Минең әсәйем Зәйтүнә Мөхәмәтова (Моғаттарова) Стәрлебаш ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң ул Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында белем ала. Атайым Әхәт Ғәбделхәй улы менән (ул Ейәнсура районынан) өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайыбыҙҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. Шуға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ ғаилә усағын һаҡлап ҡалырға көс таба. Беҙ, өс бала - Раушания, Лилиә, Илдар - әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ. Ул беҙҙе үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй, тырышып эшләргә, һәр эшкә яуаплы ҡарарға өйрәтә.
Әсәйебеҙ изге күңелле, хәстәрлекле, иғтибарлы өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәре уны ярата һәм йыш ҡунаҡҡа килә. Ул рәхәтләнеп улар менән шөғөлләнә, эшкә өйрәтә.
Мәктәптә осраҡлы кешеләрҙең оҙаҡ эшләй алмауы билдәле. Улар килә лә китә, балаларҙы ихлас яратҡан, эшенә мөкиббән бирелгән һәм педагогикаға тоғро уҡытыусылар ғына бар көсөн һалып, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыһының күңеленә һеңдерергә тырыша. Әсәйебеҙ Зәйтүнә Мансур ҡыҙы - шундайҙарҙың береһе. Ул 33 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләй, шуларҙың 28е - Ейәнсура районында һәм бишеһе - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә. Хәҙер ул хаҡлы ялда. Уҡыусыларының күбеһе өсөн ул ябай уҡытыусы ғына түгел, икенсе әсәй ҙә ине. Етди, талапсан, әммә шул уҡ ваҡытта һиҙгер һәм ихлас күңелле уҡытыусы һәр уҡыусы йөрәгенә «асҡыс» таба белә, хатта хаҡлы ялда булһа ла, рәхмәтле уҡыусылары уны онотмай.
Әсәйебеҙ ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай, уның бер көнө лә эшһеҙ үтмәй. Асыҡ күңелле, ҡунаҡсыл әсәйебеҙ ҡунаҡтар ҡаршылай. Ул сабырлыҡ тигән иң яҡшы сифатҡа эйә, быға күптәр көнләшер ине. Шуның арҡаһында ул беҙҙе кеше итеп, тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға ярҙам итте. Беҙ уға бының өсөн рәхмәтлебеҙ. Әсәйебеҙ тәрбиәһендә булған 93 йәшлек өләсәйебеҙ Тәүзиха Абдрахман ҡыҙы Моғаттарова ла уға рәхмәтле.
Әсәйебеҙ тураһында оҙаҡ һәм күп һөйләргә мөмкин. Һүҙемде «Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы - йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бейек, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер», тигән шиғыр юлдары менән тамамлағым килә.