Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2018, 11:34

Парикмахер һөнәренә уҡынылар

Һеҙ ҡыҫҡартыуға эләкһәгеҙ йәки квалификацияғыҙҙы артырғығыҙ киләлер, ә бәлки башҡа эшмәкәрлек өлкәһендә шөғөлләнеү теләге уянғандыр йәки үҙегеҙҙе бизнеста һынап ҡарарға теләйһегеҙҙер - сәбәптәр күп булыуы мөмкин, әммә һығымта бер - нимәнәндер башларға кәрәк. Бына ошондай хәлдә һеҙгә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге ярҙам итәсәк, сөнки ул райондан ситкә сыҡмайынса ниндәйҙер һөнәргә өйрәнеү мөмкинлеге бирә.

- Парикмахерға уҡырға теләүселәр һәр ваҡыт күп. Сөнки был һөнәр, ысынлап та, һорау менән файҙалана. Үҙең өсөн генә лә ошондай һөнәргәгә эйә булыу артыҡ түгел, - тип һөйләй Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең Стәрлебаш районы бүлеге начальнигы И.Т.Ефремов. Ул ҡыҙҙарҙы уҡыу башланыу уңайынан ҡотлап, ҡыҙыҡлы һәм еңел уҡыу теләне.

Уҡыусылар һаны 12. Бында бухгалтерҙар ҙа, декрет ялында булғандар ҙа, теге йәки был сәбәп арҡаһында белгеслек ала алмағандар ҙа бар. Производствоға өйрәтеү мастеры Гөлнара Исхаҡова ҡыҙҙарҙы теорияға һәм практикаға өйрәтәсәк. Дүрт ай дауамында улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ир-егеттәрҙең сәсен киҫергә, буярға, химик бөҙрәләтергә, прическалар эшләргә өйрәнәсәк. Иҫәп буйынса Гөлнара Сулпан ҡыҙының был төркөмө ун беренсеһе. «Иң мөһиме эшһөйәрлек һәм ныҡышмалылыҡ. Ә талант бихисап күнекмәләрҙән һуң килә», - тип ул. Уның «Орхидея» матурлыҡ студияһында бөтә мастерҙар ҙа уның уҡыусылары. Улар шулай уҡ «Инфинити» матурлыҡ салонында һәм «Грация» парикмахерскийында ла эшләйҙәр. Ҡыҙҙар үҙҙәре лә белемдәрен практикала ҡулланып ҡарауҙы түҙемһеҙләнеп көтә. «Туғандар һәм таныштар араһында сәс киҫтерергә теләүселәр бар», - тип көлә улар.

Бөгөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә «Дүртенсе разрядлы ҡарауылсы» белгеслеге буйынса туғыҙ кешенән торған төркөм һәм дәүләт заданиеһы буйынса уҡыған ун ашнаҡсы уҡыуын тамамлай, шулай уҡ өс айлыҡ бухгалтерҙар төркөмө туплана.

Лиана ЙӘРМЕИВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: