсус магазиндарҙа йәки ҡала отелдәрендә, барҙарҙа, төнгө клубтарҙа һаталар. Тәмәке сауҙа үҙәктәренең махсус урындарында ғына һатыла. Кейем-һалымға килгәндә барыһы ла ҡәтғи түгел, сөнки был ҡала эргәһендә матур яр буйы, диңгеҙе, бихисап пляж клубтары бар. Әммә

сауҙа үҙәктәрендә урындағы халыҡҡа хөрмәтле ҡараш талап итәләр. Һәм һәр ваҡыт бик асыҡ кейенергә ярамағанлығын аңғарталар. Әлеге мәлдә, мин килгән йыл менән сағыштырғанда, Дубайҙа рус телендә һөйләшеүселәр күбәйҙе. Бынан тыш, бында Рәсәй халҡын яраталар һәм һәр кем тиерлек бер нисә рус һүҙен белә. Әйткәндәй, ғәрәптәр беҙҙе бик бай кешеләр һәм, бик ҡыҙыҡ яңғыраһа ла, рус мафияһы менән ассоциациялай.

БЕР АҘ ШӘХСИ ТОРМОШОМ ҺӘМ ПЛАНДАРЫМ ТУРАҺЫНДА

Минең Дубайҙағы тормошом бик ҡыҙыҡлы. Эштән тыш, мин спорт менән әүҙем шөғөлләнәм һәм төрлө сараларға һәм шоуҙарға йөрөргә яратам. «Адидас Дубай» йүгереү клубында ҡатнашыусы булыуым менән ғорурланам. Уҙған йылдың декабрендә 21,1 километрға үҙемдең беренсе ярым марафонымды, шулай уҡ 32 километрлыҡ иң оҙон дистанцияны үттем. 41,2 километр дистанциялы марафонда ҡатнаштым. Пландар буйынса киләһе 41,2 километрлыҡ марафон Барселлонала үтәсәк. Яҡын киләсәктә маҡсатым - сальса бейергә өйрәнеү һәм моделинг менән шөғөлләнә башлау. 2018 йыл минең өсөн - шәхсән үҫешеү һәм камиллашыу, үҙ өҫтөмдә ныҡышмалы эшләү ваҡыты, тип ҡарар иттем. Отпуск ваҡытында бәлки башҡа илгә осормон, яңы урындар һәм мәҙәниәтте өйрәнәсәкмен. Мин Малайзияның баш ҡалаһы Куала-Лумпурала, Филлипиндарҙа, Тайландта һәм Ҡытайҙа булдым. Ошоноң менән туҡтарға уйламайым, сөнки сәйәхәт итеү аң-кимәлде үҫтерә, тормошто сағыуыраҡ һәм иҫтә ҡалырлыҡ итә. Миңә йыш ҡына Рәсәйҙе һағынаһыңмы һәм кире ҡайтырға уйламайһыңмы, тигән һорау бирәләр. Әлбиттә, мин Рәсәйҙе яратам, ул минең өсөн тыуған ерем булды һәм булып ҡаласаҡ. Әммә һәр кеше әлеге мәлдә уға ҡайҙа яҡшыраҡ, уңайлыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ булыуын үҙе хәл итергә хоҡуҡлы. Әлегә минең урыным бында, Дубайҙа булыуын һиҙәм. Ошо ваҡыт эсендә мегаполистың ритмына, ҡала инфраструктураһына, һәр ваҡыт йәй булыуына өйрәндем. Рәсәйгә ҡайтһам да бер аҙнаға ғына һәм йыш ҡына Стәрлебашта йәшәгән өләсәйем Тәнзилә Шаммасоваға ҡунаҡҡа ҡайтам. Әсәйемә, бер туғаныма һәм башҡа туғандарыма килгәндә, мин, ғәҙәттә, уларҙы үҙемә ҡунаҡҡа саҡырам. Үҙ хикәйәмде тамамалап, ошо юлдарҙы уҡығандарҙың барыһына ла тағы бер тапҡыр хыялланырға ҡурҡмағыҙ һәм теләктәрегеҙ, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын өсөн барлыҡ тырышлығығыҙҙы һалығыҙ, тип әйткем килә. Көслө булығыҙ, ҡыйыу булығыҙ, һәм шул саҡта хыялдарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ!

Айгөл ЯҠУПОВА. Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: