Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2018, 13:01

Мәхәлләлә тағы бер сығарылыш

17 апрелдә «Ислам нуры» мәсетендә сираттағы сығарылыш сараһы үтте. Быға тиклем ҡатмарлы ғәрәп теле яҙыуҙарын күреп, уҡылышын ишетеп кенә белгән өлкән йәштәгеләргә тәүге ваҡытта бик ауыр тойолһа ла, Аллаһы Тәғәләнең рәхмәте, остаздарыбыҙҙың ихлас күңелдән тырышлыҡтары менән, 14 ай уҡыу дәүерендә маҡсатыбыҙҙың бер ни тиклем өлөшөн үтәнек тиһәк тә була.

Элекке физика уҡытыусыһы, тормош рәүешен мосолман дине нигеҙендә алып барған, хаҡлы ялға сыҡҡас Өфө ислам университетын тамамлаған Ғәлиәкбәр хәҙрәт Искәндәровтың дәрестәре мауыҡтырғыс, фәһемле, тәрбиәүи дәрәжәлә үтте. Ғәкидә (Акида) фәне кешенең эске донъяһы, йөрәк-йәне менән бөйөк көскә ышаныу, Ҡөрьән һәм ислам ҡушыуынса йәшәү, донъяла һәм Ахирәттә бәхетле булыуға тура юл, быға һәр кемдең үҙ теләге, дөрөҫ нәтижә генә яһарға кәрәк тигән төшөнсәне һыҙыҡ аҫтына алып өйрәндек. Хажи-хәҙрәт мосолмандарҙың дини ҡанундар йыйылмаһы – шәриғәт тураһында ентекле белем бирҙе. «Ислам нуры» мәсетен тергеҙеүҙә күп көс һалған, шәкерттәр уҡытҡан, хаж ҡылған Ғәлиәкбәр хәҙрәткә, уның хәләл ефете Зәкиә абыстайға иҫәнлек-һаулыҡ теләп, барыһы өсөн дә рәхмәт белдерәбеҙ. Ә хәҙер ҡыҫҡаса хәҙрәттең тәүге шәкерттәре, бөгөн Өфө ислам университетын тамамлау алдында торған мәсет-мәҙрәсәләге остаздар тураһында. Вахит Әхмәҙиевтың мосолман кешеһен тыуғандан үлемгә тиклем оҙатып килеүсе дини-кешелекле йолалар, барлыҡ намаҙҙарҙың эстәлеге, башҡарыу тәртиптәрен ентекләп һөйләп аңлатыуы, эшләп күрһәтеүе күңелгә ятып, тиҙ хәтерҙә ҡалырлыҡ булды. Хәлимә Ғәлиева дәрестәрендә, тәү тапҡыр уҡырға килгән балалар кеүек, ғәрәп теле әлифбаһының 28 хәрефен, уларҙың яҙылышын, тамаҡ төбө, тел, тештәр, ирендәр ярҙамында ауаз сығарыу сифаттарын өйрәндек. Пәйғәмбәрҙәребеҙ тураһында ҡыҙыҡлы тарихи мәғлүмәттәрҙе Сәүиә Дәминова еткерҙе. Мөғәллимәләребеҙ Римма Хисмәтуллина менән Мәүлиҙә Баһауетдинова алты ай дауамында һәр бер сүрәнең эстәлеген аңлатып, тейешле ҡағиҙәләргә таянып уҡырға өйрәттеләр. Шулай уҡ үткән йылдарҙа ошондай курс тамамлаған Таһир Хәйруллин менән Фәриҙә Ғәләүетдинованың тәжрибәкәңәштәренең дә файҙаһы ҙур булды. Ошо көндәрҙә мәктәп мөдәрисе Вахит Әхмәҙиевтың сығарылыш шәкерттәре, төркөм старостасы, өлгөр, оҫта ойоштороусы, фотограф Люциә Дәүләтйәрова, әйҙәләп алдан йөрөүселәр Рәйлә Әхмәҙиева, Зөлфирә Ғәлиева, Йәмилә Хисмәтуллина, Нажиә Ҡаһирова, Асия Сәлихова, Миниса Ҡарамышева һәм ошо мәҡәлә авторы Ҡөрьәндең һуңғы аяттарын, «Хәтем» доғаһын уҡып, был донъянан мәңгелеккә күскән мәрхүммәрхүмәләребеҙҙе иҫкә алып, уларҙың рухына бағышлау доғаһын еткерҙек. Барыһы өсөн дә Тәлғәт имам-хәҙрәткә, моңло итеп аҙан әйтеүсебеҙ мөәзин Минебәк Сәйәх улына рәхмәт әйтәбеҙ. Улар беҙҙең мөрәжәғәттәребеҙҙе бер ваҡытта ла яуапһыҙ ҡалдырманы. Бөгөнгө көнгә үҙенең 12 йылда мәсет мәктәбендә 17 шәкерт дини белем алды. Артабан күңелле һөйләшеү сығарылыш шәкерттәре тарафынан әҙерләнгән сәй табыны артында дауам итте. Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныс, бәрәкәтле тормош теләйем.

Рәфҡәт БАСИРОВ, мәхәлләнең быйылғы сығарылыш шәкерте. М.ӘҺЛИУЛЛИНА фотоһы.


Читайте нас: