Гөлъямал һәм Зөфәр Ғәләүетдиновтарҙың ғаилә тормошо ауылдаштарының күҙ алдында. Эшһөйәр, асыҡ күңелле, мәрхәмәтле, үҙҙәренең тырышлығы һәм тормош тәжрибәһе менән улар тирәяҡта йәшәүселәр тарафынан хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған. Сәғүрә менән Исмәғил Йосоповтар – традицияларҙы һаҡлаусылар. Ә улар аҙ түгел. Улар был традицияларҙы балаларына, ейәндәренә тапшыра. Был ғәжәйеп ғаилә һуғыш һәм унан һуңғы йылдарҙың михнәттәрен һәм ҡайғыларын аҙ кисермәй. Улар күп тапҡырҙар район һәм республиканың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, ә ғаилә башлығы Исмәғил ағай беҙҙең райондың почетлы гражданы булып тора. «Ауыл ғаиләһе» номинацияһы Рәзилә менән Хәйҙәр Гәрәевтар ғаиләһенә бик ныҡ тап килә – улар Волгоград мамыҡ кәзәләрен үрсетеү менән шөғөлләнеп, ауыл халҡын урындағы кәсеп - шәл бәйләү өсөн мамыҡ менән тәьмин итә, ә Хәйҙәр Муллаяр улының әсәһе Ғәрифә инәй, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош рәүеше алып бара – бер генә концертты ла ҡалдырмай, унда ҡатнашып, бейей һәм таҡмаҡтар йырлай. Әлиә менән Ленар Әһлиуллиндарҙың ишле ғаиләһендә тиҙҙән бишенсе бала тыуа. Был ғаиләләге берҙәмлек һәм үҙ-ара аңлашыу күренеп тора, ә балаларҙың таланты һоҡландыра – уларҙың һәр ҡайһыһы хазина, балаларҙың әүҙемлеге, дөрөҫ йүнәлештә булһын өсөн ата-әсә мөмкин булғандың барыһын да эшләй – гимнастика, аккордеонда уйнау, бейеү. 2011 йылда ауылға Наталья менән Илфат Мусиндар ғаиләһе күсеп килгән – ике ул тәрбиәләүсе бик ыңғай, асыҡ һәм татыу ғаилә. Өлкән улдары кадет корпусында уҡый, бәләкәстәре – уҡыу алдынғыһы, ата-әсәһенең таянысы. Күптән түгел Наталья китапханасы булып эшләй башлаған. Ул үткәргән сараларҙа Төньяҡта вахтанан ҡайтҡан арала тормош иптәше Илфат та ҡатнаша Был ғаиләләр тураһында күп яҙырға була. Улар тик һоҡланыу һәм хөрмәткә генә лайыҡ. Ошо кисәлә улар бергәләшеп тамашасыларға рухи байлыҡ, мәрхәмәтлек бүләк итте. Конкурсты Линар Ғәфиәтуллин, Нуршат Әсфәндийәров, Нурзидә Сәлимгәрәева, Лиана Ғәлиева һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәне.