– Күреүебеҙсә, халыҡтың күсенеүе һөҙөмтәһендә ауыл хужалығында белгестәргә ҡытлыҡ бар. Беҙ төрлө ярҙам сараларын файҙаланып, йәштәрҙе йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Атап әйткәндә, ауылға эшкә килгән юғары белемле белгестәргә – 500 мең, урта һөнәри белемгә эйә булғандарға 300 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләнде. Был 2015-2016 йылдар менән сағыштырғанда биш тапҡырға күберәк. Беҙҙә ошо маҡсатҡа 70 миллион һум самаһы аҡса һалынған.
Республика башлығы вуздарҙа студенттар өсөн һөнәрҙәр исемлеген заманса талаптарға ярашлы яңыртыуҙың мөһимлеген билдәләне.
– Ауыл хужалығында һөнәрҙәр йыйылмаһы составы үҙгәрәсәген аңлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Әлбиттә, робот техникаһы, һанлы системаға күсеү күҙаллана. Беҙ бөтөнләй икенсе кимәлдәге – заманса, белемле белгестәр кәрәк буласағын күрәбеҙ. Ресурстарҙы ошондай белгестәр әҙерләүгә йүнәлтәбеҙ. "Башинформ"