Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 20:09

Мексиканан халыҡ-ара эксперт Өфөләге һайлау участкаларының эшен баһаланы

Өфөлә «Һайлауҙар-2018» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә 18 мартта Мексиканан халыҡ-ара эксперт, Мехико ҡалаһының конгресс башлығы аппараты етәксеһе Рауль Торрэс булды.

Журналистар менән әңгәмәлә ул республиканың баш ҡалаһындағы биш һайлау участкаһында булғанын хәбәр итте.
«Участкаларға йәш кешеләрҙең, балалары менән ата-әсәләрҙең, пенсионерҙарҙың тауыш бирергә килгәнен күрҙем. Бер ниндәй ҡағиҙә боҙоу асыҡланманы. Бөтәһе лә һәйбәт. Тик һауа торошо ғына бер аҙ кәйефте боҙҙо», — тине халыҡ-ара эксперт.
Рәсәйҙәге һайлауҙар Мексикалағынан нимәһе менән айырыла тигән һорауға ул техник өлкәне билдәләне.
«Һеҙҙә тауыштарҙы һанаған электрон машиналар (КОИБ – һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма) бар. Улар тиҙ генә тауыштарҙы һанай һәм шуның менән һайлауҙарҙың асыҡлығын тәьмин итә». "Башинформ".
Читайте нас: