Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2018, 11:40

Хеҙмәт һәм көрәш батырын онотмайыҡ!

Кеше ғүмере йылдар менән түгел, ә эшләгән эштәре менән баһалана. Кем үҙе өсөн генә йәшәмәгән, кешеләргә, халыҡҡа хеҙмәт иткән, шул үлгәндән һуң булһа ла яҡшы яҡтан баһалауға, хөрмәткә һәм ҡәҙерләп иҫкә алыуға лайыҡ.

Шундай кешеләрҙең береһе - Фәрүәз ағай тураһында яҙмау, уны яҡшы яҡтан иҫкә алмау мөмкин түгел. Һөйәрембәтов Фәрүәз Әхмәтгәрәй улы 1939 йылдың 10 октябрендә Ҡабыҡҡыуыш ауылында тыуған. Бала сағында юғалтыуҙар, ауырлыҡтарҙы күп кисереүенә ҡарамаҫтан (атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була), әсәһе, бәләкәй өс балаһы булыуға ҡарамаҫтан, ғәҙел булмаған яза алып, иркенән мәхрүм ителә, ә үҙе балалар йортона оҙатыла. Фәрүәз ағай бала саҡ тормошона бер ҡасан да зарланманы. Уның менән һөйләшеп һүҙ бөтмәҫ ине. Ә хәтере шул тиклем яҡшы булды. Йыш ҡына «Маяҡ» колхозында оҙаҡ йылдар етәксе булып эшләп, ауылды төҙөкләндергән Вәғиз бабай Мөхәмәтшинды тик яҡшы яҡтан ғына телгә ала торғайны. 30-40 йыл элек булған ваҡиғаларҙы кисәгеләй көнө, сәғәте менән генә түгел, минуты менән аныҡлап һөйләр ине. Мәҫәлән, колхоз рәйесе Вәғиз бабай сәғәт нисәлә колхоз идараһына саҡыртып уҡырға ебәрергә юллама, ә бухгалтер булып эшләгән Хәмит бабай Ҡотломбәтов нисә минутта яҙҙыртып юллыҡ аҡса биргән, ҡасан ниндәй машинаға ултырып уҡырға киткән. Техникумды тик «5» билдәләренә генә тамамлағас, Фәрүәз ағай оҙаҡ йылдар ветфелдьшер булып эшләне.

Армия хеҙмәтендә спорт менән дуҫлашып ҡайтҡан Фәрүәз ағай ауылда спортты үҫтереүгә тос өлөш индерҙе һәм ул ошо эштә юлбашсы булды.

Бер нисә ауылға ветфельдшер булып тыңғыһыҙ эштә эшләүенә ҡарамаҫтан, ул аҙнаһына өс тапҡыр, киске сәғәттәрҙә, Вәғиз бабай төҙөткән мәктәп спорт залында уҡыусыларҙы ғына түгел, ауыл йәштәрен дә төрлө физик күнекмәләр эшләргә, көрәшергә өйрәтте. Ҡайһы саҡ класс бүлмәһендә беҙҙең рус теленән белемебеҙҙе тикшерә, ошо телдең киләсәктә кәрәклеген ныҡлап аңлата ине.

Фәрүәз ағай беҙҙең кеүектәргә төрлө яҡлы спортсы ғына түгел, яҡшы тренер, остаз һәм тәрбиәсе лә булды. Бер нисә тапҡыр көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге уның тыуған көнөнә тура килде. Ул беҙгә үрнәк күрһәткәндәй, ярышты ойоштороусылар, тренерҙар тәҡдим итеүенә ҡарамаҫтан, ауыҙына һыра ла ҡапманы, үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла иҫерткес эсемлектәрҙән тыя белде.

Ул 40 йәше тулғас та байтаҡ йылдар көрәшсе-тренер булып район данын яҡлап, ярыштарҙа ҡатнашып йөрөнө һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Ул бер нисә тапҡыр район һәм республика чемпионы һәм призеры булды. Уның уҡыусылары республика, Рәсәй кимәлендә лә уңышлы сығыш яһап чемпион исемен яуланы. Рәсәй чемпионы, Рәсәй спорт мастеры Усманов Фәүҡәт Тәлғәт улының да тәүге тренеры Фәрүәз ағай. Шуныһы шатлыҡлы - ул башлаған эш ауылда әле лә дауам итә.

Тормош ул - көрәш. Ә көрәш менән шөғөлләнгән кеше, Фәрүәз ағай кеүек, тормош ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, ҡурҡыу белмәй, ныҡышмалы, көслө була.

Ул яҡшы психолог та булды. «Эйе, ул - чемпион, тик һин унан көслөрәк, һин уны еңәсәкһең», - тип дәртләндерә белде ул беҙҙе.

Беҙҙең күптәребеҙ спортты һөнәр итеп һайламаһа ла, Фәрүәз ағайҙың беҙҙе спортҡа ылыҡтырыуы, ул биргән кәңәштәр һәм тәрбиә күптәребеҙгә тормошта ынтылыш, маҡсатҡа ирешергә көс бирҙе.

Уның уҡыусылары юғары белем алып әле лә ауыл, район, республика кимәлендә үҙҙәрен һынатмай, көрәшселәр теле менән әйткәнсә, бил бирмәй, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында хеҙмәт итеүен, үҙ эштәрен уңышлы алып барыуын дауам итә. Шулар араһында Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әхмәтов Ринат Гәрәйшә улы, Стәрлебаш районы ауыл хужалығы идараһының баш агрономы Ибраһимов Наил Барый улы, Башҡортостан Юғары суды судьяһы Әхмәтов Мулләхмәт Фәйруша улы һәм башҡалар бар.

Кеше ғүмере - аҡҡан һыу тиҙәр. Шулай икән. Фәрүәз ағай физик яҡтан бик көслө, сыныҡҡан булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере ҡыҫҡа булды. Әммә ул был тормошта бик яҡты эҙ ҡалдырҙы, бихисап батырҙар үҫтерҙе.

Гөлсирә еңгә менән ул бар яҡтан матур ҡыҙ, аҡыллы ул үҫтереп, уларҙы үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙы, бәхетле, хәстәрлекле олатай, өләсәй булды. Донъяларын да матур итеп көттөләр.

Фәрүәз ағай нимәгә тотонһа ла, эште еренә еткереп башҡарҙы. Үҙ һөнәренән тыш ул тимерсе, мейес сығарыусы эштәрен дә оҫта эшләне. Минең белеүемсә, ул кешегә ярҙам итеүҙән бер ҡасан да баш тартманы.

Уны һуңғы юлға оҙатҡанға ла бер йыл була. Ул физик һәм рухи яҡтан көслө, аҡыллы, кешелекле, ҡурҡыу белмәҫ тура һүҙле, батыр ир-егет булды. Уны онотмайыҡ! Фәрүәз ағай кеүек кешеләр күберәк булһа, тормош тағын да йәмлерәк, еңелерәк булыр ине.

Рәмил ӘХМӘТОВ,

Рәсәй Юғары судының отставкалағы судьяһы.
Читайте нас: