Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2018, 10:56

Республикала ясле төҙөү буйынса программа ҡабул ителгән – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостанда йәш ярымдан өс йәшкәсә балалар өсөн ясле төҙөү буйынса программа ғәмәлгә ашырыла башлай.

Ошо хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов профессияларында уңышҡа өлгәшкән төбәк вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.
— Беҙ күп төҙөйбөҙ. Бөгөн балалар баҡсалары түгел, ә ясле һалыу менән бәйле проблемалы участкаларҙы ябырға тырышабыҙ. Беҙҙә тейешле программа ҡабул ителгән, алдағы ике-өс йылда йәш ярымдан өс йәшкәсә балаларҙы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән байтаҡ мәктәпкәсә балалар учреждениеһы төҙөләсәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был балаларына өс йәш тулғансы өйҙә ултырырға мәжбүр булған әсәләрҙең, ғаиләләрҙең йөгөн нисектәр кәметеү өсөн киләһе ҙур аҙым.
Алдағы ике-өс йылда был мәсьәләне нигеҙҙә хәл итергә тейешбеҙ.
Ясле төҙөү буйынса ҡарарҙың әһәмиәте хаҡында һөйләп, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова миҫалға бала ҡарау буйынса үҙәктәр ойошторған Башҡорт дәүләт педагогия университетын һәм Республика кардиология диспансерын килтерҙе. Бындай эш тәжрибәһе менән Республика кардиология диспансеры директоры Ирина Николаева уртаҡлашты. Ул әле ваҡытлыса булыу төркөмөнә ясле һәм кесе мәктәпкәсә йәштәге балалар йөрөгәнен һөйләне. "Башинформ".
Читайте нас: