Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2018, 11:52

Йөҙө нурлы, күңеле саф

Зәңгәр күҙҙәре эргәһендәге йыйырсыҡтары, яғымлы йөҙө һәм яҡты хәтирәләре уның тәрән аҡылы, саф күңеле тураһында һөйләй. Кесе Буҙат ауылынан 92 йәшлек Мөнирә инәй Әхтәмоваға (һүрәттә) яҙмыш оҙон ғүмер бүләк иткән. Ул - районда йөҙйәшәрҙәрҙең береһе.

Үҙе минең менән һөйләшә, ә бармаҡтары етеҙ хәрәкәтләнеп тиҫбе тарта. Изге күңелле, иманлы һәм яҡты киләсәккә ышанысы булған Мөнирә инәй оҙон ғүмер кисерә.

Ул 1925 йылда Айтуған ауылында яҡты донъға килә. Атаһы Ғәзизйән тырыш, егәрле кеше була. Тормош иптәше менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Әммә бер көндө ул балалары менән яңғыҙ ҡала. Ҡатынһыҙ кескәй балалары менән генә донъя көтөүе уға ауырға төшә. Шул саҡта туғандары Ғәзизйәнгә Айтуған ауылынан йәш ҡыҙ Тәслимәне димләйҙәр. Ул кескәй балаларҙы ҡыҙғанғанмы, йәиһә Ғәзизйәнде донъя көтөрҙәй ир булараҡ белгәнгәме, уныһын хәҙер берәү ҙә әйтә алмай, әммә ҡыҙ ризалаша. Артабан ғаиләлә тағы биш бала тыуа. Мөнирә шуларҙың иң өлкәне була. Ҙур ғаиләне туйындырыр өсөн, Ғәзизйәнгә бар көсөн һалып эшләргә тура килә. Әммә ул йылдарҙа «халыҡ дошманы» тигән ҡара мөһөр күпме аҫыл заттарыбыҙҙың башына етә, ғаиләләрен пыран-заран килтереп, тормоштарын боҙа. Эшһөйәр һәм хәлле крәҫтиән булған Ғәзизйәнде лә ошондай яҙмыш көтә. Шулай Тәслимә балалары менән яңғыҙ тороп ҡала. Һуғыш башланғас, Мөнирәне йәштәштәре менән Силәбе өлкәһенә ағас әҙерләү эштәренә ебәрәләр.

- Ибрай һәм Айтуған ауылдарынан биш ҡыҙ һәм ике егет инек. Бик насар шарттарҙа эшләнек. Ҡышын айырыуса ауыр була торғайны. Кейем иҫке, сабаталар туҙған. Йәшелсә ашы бирә торғайнылар, хәҙер уға хатта берәү ҙә әйләнеп тә ҡарамаҫ ине. Ауыр хеҙмәт йонсотоп, бөтә көсөбөҙҙө ала ине. Һәм шул саҡ беҙ бер нисә егет һәм ҡыҙ ҡасырға булдыҡ. Йәйәүләп ниндәйҙер станцияға тиклем бик оҙаҡ барҙыҡ. Унда тауар вагонына ултырҙыҡ. Ас һәм ныҡ арығанға беҙ шунда уҡ йоҡлап киткәнбеҙ. Горький ҡалаһы станцияһында беҙҙе милиционерҙар уятты. Һорау алыуҙар башланды. Беҙҙе төрмәгә яптылар, әммә бер айҙан ебәрҙеләр. Һәм беҙ йәнә тыуған яҡтарыбыҙға юлыбыҙҙы дауам иттек, - тип һөйләй әңгәмәсем.

Әммә һуғыш тылда ҡалғандарҙы ла аямай. Тыуған йорто юҡ. Мөнирәнең ғаиләһе йә бер йә икенсе туғандарында көн күрә. Кесе Буҙат ауылынан Исмәғил Яппаров уға тәҡдим яһағас, ҡыҙ ризалаша. Ул һуғыш ваҡытында Тоцкий ҡалаһында әҙерлек үтә, әммә сәләмәтлеге буйынса комиссияны үтмәй. Йәш ғаиләлә бер-бер артлы биш бала тыуа. Әммә дүртеһе генә иҫән ҡала. Ире менән улар ни бары ете йыл ғына йәшәп өлгөрә. Исмәғил ауырыуынан төҙәлмәйенсә, 1952 йылда вафат була.

Мөнирә колхозда төрлө эштәр башҡара. Балалары - Нәзирә, Минетдин, Фәрит, Рәшит әсәләренә ҡулдан килгәнсе ярҙамлаша. Йыш ҡына колхозға утайға йөрөйҙәр. Әсәһе Тәслимә лә шулай уҡ ҡыҙының терәк-таянсы була.

- Түҙемле, оҫта ҡуллы әсәйем миңә төплө кәңәштәрен бирә торғайны. Аллаһы Тәғәләгә ышаныуы уға оҙон ғүмер кисерергә ярҙам иткәндер, моғайын. Быға ул беҙҙе лә өйрәтте. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем, ә ул 107 йәшкә етте, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырманы. Иртән Ҡөръән сүрәләре уҡый ине, өлөшөнә төшкән барлыҡ һынауҙарҙы ҙур сабырлыҡ менән үткәрҙе. Ул берәүгә лә ҡыйынлыҡ килтермәне, ғүмер буйына кешеләргә изгелек эшләне. Мин уға кәңәштәре, ярҙамы һәм барыһы-барыһы өсөн рәхмәтлемен, - ти Мөнирә инәй.

Беҙ уның менән Буҙат ауылында йәшәгән улы Минетдин Яппаровтың ғаиләһендә осраштыҡ. Мөнирә инәй йыш ҡына балалары һәм ейәндәрендә ҡунаҡ була. Өс йыл элек Ҡазанда йәшәгән ейәне Ришат Ғәзизуллинда (Нәзирәнең улы) ҡунаҡта булып ҡайтҡан. Бер мәл өләсәһенең хәле насарайғас дауаханаға мөрәжәғәт итәләр. Унда уға операция яһарға кәрәклеген әйтәләр. Балалары һәм ейәндәре ризалығы менән Ҡазан ҡалаһы дауаханаһында уға, йәше оло булыуға ҡарамаҫтан, кардиостимулятор ҡуялар. 92 йәшендә Мөнирә инәй үҙен һәйбәт хис итә. Ул эшһеҙ ултыра алмай. Ҡышын балаларына, ейәндәренә ойоҡбаштар бәйләй, ә йәйен төрлө дарыу үләндәре, еләк йыйырға ярата.

Һәр көндө Мөнирә инәй намаҙҙан башлай. Ҡөръән сүрәләрен ҡабатлай, биш намаҙын ҡалдырмай. Илдә булған хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына һәм рәхәтләнеп мосолман китаптарын, шулай уҡ район гәзитен дә яратып уҡый. Ғүмер буйына киләсәккә алдынғы ҡараш менән йәшәй ул.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: