Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2018, 13:31

Армияға барыр мәл етте

Яҙғы призыв 1 апрелдә башланды һәм 15 июлдә тамамланасаҡ. Шуға ярашлы, район хакимиәтендә 1991-2000 йылғы үҫмерҙәрҙе хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса кәңәшмә үтте.

Традиция буйынса, унда район хакимиәте, мәғариф, эске эштәр бүлектәре, үҙәк район дауаханаһы, хәрби комиссариат вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтарынан торған комиссия ағзалары ҡатнашты. Кәңәшмәне призыв комиссияһы рәйесе, район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров алып барҙы.

Йыйылыусылар алдында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары һәм призыв комиссияһы рәйесе урынбаҫары Альбина Суфьянова сығыш яһап, 2017 йылғы көҙгө призывҡа йомғаҡ яһаны. Ул йылда хеҙмәткә 21 кеше оҙатылған. Шуларҙың бишеһе - юғары, 13ө - урта - махсус, береһе - урта дөйөм һәм икеһе - төп дөйөм белемле булған. Призыв буйынса план 100% үтәлгән. Сәләмәтлек торошо буйынса кире ҡайтарылғандар булмаған.

Призывниктарҙы медицина тикшереүе үткәреүе йомғаҡтары һәм буласаҡ яҙғы призывҡа төп бурыстар менән йыйылыусыларҙы район дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, уҙған йылда барлығы 216 кеше медицина тикшереүе үткән, шуларҙың 164е - хәрби хеҙмәткә яраҡлы, 35е - сикле яраҡлы, 16һы - ваҡытлыса яраҡһыҙ һәм береһе - яраҡһыҙ тип танылған. Йәштәрҙә эндокрин һәм аш һеңдереү системаһы сирҙәре, йәрәхәтләнеүҙәр йыш осрай. Ваҡытлыса яраҡһыҙ тип танылған призывниктарға сәләмәтләндереү саралары үткәрелгән. Улар тикшереү үтеп, амбулатор дауалау алған.

Полиция вәкиле Илшат Хәмиҙуллин хеҙмәттән ҡасып йөрөүселәрҙе эҙләү һәм ҡулға алыуҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса сығыш яһаны. Йыйылыусылар алдында шулай уҡ Миәкә һәм Стәрлебаш районыдары хәрби комиссары Ренат Латипов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов һәм Буҙат ауыл биләмәһе башлығы Салауат Сәфәрғәлиев сығыш яһаны.

Фәнүр Туҡтаров кәңәшмәгә йомғаҡ яһаны. Призыв тейешле кимәлдә үтһен өсөн районда бөтә шарттар булдырылған һәм ойоштороу эше башҡарылған, тип билдәләне ул. Яңылыҡтарға килгәндә, хәҙер мәктәптән һуң урта һөнәри белем биреү учреждениеларына уҡырға ингән призывниктар элекке кеүек 20 йәшкә тиклем генә түгел, ә бөтә уҡыу ваҡыты дауамында хеҙмәттән кисектерелә. Шулай уҡ үҫмерҙәр армияла ғәҙәти ашығыс хеҙмәт итеү йәки ике йылға контракт төҙөү араһында һайлау мөмкинлегенә эйә. Бөгөнгө көндә призывниктар табип-белгестәрҙә (һүрәттә) һәм призыв комиссияһында тикшереү үтә, улар егеттәргә хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ тураһында һығымта бирәсәк.

Лиана ЙӘРМИЕВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: