Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2018, 12:21

Ауыл тормошона йәм өҫтәйҙәр

Физкультура техникумы директоры хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙын ҡулында әйләндереп-әйләндереп ҡараны. Йәнә оҙон, һомғол буйлы егеткә күҙ ташланы. -Айырылышыу йәл.Тороп, тәҙрә янына килде. Тәҙрә пәрҙәләрен асты.- Хеҙмәт итергә теләйһеңме һуң?- Үҙемде һынап ҡарау ҡамасауламаҫ ине, - тип яуап бирҙе Тәлғәт.- Ярай, юлың уң булһын.Спортҡа ҙур һөйөүе урта мәктәпте тамамлаған Тәлғәт Исмәғилевты Табылды ауылынан Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ошо уҡыу йортона килтерә. Бер йыл уҡығас, армияға саҡыртыуҙары тураһында хәбәр итәләр. Шул ваҡыттағы Германия Демократик Республикаһы территорияһында урынлашҡан хәрби частарҙың береһенә эләгә. Уҡыуҙар мәлендә уның оҫталығы тураһында дивизия гәзитендә лә яҙалар. Хеҙмәтен старшина званияһында тамамлай.

Тыуған яҡтарына ҡайтҡас, Тәлғәт йәнә физкультура техникумына йүнәлә. Шул уҡ директор бик һөйөнә.

- Волейбол буйынса беҙҙең йыйылма командала уйнарһың, - ти.

Был команда һуңынан ҡала, республика турнирҙарында еңеү яулай. Урта махсус уҡыу йорттары араһында Рәсәй Федерацияһы беренселегендә иң яҡшыһы була. Тәлғәт тә бик яҡшы уйнай.

Ә Табылды ауылында Тәлғәт урандығы мәктәп уҡытыусыһы Нурия Сабитоваға ғашиҡ була, ҡыҙ ҙа уны оҡшата. Шулай итеп, уҡыуын тамамлағандан һуң, 1977 йылда улар өйләнешә.

Тәлғәтте Баҡый урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Тормош иптәше лә уның менән бергә була, әлбиттә. Ибраҡай ауылында тыуып үҫкән Нурия 1-се Стәрлебаш урта мәктәбендә белем алған.

- Физика-математика факультетына уҡырға ин, - тип кәңәш итә уға мәктәп директоры Хәлил Ғәли улы Сәлихов. - Һинең был яҡтан һәләтең бар.

Ул шулай итә лә. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағандан һуң Табылды мәктәбенә йүнәлтмә ала.

Бында ул баш-көллө эшкә сума. Шунда уҡ сығарылыш класс етәксеһе итеп ҡуялар. Йәмәғәт башланғыстарында өлкән пионер вожатый итеп тәғәйенләйҙәр. Аҙнаһына бер тапҡыр ауыл коммунистары менән уҡыуҙар үткәрә, драма түңәрәгенә йөрөй. Башҡалар менән бергә сәхнәлә сығыш яһай.

Нурия фатирҙа торған йорт хужабикәһе уны йәлләп:

- Һин нисек бөтә ерҙә лә өлгөрәһең? Күпме көс кәрәк! Арыйһыңдыр инде? - ти.

- Минең был турала уйларға ваҡытым юҡ, - тип яуап бирә ҡыҙ.

Бер ваҡыт хеҙмәттәштәренең береһе:

- Кисә район үҙәгендә булдым. Беләһеңме, мин унда нимә күрҙем? - ти.

- Әйтһәң белермен.

- Һинең портретың комсомол район комитетының Почет таҡтаһында эленеп тора.

Нурия уңайһыҙланып ҡуя.

Баҡыйҙа ул төрлө ваҡиғаларға бай тормош менән йәшәй. Математика һәм физика уҡытыусыһы. Ауыр фәндәр. Бер ваҡыт бер ҡатын:

- Улыбыҙ менән өҫтәмә рәүештә шөғөлләнә алмаҫһығыҙ микән? - тип үтенә.

- Була, - тип шунда уҡ ризалаша Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙы.

Эш файҙаға була.

Өс йылдан уны уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Эш арта, әлбиттә. Өҫтәүенә, уны ауыл Советы депутаты итеп тә һайлайҙар.

Һөҙөмтәле йылдар. Район педсоветтарында Баҡый мәктәбен барлыҡ күрһәткестәр буйынса иң яҡшыларҙың береһе тип билдәләйҙәр.

- Беҙҙә уҡытыусылар коллективы ныҡ көслө, - тип һөйләй тормош иптәшенә Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙы.

- Был турала мин үҙем дә беләм, - тип йылмая Тәлғәт Хажғәли улы.

Бихисап ҡыҙыҡлы эштәр. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән уйлап эш итеүҙәр.

- Баҡый ҡатындарынан һиңә йәнә рәхмәт һүҙҙәре ишеттем, - ти бер саҡ Тәлғәт Хажғәли улы ҡатынына.

- Ни өсөн?

- Педагогика эшендә ҙур ихласлығың өсөн.

Баҡыйҙар төрлө фәндәр буйынса район конкурстарында еңеүҙәр буйынса лидерҙар араһында була. Тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү (преподаватель Ә.З.Зәбиров), математика (Р.Н.Вилданова), рус теле (С.Ә.Мәүлетбирҙина), биология (Н.С.Ғәфиева), татар теле (Ә.З.Баһауетдинова) фәндәренән бер нисә тапҡыр лауреат була улар. Бында район семинарҙары үтә, ә татар теле буйынса хатта республика семинарын да уңышлы үткәрәләр. Бер нисә уҡытыусы район аттестация комиссияһы составына инә, был да мәктәптең юғары абруйы тураһында һөйләй. Уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире роле барлыҡ эштәрҙә сағыу була.

Ә Тәлғәт Хажғәли улы ла шул 1977 йылда ең һыҙғанып уҡытыу эшенә тотона. Кисен өйөнә арып, әммә ҡәнәғәт булып ҡайта.

Ул физкультура дәрестәрен ҡыҙыҡлы итеп алып бара. Шулай уҡ занятиелар спорт секцияларында ла үтә. Спорт кәрәк-яраҡтарын тулыландыралар.

Бер ваҡыт Тәлғәт Хажғәли улы мәктәп директорына:

- Йәйге спорт комплексы кеүегерәк нимә төҙөргә кәрәк, - ти.

- Яҡшы инициатива, - тип яуап бирә директор. - Әйҙә үҙең ошо эшкә етәкселек ит.

Мәсьәләне ентекле тикшерәләр. Мәктәп уҡыусыларының ата-әсәләре лә ярҙамға ҡушыла.

- Бик яҡшы килеп сыҡты, - тип шатлана уҡытыусылар.

Спорт занятиелары тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ үтә башлай.

Оҙаҡламай бында ошо мәсьәлә буйынса район семинарын үткәрәләр.

Эштәр яҡшы бара. Баҡыйҙарҙың эштәре күптәргә үрнәк була. Йәш волейболсылар, баскетболсылар район беренселегендә беренсе урындар яулай. Саңғысылар командаһы өс иң яҡшылар иҫәбендә була. Еңел атлеттар ҙа уңышлы сығыш яһай.

1981 йылда Рифат Вәлиев райондың йыйылма командаһы составында ауыл мәктәп уҡыусылары араһында саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан беренселегендә ҡатнаша. Һәм чемпион булып ҡайта. Был Баҡый мәктәбе өсөн ысынлап та ҙур ваҡиға була.

Һуңынан Баҡый мәктәбе уҡыусыһы Фәнүр Вәлишин да район саңғы ярыштарында башҡаларҙан айырыла. 1983 йылда ул республика чемпионатында ҡатнаша.

Район командаһына 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе преподавателе Риф Жданов етәкселек итә. Ә Тәлғәт Хажғәли улы уҡыусыһына:

- Ҡыйыуыраҡ бул, бирешмә, - тип кәңәш үтә.

Ярыштар Мишкә районы үҙәгендә була. Мишкәләрҙең үҙҙәренең күптән килгән традициялары һаҡлана - бер нисә йыл рәттән бындағы саңғысылар республикала иң яҡшылары була. Улар был юлы ла еңеүгә төп дәғүәселәр тип һанала. Улар иҫәбенә Ҡалтасы, Бәләбәй һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙың спортсылары инә. Әммә Баҡый саңғысыһы Фәнүр Вәлишин барлыҡ өмөттәрҙе юҡҡа сығарып, сенсация яһай тиһәк тә була. Беренсе көндә ул 15 км дистанцияла еңеү яулай. Артабан 10 км дистанцияла икенсе урын яулай. Һуңынан 4х10 километрға эстафета. Вәлишин команда өсөн һуңғы этапта ярыша. Тәүҙә Ҡалтасы саңғысыһы алда бара. Эстафетаһының икенсе яртыһында Фәнүр уны ҡыуып етә һәм унан 14 секундҡа иртәрәк финиш һыҙығын үтә. Шулай итеп, стәрлебаштар ошо эстафетала еңеүсе була, ә Фәнүрҙе был чемпионаттың геройы тип атайҙар. Тәлғәт Исмәғилевҡа ҡарата ла ҡотлау һүҙҙәре яңғырай.

Хәҙер Фәнүр Вәлишин Баҡый ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләй. Ауылдың волейбол командаһы капитаны.

Тәлғәт Хажғәли улы Баҡый мәктәбендә 23 йыл эшләй. Был осорҙа уның тиҫтәләрсә тәрбиәләнеүселәре төрлө спорт төрҙәре буйынса район һәм республика ярыштары еңеүселәре, призерҙары була. Уларҙың һәм башҡаларҙың спорт менән шөғәлләнеп, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуы - остаздары өсөн иң мөһиме була.

Исмәғилев үҙе бер нисә тапҡыр үҙ өлкәһендә районда иң яҡшы уҡытыусы булып таныла. Физкультура уҡытыусыларының район методик берләшмәһе етәксеһе була.

Башҡорт дәүләт педагогия институтының география факультетын ситтән тороп тамамлай. Ул шулай уҡ район гәзитенең әүҙем ауыл хәбәрсе лә. Республика ауыл хәбәрселәре съездарында ике тапҡыр ҡатнаша.

Ҡасандыр эш башлағанда ғына Исмәғилев Баҡыйҙа спорт һөйөүселәрҙең береһенә:

- Әйҙә, ауылдың волейбол командаһын булдырайыҡ. Күнекмәләр үткәрербеҙ, - тип тәҡдим итә.

- Килеп сығырмы икән һуң?

- Әлбиттә сыға!

Һәм, ысынлап та, килеп сыға бит. Иң мөһиме, трацияға әүерелә. Баҡый командаһы һуңынан байтаҡ йылдар дауамында район турнирҙарында иң яҡшылары иҫәбендә була, шул иҫәптән беренсе урындар ҙа яулай. Хәҙер ҙә ул алдынғылар иҫәбендә.

2000 йылда Исмәғилевтар Табылды ауылына күсенә. Улар бында ҙур матур йорт һалып сыға. Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙын урындағы мәктәп директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм йәнә ҡыҙыу эштәр. Дүрт йылдан һуң табылдылар дөйөм күрһәткестәр буйынса райондың 20 урта мәктәбе араһында дүртенсе урынға сыға. Преподавателдәр А.Г.Вахитова, Р.М.Вахитов, Ф.Ҡ.Вахитова, Ю.Й.Байғужин, Т.Х.Исмәғилев, Г.Р.Исмәғилева район аттестация комиссиялары составына инә. Ошо мәктәп базаһында башҡорт теле уҡытыусыларының республика семинарын үткәрәләр. Дөйөм алғанда коллектив төрлө яҡлап уйланылған, ентекле эш алып бара.

Ә Тәлғәт Хажғәли улы физкультура мәсьәләләрен ныҡышмалы алып бара. Уҡыусылар уның дәрестәрен ярата. Уңыштар ҙа оҙаҡ көттөрмәй. Волейболсылар, баскетболсылар командалары район турнирҙарында айырыла. Ә еңел атлеттар Әлиә Абдрахманова, Рәфил Хөсәйенов, Рузилә Хөсәйенова, Зинфир Хөсәйенов, Илнар Хәкимов, Зифа Вахитова, Илфир Хәкимов республика ярыштарында призер була.

Ирле-ҡатынлы Исмәғилевтарҙың өй архивында - район һәм республика кимәлендә Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы отличнигы тураһында таныҡлыҡтары.

Ҡоштар осоп сығып киткән кеүек, мәктәп уҡыусылары ла үҙ юлдарын дауам итә. Әммә уҡытыусыларға, шул иҫәптән Исмәғилевтарға ҡарата ла рәхмәт һүҙҙәре икһеҙ-сикһеҙ. Хатта телефондан шылтыратып та изге теләктәрен белдерәләр.

Улар балалары өсөн дә шат. Ике ҡыҙҙары ла мәктәпте миҙалға тамамлай. Лилиә Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты дипломын ала. Әлиә Башҡортостан медицина университетын тамамлай. Икеһе лә әле белгеслектәре буйынса эшләй.

Нурия Исмәғилева - Күндерәк ауыл биләмәһенең (бында уларҙың да ауылы инә) ветерандар советы рәйесе. Уҙған йылда ошо ветерандар ойошмаһы район конкурсында беренсе урын яулай. Был турала декабрь айында район ветерандар советы пленумында хәбәр итәләр. Шул саҡта Нурия Ғәбделхаҡ ҡыҙын ошоға бәйле сығыш яһауын һорағайнылар. Залда ултырыусылар уны тын да алмайынса тыңланы, тип арттырмайынса әйтергә мөмкин. Улар күпме ҡыҙыҡлы, файҙалы мәғлүмәт ишетте.

Тәлғәт Хажғәли улын ауылдаштары ауыл старостаһы итеп һайлай. Был өҫтәмә мәшәҡәттәр, сөнки ул был йәмәғәт вазифаһын исем өсөн генә биләмәй.

Бына күптән түгел уға Табылдыларҙың береһе килә. Үҙен борсоған мәсьәлә тураһында әйтә. Кәңәш һорай.

- Ярай. Ике көндән район үҙәгенә барам. Белермен, кәңәшләшермен,- тип яуап бирә Тәлғәт Хажғәли улы.

Ә ҡыҙҙары быға тиклем үк:

- Беҙ һеҙҙең, пенсионерҙарҙың, элеккесә әүҙем тормош позицияһы алып барыуығыҙға, абруйлы шәхестәр булыуығыҙға бик шатбыҙ, - тип әйтеп ҡуя.

Быға тағы нимә өҫтәйһең.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: