Заманса кампустар юғары уҡыу йортоноң төп корпусына яҡын урынлашасаҡ. Блок системаһы менән 560 урынлыҡ ҡунаҡхана тибындағы биш ҡатлы беренсе дөйөм ятаҡты – 2020 йылға, икенсеһен 2025 йылға төҙөү күҙаллана, тип асыҡлыҡ индерҙе БашДУ ректоры Николай Морозкин.
Әлеге ваҡытта төп юғары уҡыу йортонда яҡынса туғыҙ мең студент белем ала, уларҙан ике меңдән ашыуы дөйөм ятаҡта йәшәй. Юғары уҡыу йортоноң ете дөйөм ятағы бар, уларҙың берәүһен Башҡорт дәүләт университеты студенттары М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыусылар менән бүлешә. Шуға ҡарамаҫтан, урындар етмәй һәм кампустар төҙөү көнүҙәк, бик кәрәк. "Башинформ".