Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2018, 13:57

Бәхет сатҡылары балҡый йөҙҙәрендә

Риф Хәйбрахман улы Шәймәрҙәнов Юғары Гөлөм ауылының иң өлкән, ауылда ғына түгел, районда ла хөрмәткә һәм ҙур абруй яулаған кешеһе.

Риф Садиҡа менән Хәйбрахмандың ғаиләһендә 1935 йылдың апрелендә дүртенсе бала булып яҡты донъяға килә. Йәштәштәре кеүек, уға ла тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татырға тура килә. Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһында балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштергәс, уны Мәскәүгә төҙөлөшкә эшкә ебәрәләр. Егет 1954 йылда шунан армия сафына алына һәм Ленинград өлкәһендә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тамамлағас, Риф Мәскәүҙә төҙөлөштә эшен дауам итергә уйлай, әммә ата-әсәһе ҡаршы төшә. Уларҙың һүҙен тыңлап, Риф 1957 йылда ауылға ҡайтып, хеҙмәт юлын дауам итә. Башта колхозда төрлө эштәр башҡара. Быға бигерәк тә олатаһы шатлана, ул Рифтең тиҙерәк өйләнеүен һәм ауылда төпләнеүен теләй. Сәхиулла бабай менән үҙенең уй-ниәттәре менән бүлешкәс, ул Рифте Миәкә районының Етегән ауылына тирмәнгә алып барырға ҡарар итә. Барып еткәс, сират алып, таныштарына инеп сығырға булалар. Уларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алалар. Йәш ҡыҙ сәй табыны әҙерләп йөрөй. Шунда егеттең ҡыҙға күҙе төшә һәм бер күреүҙә уға ғашиҡ була һәм ҡайтҡанда килергә вәғәҙә бирә. Икенсе осрашыуҙа егет өйләнергә теләүен әйтә.

- Нисек? - ти ғәжәпләнеп, аптырап ҡала ҡыҙ.

- Һиңә өйләнеп, һәр ваҡыт бергә булырға теләйем, - тип яуап бирә егет.

Икенсе көндө ат дуғаһына аҡ таҫтамалдар бәйләп, бүләктәр алып, ике туған ағаһы Ринатты ултыртып, буран уйнатып, кейәү егете булып, Етегән ауылына киләләр. Йола буйынса балдыҙҙарына, ҡәйнештәренә, бала-сағаларға бүләк таратып, ҡыҙҙы алып ҡайталар. Шулай итеп, Етегән ауылы ҡыҙы Зөбәржәт Юғары Гөлөм ауылына килен булып төшә. Шул уҡ көндө күршеләренә Айҙарәле ауылынан Миңлегөл исемле ҡыҙ ҙа килен булып төшә. Был йылды, барлығы, Юғары Гөлөм ауылына 12 килен төшә.

- Ул йыл ауыл өсөн килендәргә бай булды тип әйтергә була - 12 пар туй үткәрҙе. Әммә уларҙың береһенә генә 60 йыл бергә йәшәргә насип булды. Төрлө сәбәптәр менән ҡайһы берҙәре айырылышты, ҡайһылары иҫән түгел, - тип хәтерләй Зөбәржәт еңгә.

Тормош иптәше менән улар 60 йыл матур, татыу, үрнәкле тормош кисерә. Атай нигеҙендә бик матур өй һалып сығалар. Риф ағай үҙ ҡулдары менән тәҙрә рамдары, ишектәр яһаны, мейесте лә үҙе сығара. Икеһе лә уңған, һәләтле. Риф ағай балта оҫтаһы булһа, Зөбәржәт еңгә аш-һыуға оҫта. Туйҙарға, ҡунаҡҡа барғанда табаҡ тултырып, балланған бауырһаҡ алып бара. Риф ағай ҡайҙа ғына эшләһә лә эшен еренә еткереп башҡара. Ул ауылда эште яғыулыҡ-майлау материалдары ташыуҙан башланы, һуңынан төҙөлөш бригадаһында бригадир, тракторсы, комбайнсы, электромонтер, ферма мөдире, бригадир булып эшләне. Ир кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡ телендә. Еңгә лә төрлө эштә ҡатнашты, сөгөлдөр үҫтерҙе.

Биш балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырҙылар. Хәҙер һәр ҡайһыһы үҙаллы тормош көтә. Өлкән ҡыҙҙары Зөмәрә Салауат ҡалаһында ғүмер кисерә. Аш-һыу оҫтаһы, 35 йыл ашнаҡсы булып эшләне. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, һаман эшен дауам итә. Улдары Вәрис һәм Радик ғаиләләре менән Стәрлебашта йәшәй. Атайҙары кеүек ниндәй эшкә тотонһалар ҙа еренә еткереп башҡаралар. Матур өй һалып сыҡтылар. Килендәр Нурия менән Фаягөл дә ҡәйнә тупрағынан булып сыҡты. Икеһе лә уңған, һәләтле, изге күңелле, туғандарға, ололарға иғтибарлы. Нурия үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлегендә шәфҡәт туташы, Фаягөл - район үҙәгенең 2 һанлы балалар баҡсаһында күп йылдар тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Икеһе лә хөрмәткә лайыҡ. Зөлфирә ҡыҙҙары Фәнис кейәү менән Себер яҡтарында эшләп, шунда донъя ҡороп йәшәй, ике бала үҫтерә. Иң кесе ҡыҙҙары Әлмира Юғары Гөлөм ауылында Илгиз кейәү менән матур ғаилә ҡороп, ҙур өй һалып сыҡтылар. Әлмира ла бауырһаҡ оҫтаһы. Стәрлебашта эшҡыуар Рөстәм Буранғоловтың бауырһаҡ цехында эшләй.

Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, уға 83 йәш, Риф ағай әле лә тынғы белмәй. Ҡышын йыш ҡына үҙе яһаған саңғыларҙа урманға йөрөй. Йәйен йорт-ҡураны тәртиптә тота, баҡсала төрлө еләк-емеш үҫтерә. Йыш ҡына үҙенең «Жигули» машинаһында тормош иптәше менән бергә район үҙәгенә магазинға, балаларына һәм таныштарына ҡунаҡҡа йөрөйҙәр.

Риф ағай һәм Зөбәрҗәт еңгә туғыҙ ейән-ейәнсәренә бәхетле олатай менән өләсәй. Барыһы бергә юбилейҙарға һәм башҡа байрамдарға йыйылғанда өй балаларҙың шат ауаздары менән тула. Балалары йыш ҡына ата-әсәләренә хужалыҡта ярҙам итергә ҡайта. Әлеге ҡунаҡсыл өйҙә уларға ғына түгел, беҙгә, туғандарына ла урын етә. Беҙ был ғаилә менән бик ғорурланабыҙ. Риф ағай менән Зөбәржәт еңгәгә барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, өйөгөҙҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ һәм бәхет булыуын теләйбеҙ.

Сайля КУТЛУШИНА. Фото из семейного альбома.
Читайте нас: