7.59 сәғәттә беҙ 2817 һанлы һайлау участкаһы урынлашҡан Айҙарәле ауыл мәҙәниәт йортона килеп индек. Был ваҡытта бында күп кенә халыҡ йыйылғайны. Участка һайлау комиссияһы ағзалары, күҙәтеүселәр, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәренән тыш, һайлаусылар ҙа бихисап ине.
Теүәл 8.00 сәғәттә участка һайлау комиссияһы рәйесе Гүзәлиә Йосопова һайлау башланыуын иғлан итеп, йыйылыусыларҙы әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы. Йәшниккә бюллетендәрҙе тәүгеләрҙән булып урындағы хужалыҡта тиҫтә йыл эшләгән һәм өс бала тәрбиәләгән ирле-ҡатынлы Фәймә һәм Дарвин Шәриповтар төшөрҙө. Улар артынан тағы унлаған кеше.
Участка асылып, 12 минут үтеүгә бында 596 кешенең 20һе тауыш биргәйне инде. Һәйбәт башланғыс. Айҙарәлеләр көн дауамында ла шулай уҡ әүҙем булғандыр, тип уйлайым.
Һайлаусылар араһында беҙҙең иғтибарҙы 93 йәшлек Ғәрифә инәй Мусина (өҫтәге һүрәттә) йәлеп итте. Бында ул килендәре Рәзилә һәм Гөлнур менән килгән. Дәртле генә атлап комиссия ағзалары ултырған өҫтәлгә килеп бюллетень алды. Ә бер минуттан уны йәшниккә төшөрҙө.
- Ниндәй кәйеф менән тауыш бирҙегеҙ, буласаҡ Президенттан нимә көтәһегеҙ? - тип һорамайынса түҙмәнем йөҙйәшәр инәйҙән.
- Ҡыҙым, иң мөһиме, донъялар имен булһын, - тип яуап бирҙе ул. - Илдә лә, районда ла, тотош Ер шарында тыныслыҡ булһын. Күңелдәребеҙ ҙә тыныс булһын. Ҡалғаны булыр. Кәйефем шәп. Улым Хәйҙәр һәм киленем Рәзилә менән йәшәйем. Аллаға шөкөр, зарланырға урын юҡ. Барыһы ла һәйбәт. Киләсәктә лә бар ерҙә тотороҡлоҡ һәм именлек булһын.
Был участкала ошондай мөһим сәйәси сарала тәүге тапҡыр ҡатнашҡан һигеҙ кеше теркәлгән. Улар араһында урындағы колледжда белем алған Сергей Савилов һәм Азат Шәйехов иртән-иртүк беренселәрҙән булып тауыш биргән. Афарин, егеттәр!
Беҙҙең киләһе туҡталыш пункты - Тәтер-Арыҫлан ауылында 2818 һанлы һайлау участкаһы. Ингән ерҙә үк беҙҙе күңелле музыка һәм өс полиция хеҙмәткәре ҡаршыланы. Бюллетендәр һалыр өсөн йәшниктәр һәм участка һайлау комиссияһы ағзалары барыһы ла . ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә урынлашҡайны.
- Беҙҙең участка - район үҙәген иҫәпкә алмаһаң, иң күп тауыш биреүселәрҙең береһе, - ти участка һайлау комиссияһы рәйесе Зөлфиә Арыҫланова. - Тауыш биреүселәр исемлегендә 712 кеше. Ветерандар - ирле-ҡатынлы Вәсилә һәм Тимербулат Нафиҡовтар, Зөлфирә Үләева һәм Илдус Садиҡов тәүгеләрҙән кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирҙе. Уларҙың барыһы ла һайлау тураһында иҫтәлеккә ҙур булмаған бүләктәр алды.
Бында беренсе тапҡыр тауыш биреүселәр ҙә күп ине - 13 кеше. 30 йәшкә тиклем һайлаусылар - 90 кеше. Сәйәси партия вәкилдәре, шулай уҡ республика, ә биш участкала - Рәсәй Федерацияһы йәмәғәт палатаһы вәкилдәре һайлау барышын күҙәтте. Бюллетендәр тапшырып ултырған участка һайлау комиссияһы ағзалары өсөн был һайлау беренсеһе генә түгел. Улар - был эште ентекле белгән һәм бурыстарын аныҡ үтәгән Мәүлийәр Атласов, Фәриҙә Рысаева, Нурия Бакирова. Участка асылыу мәленән ярты сәғәттә бында 15 кеше тауыш бирҙе. Улар араһында хеҙмәт ветераны, 80 йәшлек Нәзирә Мөхәмәтшина ла бар, ул бер һайлауҙы ла ҡалдырмай. Оло йәштәге инәй ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендә генә йәшәй. Уҙған йылдарҙағы кеүек үк, ветеран барлыҡ кандидаттарҙың иң лайыҡлыһы өсөн тауыш бирергә килгән, сөнки һәр тауыштың мөһим булыуын аңлай. Участка һайлау комиссяһы ағзалары әйтеүенсә, һайлаусыларҙың күпләп килеүен улар 9 сәғәттән 11 сәғәткә тиклем һәм төштән һуң көтә. Уҙған йылдарҙа тап шулай булған.
Район үҙәгенең 2-се урта мәктәбендә урынлашҡан 2838 һанлы Мәктәп һайлау участкаһы бында ағымдағы йылда аэропорттарҙағы кеүек металл детекторы ҡуйылыуы менән башҡаларҙан айырылып торҙо. Уны эшләтеп ҡарарға теләп беҙ кеҫәгә асҡыстар бәйләмен һалып ҡуйҙыҡ. Әммә, үкенескә ҡаршы, ул асҡыстарға түгел, ә билдәле әйберҙәргә генә көйләнгән булып сыҡты. Йәғни, ул тауыш бирһен өсөн ниндәйҙер етдиерәк әйбер кәрәк ине. Ул һайлау тамамланғансы тауыш бирмәһен һәм барыһы ла тыныс үтһен тип теләнек беҙ участка һайлау комиссияһы ағзаларына. Уларҙың был көндө эштәре былай ҙа күп, сөнки бында 1189 кеше тауыш бирергә тейеш. Улар араһында ирле-ҡатынлы Розалия һәм Фидаил Ғимрановтар тәүгеләр булды.
Халыҡ һайлауға киләсәктә үҙҙәре, балалары, ейәндәре өсөн яҡшы үҙгәрештәргә өмөтләнеп, күтәренке кәйеф менән йылмайышып килеүе оҡшаны. Улар иҫәбендә ейәнсәре Дания менән тауыш бирергә килгән Мәҙинә Фәтҡуллина, ейәнсәрҙәре Сабина һәм Диана (аҫтағы һүрәттә) менән килгән Гөлнур Йосопова бар. Һайлау тураһында иҫтәлеккә участка һайлау комиссиялары ағзалары «Беҙ Президентты һайланыҡ» тип яҙылған төрлө төҫтәге һауа шарҙары бүләк итте.
- Буласаҡ Президентҡа аҡыллылыҡ, ябай кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы закондар ҡабул итеүен теләйбеҙ. Эшләгәндәрҙең эше һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, ә балалар һәм ейәндәр - бәхетле булһын, - тип теләне улар һаубуллашҡанда.
(Аҙағы. Башы 1-се биттә).
Стәрлебаш ауылының 2837 һанлы Фрунзе һайлау участкаһы (һүрәттә) район Мәҙәниәт йортонда урынлашты. Бында 1147 кеше, шул иҫәптән ошо мәҡәлә авторы ла. Участка һайлау комиссияһы урынлашҡан фойеға ингән ерҙә киң мәғлүмәт саралары вәкиленең аккредитация таныҡлығын күрһәтеүемде һорап, шундай тәртип тип аңлатып, мине һәм фотохәбәрсене металл эҙләгес менән «тикшерҙеләр». Беҙ бәхәсләшмәнек тә. Улар нимә табыр икән тип үҙебеҙгә лә ҡыҙыҡ булды. Тапманылар. Бюллетень алып, уны һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексына төшөрҙөк. Ҙур булмаған экранда шунда уҡ һан күрһәтелде. Минең бюллетень был электрон йәшниктә 24се ине. Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы бында икәү. Икенсеһендә 9.15 сәғәттә 50 бюллетень йыйылғайны. Тауыш биреүселәрҙе бында ла КПРФ, «Берҙәм Рәсәй» һәм Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре күҙәтте. Ә тәртип һаҡсылары араһында - Өфө полицияһы вәкиле. Уның һүҙҙәре буйынса, участкала хәл-торош тыныс, һайлаусыларҙың кәйефе яҡшы. Участка һайлау комиссяһы рәйесе Рәмзил Ҡәйүпов әйтеүенсә, сәғәт 11ҙәрҙә бер нисә комиссия ағзаһы күсмә йәшник менән сәләмәтлеге буйынса участкаға килә алмағандарҙың йорттарына барып киләсәк. Был сирле йәки оло йәштәге кешеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларға ла гражданлыҡ бурысын үтәү мөмкинлеге бирелә. Бында балаларҙы ла онотмағандар ине. Һайлау көнөндә район Мәҙәниәт йортоноң тамаша залында уларға йәнһүрәттәр һәм фильмдар күрһәтелде.
Ваҡыт 12.30 сәғәт. Ошо ваҡытҡа район халҡы РФ Президентын һайлауҙа ниндәй һөҙөмтә күрһәтте?
2826 һанлы Ҡарағош һайлау участкаһы. 497 һайлаусы араһында 279 (56%) кеше буласаҡ Рәсәй Президенты өсөн үҙ тауыштарын бирҙе. Улар араһында район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров та бар. Ул да, ил һәм республиканың беренсе шәхестәре булараҡ, иртән-иртүк тауыш бирҙе. Тыуған Ҡарағош ауылында ул һайлауға иң яҡын кешеләре, 79 йәшлек әсәһе Нәзирә һәм тормош иптәше Сәриә менән килгәйне. Йыйылыусыларҙы ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлап, барыһына ла сәләмәтлек, ә участка һайлау комиссияһы ағзаларына - уңышлы эш, һайлауҙың тыныс үтеүен һәм илгә яҡшы үҙгәрештәр алып килеүен теләне.
2841 һанлы Тәтербаш һайлау участкаһы. 291 (51%) кешенең 149ы тауыш бирҙе.
2830 һанлы Һарайҫа һайлау участкаһы. РФ Президентлығына кандидат өсөн 258 (53,4%) кешенең 139ы үҙ тауышын бирҙе.
2843 һанлы Ҡуғанаҡбаш һайлау участкаһы. 588 (53,1%) һайлаусының 318е гражданлыҡ позицияһын күрһәтте.
Бер һүҙ менән әйткәндә, төш етеүгә күпселек һайлау участкаларында һайлауҙар 50 процентты үткәйне. Ауыл халҡы юғары әүҙемлек күрһәтеп, илгә кем етәкселек итеүенә битараф булмауын күрһәтте. Улар - пассив күҙәтеүселәр түгел, ә киләсәк өсөн күңеле менән янып-көйгән әүҙем электорат.
Район Мәҙәниәт йортоноң агитбригадаһы ағзалары өсөн дә был көн көсөргәнешле булды. Гөлйөҙөм Сәйепова, Гөлфизә Хәйруллина, Рөстәм Ғәлиева, Венера Латипова водитель Ғәзинур Әйүпов менән иртән-иртүк юлда инеләр һәм күркәм, сағыу сығыштары менән һайлаусыларҙың күңелен күтәрҙе. Район үҙәгенең, Мортаҙа, Ибраҡай, Первомайский һәм Тормай һайлау участкаларында шул мәлдә тауыш бирергә килеүселәр улар башҡарыуында күңелле, ихлас йырҙар ишетте.
2847 һанлы Тормай һайлау участкаһы рәйесе Зөмәрә Абдуллина әйтеүенсә, уларҙың ауылына йырсылар көндөҙгө сәғәт ун икеләрҙә килгән. Был ваҡытта бында һайлаусыларҙың 50 проценттан ашыуы, 340 кешенең 180е тауыш биргән дә инде. Кешеләр тотош ғаиләләре менән килгән. Үҙешмәкәр артистарҙың килеүе лә бик урынлы булған. Улар йырлап ҡына ҡалмаған, дәртле бейеүҙәре менән дә тауыш бирергә килеүселәрҙең кәйефен күтәргән.
- Элекке ваҡыттағы кеүек үк, һайлауҙың ысынлап та мөһим булыуын һәм унан күп нимә тороуын, яҙмышыбыҙ, шулай уҡ Рәсәйҙең киләсәге лә шуға бәйле булыуын яҡшы аңлап, халыҡ әүҙем тауыш бирҙе, - тип билдәләне Зөмәрә Вәрис ҡыҙы.
Һайлау участкаларына шылтыратып хәлдәрҙе һорашабыҙ. Киске сәғәт алтынан етенсе ярты араһында тауыш биреү һөҙөмтәләре шундай: район буйынса һайлау исемлегенә индерелгәндәрҙең 77%, 2819 һанлы Айтуған участкаһында 140 кешенең 130ы (92,8%), 2824 һанлы Хәлекәй участкаһында - 277 кешенең 261е (94,2%), 2833 һанлы Табылды участкаһында 246 һайлаусының 210ы (85,3%), 2939 һанлы Первомайский участкаһында 1021 кешенең 822е (80,5%), 2844 һанлы Йомағужа участкаһында - 120 һайлаусының 104е (86,6%) тауыш биргәйне. Һайлау - яҡшы үтте, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Район халҡы тотош ил өсөн мөһим булған сараға үҙ өлөшөн индерҙе. Улар, бөтә Рәсәй халҡы кеүек үк, тормош тағы ла яҡшырыр тигән ышаныс менән тауыш бирҙе. Уларҙың тауыштары иҫәпләнеп кенә ҡалмаҫ, уларҙы ишетерҙәр ҙә, тип ышанабыҙ. Ә беҙҙең һайлаусылар киләсәктә ҙур ғорурлыҡ менән: «Президентыбыҙҙы үҙебеҙ һайланыҡ, ә ул, вәғәҙә иткәнсе, беҙ һәйбәт йәшәһен өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне. Беҙҙең һайлау дөрөҫ булған!» тип әйтер.
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.