Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2018, 15:56

Әсә наҙы йәнгә һары май

Өйгә яңы ғына бешкән икмәк еҫе таралған. Баҡһаң, ул мейестә бешә икән.- Инегеҙ, инегеҙ, - тип саҡырҙы өйгә урта йәштәге, йылмайып торған хужабикә Тәскирә.- Икмәкте лә алырға ваҡыт етте, - тип өҫтәне ул һәм ҡабарып бешкән икмәктәрҙе йәһәт кенә өҫтәлгә алып ҡуйҙы. - Йыш бешерәм, - тине ул. - Магазиндан да алам. Әммә үҙең һалған икмәккә етмәй. Ләүәш, ваҡ бәлеш тә бешереп торам. Балаларға оҡшаһын тип төрлөһөнән бешерергә тырышам. Улар миндә бишәү.Ғаилә Стәрлебаш ауылының Баҫыу урамында иркен кирбес йортта йәшәй.

Залда тиҫтәләгән миҙалдар эленеп тора.

- 11 класта уҡыған улыбыҙ Рөстәм көрәш менән мауыға, - тип аныҡлай Тәскирә. - Ҙур ярыштарҙа ла ҡатнаша.

Эйе, уҙған йылдың мартында Рөстәм Мөхәмәтшин Башҡортостандың йыйылма командаһы составында үҫмерҙәр араһында ошо спорт төрө буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашты. Һәм көмөш призер булды. Ноябрь айында Пермь крайының Кунгур ҡалаһында үткән «Урал кубогы» Бөтә донъя турнирында шулай уҡ икенсе урын яуланы.

Уға ҡарап, 15 йәшлек икенсе улдары ла ошо секцияла шөғөлләнә башлай. Шулай итеп, күнекмәләргә икәүләшеп йөрөйҙәр.

Тәскирә Стәрлебаш ауылынан. Тәүҙә Өфөлә эшләй. Бер ваҡыт Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһендә йәшәгән ағаһына ҡунаҡҡа бара. Ошо уҡ ҡасабала Тәтер-Арыҫлан ауылы егете Рәфис Мөхәмәтшин да ҡунаҡта була. Ошонда уларҙың яҙмышы бәйләнә. Өйләнешәләр. Эшкә урынлашалар. Йәшәргә урын да табыла. Әммә тыуған яҡ үҙенә тарта. Стәрлебашҡа ҡайтып эшкә урынлашалар. Дөйөм ятаҡтан йәшәргә бүлмә бирәләр. Һуңынан ер участкаһы алып, Тәтер-Арыҫлан ауылынан Рәфистең ата-әсәһенең ҙур булмаған өйөн күсерәләр. Артабан үҙҙәре лә күсенә.

Рәфис ике трактор һатып ала. Халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтә.

2001 йылда Мөхәмәтшиндар Рөстәм исемле өс айлыҡ малайҙы уллыҡҡа алалар. Ике йылдан ошондай тағы бер сабый уларҙың законлы улына әүерелә һәм уға Айнур тигән исем бирәләр.

Ирле-ҡатынлы уларҙы шунда уҡ яратып, һәйбәтләп тәрбиәләй. Малайҙар һау-сәләмәт һәм аралашыусан булып үҫә. Әйткәндәй, улар хәҙер ҙә шундай.

Бер ваҡыт Рәфис:

- Әйҙәгеҙ, тәүәкәлләп яңы өй һалайыҡ, - тип хәбәр һала.

- Әлбиттә, - тип килешә Тәскирә.

Ҙур эш башҡарыла. Маҡсаттарына ирешәләр. Бына ул - бөгөнгө йорттары. Гараж, һарай, келәт, мунса ла төҙөйҙәр.

Бер ваҡыт ирле-ҡатынлы Мөхәмәтшиндар үҙ-ара кәңәшләшеп алғандан һуң:

- Беҙгә бер ҡыҙ алырға кәрәк, - тип белдерә ҡатыны Тәскирә.

Рәфис бер аҙ уйланғас:

- Үҙең хәл ит, - тип яуап бирә. - Мин ҡаршы түгел.

Балалар йортонда ике йәшлек Настя исемле ҡыҙҙы оҡшаталар. Бында уның ағаһы Артур ҙа була. Туғандарҙы айырмайынса икеһен дә опекунлыҡҡа алалар. Ике йылдан ғаилә Әлиә исемле тағы бер ҡыҙҙы тәрбиәгә ала. Хәҙер ул икенсе, Настя - дүртенсе, Артур - бишенсе класта уҡый. Бөтәһе лә - 2-се Стәрлебаш урта мәктәбендә.

Изге күңелле Рәфис, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған йылда 50 йәшендә ваҡытһыҙ вафат була.

- Мал-тыуар аҫрайбыҙ, - тип һөйләй Тәскирә. - Аҙбарҙа - һыйыр, тана, ҡош-ҡорт бар. Йәйен - бройлер, өйрәк алабыҙ.

- Ауыр түгелме?

- Тырышабыҙ, - тип йылмая ул. - Улдарым да, Аллаға шөкөр, эш рәтен белә. Улар, әйтергә кәрәк, тырыш һәм егәрле.

Күп балалы ғаиләгә финанс йәһәттән дәүләт тә һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Әммә ҡыйынлыҡтар ҙа булалыр, моғайын, тип уйлайым. Мәшәҡәттәр ҙә бихисап. Әммә улар зарланмай.

Уларҙың дуҫтары ла күп. Бер-береһенә төрлө хәлдәрҙә ярҙам итәләр. Күршеләре лә изге күңелле кешеләр.

Ошо һүҙҙәрҙе иҫбатлаған кеүек күршеләренең береһе килеп инде. Әлиәне башынан һыйпап, хужабикә менән бер аҙ һөйләшкәс, сығып китте.

Залда кер үтекләү өҫтәлен күрәм.

- Йыш кер йыуырға һәм үтекләргә тура килә, - ти Тәскирә. - Әммә зарланмайым, был миңә хатта оҡшай ҙа.

Аш бүлмәһенә Настя килеп инде.

- Әсәй, бәлки ярҙам итергәлер?

- Кәрәкмәй, - йәнә йылмайҙы Тәскирә. - Бар, ҡыҙым, үҙ эштәрең менән бул. Китап уҡы. Әлиә менән ултыр. Күрәһеңме, ул нимәлер төшөрөп ултыра.

Был йортта ихласлыҡ хөкөм һөргәне һиҙелә.

- Каникул башланды, - тип дауам итә Тәскирә. - Иртәгә өс бәләкәй бала менән поликлиникаға барырға ине. Уларға график буйынса медицина тикшереүе үтергә кәрәк. Ә ҡайтышлай, магазинға инеп, тәмлекәстәр алырбыҙ.

Был йорттан сығыу менән мине төрлө уй биләне. Бәлки, был ғаиләлә ниндәйҙер ауырлыҡтар барҙыр, әммә бында балалар йәшәү өсөн бөтә әйбере булған, әммә иң мөһиме - барыһынан да ҡәҙерлерәк яҡын кешеңдең йөрәк йылыһы, өй усағы, ихлас аралашыу булмаған «алтын ситлек»тәрҙәге бихисап тиңдәштәренә ҡарағанда күпкә бәхетлерәктер, тип уйлап ҡуйҙым.

Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН.
Читайте нас: