Һылыуҡай затлы таштар менән биҙәлгән таж, тун, билдәле ювелир компанияһынан муйынсаҡ һәм алҡалар, рюкзак, сәскә гөлләмәһе менән бүләкләнде. Төп приз — Европа буйлап сәйәхәт.
Эльмира Шәйехова Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идара итеүе институтында уҡый. Һөнәре — мәғлүмәт хәүефһеҙлеге.
«Бала саҡтан модель булырға хыялландым һәм ҙур ҡалала уны тормошҡа ашырырға булдым. Быға тиклем «Өфө һылыуҡайы» конкурсында ҡатнашып, еңеү яулағайным, шуға күрә үҙемдең көсөмдө күләмле бәйгелә һынап ҡарарға хәл иттем», — тине Эльмира.
Быйылғы конкурсҡа килгәндә, һылыуҡай ҡыҙҙарҙың бер-береһенә яҡшы мөғәләмәлә, дуҫ булыуҙары, шунлыҡтан бер ниндәй ҙә конкуренцияның һиҙелмәүе хаҡында һөйләне.
Киләсәктә Эльмира һөнәре буйынса эшләргә, бер үк ваҡытта модель эшен дауам итергә һәм донъяны урап сығырға хыяллана. Ата-әсәһе һәм яҡындары ла ҡыҙҙың бөтә башланғыстарын хуплай.
Иҫәп буйынса етенсе «Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсында бөтә республиканан 15 ҡыҙ ҡатнашты. Конкурс сараларынан тыш, улар приютта йәшәгән дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеү өсөн акция ойошторҙо. Өс аҙна буйына ҡыҙҙар уҡыу йорттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә Өфө питомнигына аҡса йыйыу хаҡында иғландар ҡуйҙы. Акцияға тиҫтәләрсә вайымһыҙ булмаған кешеләр ҡушылды. Улар ҡарабойҙай, макарон, ит, дөгө һәм хайуандар өсөн махсус аҙыҡ килтерҙе. Эттәргә бөтәһе 3,3 тонна аҙыҡ йыйылды. Ошо аҙыҡ биш айға етергә тейеш.