Йәшергән ауылында йәшәүсе Рәмзиә Хәбибрахман ҡыҙы менән Хәбибрахман Камалетдин улы Солтановтар һәр саҡ йәштәргә үрнәк булып тора. Был иҫ киткес ғаилә күп йылдар матур тормош көтөп, бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм хөрмәт һаҡлап ҡалған.
Хәбибрахман 1932 йылда 12 балалы ғаиләнең иң кесеһе булып донъяға килә. Әммә, ул ваҡытта балалар йыш үлә... Уларҙың да бишеһе генә иҫән ҡала. Хәбибрахманға бик иртә олоғайып, ал-ял белмәй донъя йөгөн тартырға, сабыр булырға, һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен дә үҙ иңендә татырға, көтөү көтөргә, бесән әҙерләргә, ер һөрөргә һәм башҡа бихисап ауыр хеҙмәт башҡарырға тура килә. 13 йәшендә ул эш рәтен ныҡлы белгән колхозсы була. 1952-1955 йылдарҙа Хәбибрахман Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә. Шунда уҡ шофер һөнәрен үҙләштерә. Ҡайтҡас биш йыл колхоз рәйесен йөрөтә. Ауылға ЗИС машинаһын алып ҡайтҡас уны Хәбибрахманға ышанып тапшыралар, һәм 30 йыл шунда эшләй. Һуңғы ете йыл – заправкала. Ветеран ярты быуатлыҡ хеҙмәт стажына эйә. 1967 йылда «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» исеменә лайыҡ була ул.
Яҙмыш Ырымбур өлкәһенең Ерекле ауылынан Рәмзиә исемле ҡыҙға ла бик күп һынауҙар үтергә мәжбүр итә. Уның атаһы һуғыштан ҡайтҡас 33 йәшендә генә вафат була. Рәмзиә, ғаиләлә иң өлкәне булғанға күрә, әсәһенә һеңлеһен һәм ҡустыһын тәрбиәләшергә ярҙам итә. 13 йәшендә колхозда эшләй башлай. Шуға ла уға ни бары биш класс ҡына тамамларға тура килә.
Хәбибрахман Камалетдин улы уға тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ була. Ул ваҡытта колхозсыларҙың паспорты булмай, шуға ла уларҙың никахын теркәмәйҙәр. Ир менән ҡатын 1958 йылда, өлкән улдары Хәбир тыуғас ғына яҙылыша. Рәмзиә Хәбибрахман ҡыҙы ғүмер буйына сөгөлдөр үҫтерә, ә ҡышын һауынсы булып эшләй. Дүрт улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итеп ул «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өлкән улдарының ғүмере иртә өҙөлә. Уның вафатын яҡындары бик ауыр кисерә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Солтановтар килене һәм ейәндәре менән йыш күрешә. Хәлит һәм Хәлим үҙ эшен асып - һатыуға бауырһаҡ, торт бешерә, туҡмас һәм башҡа бик күп нимә әҙерләй. Уларҙың продукцияһын йәшергәндәр генә түгел, район халҡы ла һатып ала. Эш яйға һалынған. Ағалы-ҡустылы ауыл халҡы өсөн эш урындары биргән. Хәйҙәр ҙә тәүҙә икмәк бешерә, ә хәҙер умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙары Лүзиә Өфө ҡалаһында аптекала эшләй. Барыһының да үҙ ғаиләһе бар. Ейән-ейәнсәрҙәре өләсәй һәм олатайҙарының ҡыуанысы һәм йыуанысы.
Өлгөлө ғаилә ҙур йорт һалып сыға, өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Улар башҡа хаҡлы ялдағылар кеүек һәүетемсә генә донъя көтә. «Өйөбөҙ ишеге барыһына ла һәр ваҡыт асыҡ», - ти 60 йыл мөхәббәттә һәм татыулыҡта ғүмер иткән ирле-ҡатынлы Солтановтар.
Бәхетле тормошта йәшәүҙең сере бер-береңә ҡарата хөрмәткә һәм һөйөүгә бәйле. Ысынлап та, тормош ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, бер-береңә терәк булып, тормош иптәшеңә, балаларыңа мөхәббәт өләшеп, намыҫ ҡушҡанса йәшәй белеү - бәхеттең ябай ҙа, мөһим дә ҡағиҙәһе. Солтановтарға артабан да ауылыбыҙҙың күрке булып, оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләйем.
Йәшергән ауылы ветерандар советы рәйесе. Фото ғаилә альбомынан.