Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2018, 16:38

Һаман һыҙлай Афған яраһы – ҡайҙан ғына дауа табаһы…

Бынан 29 йыл элек ҡыштың сатлама һыуыҡ бер көнөндә Афған еренән һуңғы Совет һалдаты сығарыла, унда туғыҙ йыл һәм 51 көн ябай совет егеттәре интернациональ бурысын үтәй.15 февраль был илдә һуғышҡандар өсөн генә түгел, хатта яҡын һәм алыҫ сит ил территорияһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан барлыҡ яугир-интернационалистар өсөн дә Хәтер көнө булып тора.

Тап ошо көндө Стәрлебаш ауылында локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар Стелаһына сәскә һалғандан һуң, район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров уларҙың әсәләре менән осрашты. Осрашыу район Мәҙәниәт йортоноң кесе залында ойошторолғайны. Сәй эскәндә барыһы ла ихлас аралашты. Ошо йылдар эсендә йөрәк әрнеткес хәсрәттәре баҫылмаһа ла, улар балалары, сабый саҡтарында шуҡлыҡтары, киләсәккә хыялдары, тәүге мөхәббәттәре тураһында ихлас күңелдән һөйләне.

Асыҡланыуынса, уларҙың улдары үҫмер саҡтарында атайҙары менән бергә туған колхоздарында комбайнсы ярҙамсыһы, артабан тракторсы булып намыҫлы хеҙмәт иткән. Атайҙары тыуған ере сәскә атһын өсөн һүҙ менән генә түгел, ә фиҙаҡәр хеҙмәте менән дә улдарына үрнәк күрһәткән. Ошо саф күңелле, ябай, эскерһеҙ ауыл егеттәре Совет Армияһында хеҙмәт итергә китә. Тамуҡ утының уртаһына эләгермен тип уйламай уларҙың береһе лә...

Тыйнаҡ ҡына, яғымлы йылмайып әсәйҙәр балаларының - бер ҡатлы, ауыл малайҙарының армияға тиклемге ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡлы тарихы тураһында иҫкә алды. Улар улдары иҫән булған йылдарға кире әйләнеп ҡайтҡан кеүек хис иткән әсәйҙәр үҙҙәрен бәхетле тойҙо.

Түбәнге Аллағыуат ауылынан Наил Рәжәповтың әсәһе Әлмира Вәлиәхмәт ҡыҙы, уның һеңлеләре берҙән бер ағайҙары, Наилды, иҙән йыуырға ҡушыуын хәтерләне. Ағайҙары бер һүҙ ҙә әйтмәй, ҡушҡанды эшләгән. Әсәләре быны күреп, өс һеңлеһе була тороп, ағайҙары ҡатын-ҡыҙ эшен эшләмәҫ инде, тип ҡыҙҙарын шелтәләп алған. Шатлығының сиге булмаған Наил йылмайып: «Күрҙегеҙме! Мин түгел, ә һеҙ иҙән йыуырға тейеш!», тигән.

- Ул бик күңелле кеше ине. Кисен, ауыл клубына йыйынғанда өйҙәгеләргә: «Минең ятҡан урынға ике мендәр һалығыҙ, килен алып ҡайтырмын, бәлки», ти торғайны. Туй ваҡытында ҡунаҡтар күңел асҡанда: «Ҡара әле әсә, ҡайһылай күңелле!», тип әйтә ине. «Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, һиңә лә шундай туй эшләрбеҙ!» - тинем мин уға. - Әммә... ике мендәр һалырға насип булманы шул... насип булманы...», - тип шымды Әлмира Вәлиәхмәт ҡыҙы. Һәм мин шул мәлдә уның ирендәре ҡалтырауын күрҙем. Афғандағы һуғыш уның улының ғүмерен өҙә.

Шул уҡ һуғышта һәләк булған икенсе һалдат әсәһе, Йәшергән ауылынан Фәүзиә Сабир ҡыҙы Кашапова улының ҙур түҙемһеҙлек менән оло тимер техника руле артына ултырырға теләүен хәтерләй. Райфарҙы штурвальный итеп өлкән йәштәге мехнизаторға беркетәләр. Ә уның комбайнына ремонт талап ителгән була. Райфар уны бик оҙаҡ ремонтлайҙар тип борсола ине.

- Армияла улым йәйәүле ғәскәрҙәргә эләкте. Стәрлебаш училищеһын тамамлауына сикһеҙ шат булыуы тураһында яҙа ине. Яҡташтарын осратыуына өмөтләнеп, ул үҙенең хәрби машинаһына «Стәрлебаш районы» тип яҙып ҡуйған, - тип һөйләй Фәүзиә Сабир ҡыҙы.

Ә Райфарҙы цинклы табутта алып ҡайтҡас, унда тап уның улы ятыуына инаныр өсөн ул ҙур булмаған ярыҡ уйып, фонарь менән яҡтыртып ҡарай. Сәсе улыныҡына оҡшамаған була... Ҡояшта уңған тип әйтәләр. Әсәһе уны маңлайындағы яра эҙенән таный...

- Артабан ҡараңғылыҡ..., - тип ауыр тын алып, башын эйә ул...

Минияз һәм Фәриҙә Хөббөтдиновтар осрашыуға икәүләп килә. Улар Тажикстанда һәләк булған тәүге улдары Радикты, уның оҫта ҡуллы, тырыш, тыңлаусан булыуы тураһында һөйләне. Мәктәптән һуң район үҙәгенең һөнәрселек училищеһын тамамлаған. Йәйен комбайнда, ҡышын тракторҙа эшләгән. Техника менән булышырға яратҡан. Улдары һәләк булыу тураһында ҡайғылы хәбәр килтергән көн улар йөрәгендә мәңгегә уйылып ҡала. Әсәһе аяғын һындырып өйҙә ята. Атаһы ла эштән төшкө ашҡа ҡайтҡан була. «Һеҙҙең улығыҙ һәләк булған. Телеграмманы почтанан барып алығыҙ!» - тигән хат ташыусының һүҙҙәре аяҙ көндә күк күкрәгәндәй була.

- Беҙ күргәндәрҙе бер кемгә лә күрергә яҙмаһын, - ти улар.

Ул көндө Афғанстанда һәләк булған Вячеслав Макаровтың әсәһе - Тәтербаш ауылынан Юлия Петровна булманы. Чечен Республикаһында һәләк булған Илнур Фәйзуллиндың әсәһе, Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Флүрә Минияр ҡыҙы ла килә алмаған...

Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров осрашыуға килгәндәрҙең һәр береһенә йылы, күңелгә үтеп инерлек һүҙҙәр әйтте. Ул һәр һалдаттың биографияһын, уларҙың аталарын, егеттәр үҫкән һәр ғаиләне лә шәхсән белә. Фәнүр Зөфәр улы һәләк булған егеттәрҙең әсәләренә бүләктәр тапшырып, улдарын Ватанының ысын патриоты итеп тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хәрби хәрәкәт ветерандары исеменән район ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдинов та ата-әсәләргә рәхмәт әйтеп, уларға сәләмәтлек теләне. Йыйылыусылар алдында Йәшергән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Нияз Ғимазов та сығыш яһаны.

... Эйе, ата-әсәләре улдарын мәңгелеккә юғалтып, оло ҡайғы кисергән, әммә улар, «ҡыҙыу нөктәләр»ҙә һәләк булған улдары менән - бергә. Бер мәғәнәһеҙ булған Афған һуғышында, ил именлеге өсөн һәр һалдат үҙ өлөшөн лайыҡлы индергән. Ә был - ерҙә иң ҙур батырлыҡтарҙың береһе.

Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА.
Читайте нас: