Улар ҙур ғаиләләрҙә, хеҙмәт һөйөп, өлкәндәрҙе ихтирам һәм хөрмәт итеп үҫә. Бер мәктәптә уҡыйҙар, ә мөхәббәт һуңыраҡ: Фәрит ветеринар, Гөлзифа - һөт сәнәғәте техникумдарын тамамлау тураһында дипломдар алғас ҡабына. Ике йыл йәштәр Һарыйылға ауылында егеттең ата-әсәһе менән бергә йәшәй, һуңынан Хәлекәй ауылында ҙур булмаған өй һатып алып, йәшәй башлайҙар. Ул ваҡытта уларҙың тәүге сабыйҙарына ике йәш тирәһе була.
- Миңә уҡыуымды дауам итергә кәрәк ине, - тип бер ваҡыт һүҙ башлай йәш атай. - Һин быға ни әйтерһең?
- Ҡаршы түгел, - ти ул. - Һиңә мотлаҡ юғары белем алырға кәрәк.
Ул баш ҡаланың абруйлы уҡыу йорттарының береһе - Мәскәү ветеринар академияһын һайлай!
- Уҡырға инергә киттем. Ҡулымда ҙур булмаған сумаҙан, ә унда барлыҡ документтар һәм Мәскәү магазиндарында улыма һатып алырға кейем-һалымдан башлап барлыҡ кәрәкле әйберҙәр яҙылған ҙур исемлек, - тип йылмайып хәтерләй Мәскәүгә тәүге тапҡыр барғанын Фәрит Әхмәтсәләм улы. - Барлыҡ әйберҙәрҙе һатып алдым. Бөтә туғандарыма Алла Пугачева һүрәте төшөрөлгән пакеттар алып ҡайттым.
Әммә уға Академияла уҡырға насип булмай. «Алыҫ. Ҡиммәт. Хәлдән килмәҫ», - тигән берҙәм фекергә килә ирле-ҡатынлы Баһауетдиновтар. Шул саҡ студент яҡыныраҡ - Ырымбур ауыл хужалығы институтына күсергә ҡарар итә. Ырымбур Мәскәү түгел, яҡын, юл арытмай. Институтты тамамлау тураһында диплом алырға Баһауетдиновтар бергә бара. Шундай ваҡиға бит! Ул ваҡытҡа уларҙың өсөнсө сабыйҙары тыуа. Шулай итеп, алты айлыҡ Гөлфиә атаһына ветеринар-табип дипломын тантаналы тапшырыу шаһиты була.
Ғаилә татыу йәшәй. Балалар баҡсаға, мәктәпкә йөрөй, өлкәндәр тырышып эшләй. Фәрит Әхмәтсәләм улы Әмир ветеринар участкаһы мөдире була, шул уҡ ваҡытта ике малсылыҡ комплексын хеҙмәтләндерә. Бер мәл уға Баҡый ауылында ла эшләп алырға тура килә. Гөлзифа Һиҙиәт ҡыҙы (әйткәндәй, ул паспорт буйынса Гөлзифа, ә уны бөтәһе лә Зифа тип йөрөтә) балалар баҡсаһында тәрбиәсе, сөгөлдөр үҫтереүсе, ә 15 йыл дауамында - һөт йыйыусы (был эш күп физик көс талап итә) булып эшләй. Ауыр флягаляр һәм бидондар күтәрергә, халыҡтан йыйылған һөттө тапшырғандан һуң уларҙы яҡшылап, йыш ҡына һалҡын, шишмә һыуында йыуырға тура килә. Ә алюмин бидондар һаны ҡайһы саҡ 16 данаға етә! Хаҡлы ялға сыҡҡансы Г.Баһауетдинова урындағы почта бүлексәһенә мөдирлек итә.
1994 йылда Баһауетдиновтар ҙур, кирбес йорт һалып сыға. Баҡсаларына бихисап емеш ағастары ултырта, хатта йылы яратыусы виноград та хужаларҙың хәстәрлеге өсөн уларҙы мул уңыш менән шатландыра.
- Өсөнсө йыл виноград айырыуса күп булды, биҙрәләп йыйҙыҡ, ҡайҙа ҡуйырға белмәнек. Ә уҙған йыл көндәр бик йылы тормағанлыҡтан, уңыш бик үк һәйбәт булманы, - тип һөйләй Фәрит Әхмәтсәләм улы.
Хужабикәнең ҙур һөйөү менән ултыртҡан бихисап сәскәләре сәскә атҡанда уларҙың баҡсаһы күҙҙең яуын алып тора. Күршеләре лә, өй эргәһенән үтеп барыусылар ҙа һис шикһеҙ быны күреп, уларҙың эшһөйәрлегенә, тирә-яҡта матурлыҡ булдырырға теләүҙәренә һоҡлана. Өйҙә лә шулай уҡ уңайлы һәм матур. Бында ла бик күп гөлдәр үҫә. Гөлзифа Һиҙиәт ҡыҙы тәҙрә төбөндә хатта ҡыяр ҙа үҫтерә! Иртә яҙын уҡ улар тәүге ҡыярҙы ауыҙ итә.
Ирле-ҡатынлы Баһауетдиновтар барлыҡ хужалыҡ эштәрен: малдарҙы ла, баҡсалағы эштәрҙе лә бергә башҡара.
«Олатайҙың бал ҡорттары уҫал, әммә балы татлы»
Фәрит Әхмәтсәләм улы тотҡан бал ҡорттарынан күберәк йыш ҡына олатайҙары менән гөж килгән «дуҫтарҙы» күрергә сыҡҡан ейәндәренә «эләгә».
- Ғилемдар олатайымдың да умарталары булған, атайым да умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, хәҙер бына - мин дә. Был эшкә ейәндәремде лә йәлеп итергә тырышам, ошо еңел булмаған, әммә ҡыҙыҡлы эште уларҙың береһе булһа ла дауам итһә шат булыр инем. Үҙебеҙ, ғаиләбеҙ өсөн генә бер нисә умарта тотам - балалар һәм ейәндәр бал ярата. Үҙебеҙ ҙә яратабыҙ, шәкәрҙе ашамайбыҙ ҙа тиерлек, - ти әңгәмәсем.
Баһауетдиновтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары Фидан менән килендәре Рита Санкт-Петербургта йәшәй.
- Туғандарыбыҙға ҡунаҡҡа барғайнылар, эш килеп сығып, шунда йәшәргә ҡалдылар. Тәүҙә бүлмә, һуңынан фатир һатып алдылар. Ризуан һәм Денис исемле ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙыбыҙ Дания ғаиләһе менән Когалымда йәшәй, педиатр булып эшләй. Ул - ике бала әсәһе. Кейәүебеҙ Илмир - нефтсе. Кескәйебеҙ Гөлфиә Өфөлә йәшәй. Кейәүебеҙ Радик менән бер ул тәрбиәләйҙәр.
Халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була». Балаларының өсөһө лә һәйбәт тәрбиә һәм белем ала. Ихлас күңелле, эшһөйәр, аҡыллы ата-әсәләре уларға һәр йәһәттән үрнәк.
Кешеләр араһында һәм кешеләр өсөн
Өс йыл элек Фәрит Баһауетдиновтың тормошонда ҡырҡа үҙгәреш була - уны Хәлекәй ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләйҙәр.
- Яуаплы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы эш, - ти ул. - Дөрөҫөн әйтәм, тәүҙә ауыр ине. Был эшмәкәрлекте бер ҡасан да үҙләштермәҫмен, тип уйлағайным. Сөнки ауыл биләмәһе башлығы булыу еңел түгел. Документацияны аныҡ алып барырға, халыҡтың көнүҙәк проблемаларын, күршеләр, ир менән ҡатын, туғандар араһындағы бәхәстәрҙе һ.б. хәл итергә кәрәк.
Уның һәйбәт репутацияһы, кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе, шулай уҡ ошо ауыл Советында 30 йыл депутатлыҡ эше уға ошо тыңғыһыҙ эшендә ярҙам итә.
Балалар һәм йәштәр менән дә эш һәйбәт кимәлдә. Байтаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарына, йөҙйәшәрҙәргә хөрмәт күрһәтәләр. Ауыл халҡы ла һәр йәһәттән ауыл биләмәһе башлығына ярҙам итә. Кәрәк булһа, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, бер һүҙһеҙ ауылдарҙы, шишмәләрҙе һәм зыяраттарҙы төҙөкләндереү буйынса шәмбе өмәләренә сығалар. Район спорт ярыштарында ошо ауыл Советы спортсылары һәр ваҡыт призер булып, бик күп кубоктар һәм Маҡтау грамоталары яулай.
Туғандар һәм яҡындар араһында
... Йәй етер һәм Баһауетдиновтарҙың йортонда йәнә шау-шыулы һәм күңелле тормош башланыр. Һөйөклө ата-әсәләренә һәм өләсәй менән олатайҙарына балалары һәм ейәндәре ҡайтыр.
Ошо ҙур һәм татыу ғаилә өсөн бергә үткәргән ваҡыттан да мөһимерәк нимә юҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн ул иң бәхетле һәм онотолғоһоҙ мәл. Был ғаиләлә мөхәббәт, изгелек һәм именлек булһын. Һәр ваҡыт һәм оҙаҡ йылдарға!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Фото ғаилә альбомынан.