Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2018, 12:54

Хеҙмәт һөйгән ғаиләне бәхет ташламай

Кәрим Асҡаров (һүрәттә) - «Нур» Агрофирмаһы» йәмғиәтенең баш энергетигы. Былтыр үткәрелгән алдынғы хеҙмәтсәндәр слетында ул район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров ҡулынан Маҡтау грамотаһы алды һәм «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» исеменә лайыҡ булды.

«Кәрим Хәмзә улы кеүектәр бөгөн бик аҙ. Ул беҙҙә электрсы ла, газ хеҙмәткәре лә, слесарь ҙа, токарь ҙа, иретеп йәбештереүсе лә, моторсы ла, водитель дә», - ти уның тураһында хужалыҡ етәксеһе Радик Яуышев. К.Асҡаров, ысынлап та, һәр эшкә маһир. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ электрға һөйөүе барлыҡҡа килә. Бала саҡтан хеҙмәт һөйөп, техника менән мауығып үҫә, һәйбәт уҡый, районда һәм республикала милли көрәш буйынса күп тапҡыр чемпион булған атаһы Хәмзә Асҡаров кеүек милли көрәш менән шөғөлләнә. Уны ваҡытында өлкәне лә, кесеһе лә яҡшы белә. Ул вафат булғанда, Кәримгә ни бары 11 йәш була. Ғаиләлә улар бишәү - дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫә. Ғаиләһенә был оло юғалтыуҙы кисереү ауыр була. Бәхеткә күрә, балаларының барыһы ла лайыҡлы кешеләр булып үҫә һәм тормошта үҙ урынын таба.

Хабаровск крайында хеҙмәт иткәндән һуң, Кәрим «Яугир-спортсы», «Совет армияһы отличнигы» күкрәккә таға торған билдәләр менән бүләкләнеп, тыуған ауылына ҡайта. Бер нисә көн үткәс тә уны «Ашҡаҙар» колхозы рәйесе Тамир Байназаров саҡыртып: «Беҙ һине Өфөгә электрсыға уҡырға ебәрәбеҙ. Беҙҙең хужалыҡҡа ошо һөнәр эйәләре кәрәк» ти. Уҡып ҡайтҡас, Кәрим колхозда Ҡараяр ауылынан һәйбәт белгес Виктор Семенов менән бергә электрсы булып эш башлай. «Ҙур рәхмәт, унан мин ошо һөнәрҙең күп серҙәренә өйрәндем», - ти К.Асҡаров. Егет баш-көллө эшкә сума. Оҙаҡламай яҙмыш уны - һылыу, аҡыллы Шәүрә исемле ҡыҙ менән осраштыра. 1987 йылда улар өйләнешә. Шул ваҡытта совхоз етәксеһе Вәғиз Мөхәмәтшин егетте шатланып эшкә ала. Эш күп була. Баш энергетик Анатолий Давыдов менән көндәр буйына тырышып эшләйҙәр. Шул йылдарҙа Күндерәктә, Сергеевкала өйҙәр, медицина пункты, ауыл советы, мал һимертеү комплексы, Көнкүреш йорто, мәктәптәр, балалар баҡсалары электр менән йылытыла. Өс ауыл халҡы һәм етәкселеге Кәрим Хәмзә улын тик яҡшы яҡтан баһалай. Артабан Асҡаровты хужалыҡтың баш энергетигы итеп тәғәйенләйҙәр. Бына байтаҡ йылдар ул ошо яуаплы эште намыҫлы башҡара. Шәүрә Дамир ҡыҙы менән матур донъя көтәләр. Ул хәстәрлекле тормош иптәше, һәйбәт хужабикә һәм әсәй, аралашыусан ханым. Өйләнешкәс тә шәфҡәт туташы булып эш башлай, бер нисә йылдан ҡыҫҡартылыуға эләгә. Аптырап ҡалмай, Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инеп, педагог-психилог һөнәрен үҙләштерә. Күндерәк мәктәбендә эшләй башлай. Психолог, өлкән пионервожатый, химия һәм биология уҡытыусыһы була. Мәктәп ябылғас, Шәүрә Дамир ҡыҙы Күндерәк ауыл Советында йәштәр эштәре белгесе вазифаһын башҡара. Һуңынан хужалыҡта диспетчер - шәфҡәт туташы була - путевкалар тултыра. Шәүрәнең 32 йәшлек кенә бер туғаны вафат булғас, уның Илнур исемле улын тәрбиәгә алалар. Малай беренсе класта ғына уҡыған була. Һуңынан Илнур университетты уңышлы тамамлай, СИЗОла эшләй, хәҙер хаҡлы ялда. Бәлә яңғыҙ йөрөмәй. Шәүрәнең бер туғаны Әнүр ҙә вафат була. Уның улын һәм ҡыҙын да тәрбиәгә алалар. Светлана хәҙер университетта уҡый, Артур - Армияла хеҙмәт итә.

Асҡаровтарҙың үҙҙәренең балалары икәү. Өлкән улдары Вадим Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында, бәләкәйҙәре Вилдан - юғары белем алып, белгеслеге буйынса эшләй. Бөтә балалары ла аҡыллы һәм лайыҡлы кешеләр булып үҫә. Ғаилә ҙур өй һалып сыға, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Хужабикә кәзә һөтөнән ҡымыҙ, сыр яһай. Мамыҡ шәлдәр бәйләй. Шәүрә Дамир ҡыҙы, бынан тыш, Күндерәк ауыл биләмәһе депутаты ла, шиғырҙар ҙа яҙа. Был ғаилә, ысынлап та, эшһөйәр. Хеҙмәт һөйгән кешеләр йортон бер ваҡытта ла бәхет ташламай, тип иҫәпләй улар.

Тәлғәт ИСМӘҒИЛЕВ.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: