Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Март 2018, 22:20

Рәсәйҙә лотерея уйнауҙа ҡағиҙәләр үҙгәрҙе

Рәсәй Президенты Владимир Путин лотерея билеттарын һатып алыу һәм улар буйынса отош түләү процедураларын үҙгәртеүсе законға ҡул ҡуйҙы.

Бынан һуң закон лотерея уйнатыуҙа 18 йәше тулмаған граждандарға ҡатнашыуҙы тыя. Хәҙер отош лотереяла ҡатнашыусыға паспортын күрһәткәндә йәки башҡа идентификация төрөндә түләнә, ә отош 15 меңдән артҡанда идентификациялау мотлаҡ була.
Электрон лотерея билетын һатып алғанда һәм шул уҡ суммаға уның буйынса отош алғанда ла ҡатнашыусы тейешле төймәгә баҫып, йәшен раҫларға тейеш. Шуның менән бергә был осраҡтарҙа енәйәти килемде законлаштырыуға ҡаршы эш итеү тураһындағы закон менән ҡаралған тәртиптә идентификациялау уҙғарылмай. "Башинформ".
Читайте нас: