Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2018, 11:45

Табиптың күңеле лә аҡ халат кеүек таҙа булырға тейеш, тип иҫәпләй Әхнәф Салауатов

Тәтер-Арыҫлан ауылында йәшәүсе Зәйтүнә һәм Хәмит Салауатовтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Уларҙың өс улы - Мөҙәрис, Ғәмбәрис һәм Әхнәф кешеләргә бик кәрәкле табип һөнәрен һайлай. Улар бар ғүмерен кешеләрҙе ҡотҡарыуға бағышлай. Ә бөгөн Салауатовтарҙың табиптар династияһын балалары - Рөстәм һәм Айгизә дауам итә. Мәҡәлә геройы Әхнәф Салауатов, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3 һанлы ҡала дауаханаһының реанимация бүлеге мөдире.

- Минең дә, туғандарымдың да табип һөнәрен һайлауыбыҙға данлыҡлы Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә белем алған олатайыбыҙ, указлы мулла Ғабсаттар йоғонто яһағандыр, - тип һөйләй Әхнәф Хәмит улы. - Ваҡытында олатайым уҡымышлы, абруйлы һәм ихтирамлы кеше булған. Халыҡты дингә өндәгән, ислам дине ҡанундарын үтәгән. Шул арҡала ул 10 йыл лагерҙа ултырып сыға, артабан репрессиялана. Ал-ял белмәй эшләһә лә, уға пенсия ла түләмәйҙәр. Эскән һәм тәмәке тартҡан кешеләр унан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡҡан. Олатайымды күреп ҡалһалар урамдың икенсе яғына сыҡҡандар. Беҙҙең хәтерҙә ул талапсан, әммә йомшаҡ күңелле кеше булып һаҡлана. Дини байрамдарҙа олатайыбыҙ беҙгә һәр саҡ аҡса бирә торғайны һәм ошо аҡсаға киноға бармаҫҡа һәм тәм-том алмаҫҡа, ә яҡшы китап алып уҡырға кәңәш итә ине. Ул дауалаусылар тураһында яҡшы фекерҙә ине һәм һәр ваҡыт: «Дауалаусы - ябай кешегә лә, министрға ла бик кәрәкле һөнәр» тип ҡабатлай ине. Шуға ла өлкән ағайым Мөҙәрис медицина институтына документтарын тапшырҙы, ә һуңынан хирург һөнәрен һайланы. Уға ҡарап Ғәмбәрис стоматолог һөнәрен үҙләштерҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙа юҡ инде. Ә мин хирург булырға ҡарар иттем. Уға тиклем Германияла хеҙмәт иттем, һигеҙ айлыҡ курс тамамланым. Ағайымдың табиптарҙың көндәлек хеҙмәте тураһында һөйләгәндә, ҡотҡарылған ғүмерҙәр, кешене теге донъяға китеүҙән ҡотҡарып ҡалыу өсөн минуттар, ҡайһы саҡ секундтар менән иҫәпләнгән осраҡтар тураһында хәтирәләре мине бик ҡыҙыҡһындыра ине. Мин һәр йәһәттән Мөҙәрискә оҡшарға тырыштым. Ул минең өсөн эштә лә, тормошта ла үрнәк булды. Реанимация бүлеге мөдире булғансы Әхнәф Хәмит улы СК заводының медсанчасында хирургияла, артабан реанимацияла, начмед, дауалау буйынса баш табиб урынбаҫары булып эшләй. Ләкин һуңыраҡ барыбер реанимацияға ҡайта, сөнки тап ошо бүлектә эшләү уға тап килеүен аңлай. - Мин, әйткәндәй, ғәҙәти тормошта ла проблемаларҙы оҙаҡҡа һуҙмайынса, тиҙ арала хәл итәм. Мәҫәлән, һөйөклө Венерама өйләнеремде танышыуыбыҙға бер ай үткәс тә институтта беренсе курста уҡығанда уҡ аңланым. Беҙ бер йылда уҡырға индек. Әммә буласаҡ кәләшемдең ата-әсәһе

ҡыҙҙарының иртә кейәүгә сығыуына ҡәтғи ҡаршы ине. Диплом алмайынса бер ниндәй ҙә туй юҡ, шулай уҡ бер-берегеҙҙе лә һынап ҡарарһығыҙ, тине улар. Совет заманында бергә йәки гражданлыҡ никахы менән йәшәү тигән төшөнсә булманы, шуға ла диплом алғансы беҙ дуҫлашып йөрөнөк. Ә хис-тойғолар, әйткәндәй, йылдар үтеү менән нығынды ғына. Беҙ утыҙ йыл бергә йәшәйбеҙ. Уҙған йәй ынйы туйыбыҙҙы билдәләнек. Һәм бер тапҡыр ҙа миндә лә, тормош иптәшемдә лә дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүебеҙҙә шик тыуманы. Ошондай ышаныслы тыл булмағанда, кем белә, мин һөнәремдә уңыштарға ирешә алыр инемме икән? Ә бит уның үҙенең дә эше еңелдән түгел. Ул оҙаҡ йылдар участка терапевты булды, ә һуңғы бер нисә йылда 1 һанлы клиник дауаханаһының терапия бүлегенә етәкселек итә. Барлыҡ өй мәшәҡәттәре лә уның өҫтөндә. Ә Әхнәф Хәмит улы үҙе 20 йыл 3 һанлы ҡала дауаханаһының интенсив терапия бүлеге мөдире булып эшләй. Үҙе әйтеүенсә, уның тормошон ҡыҫҡаса өс һүҙ менән әйтеп була: эш-өй-эш. - Ә Һеҙҙең мауығыуҙарығыҙ бармы? - тип ҡыҙыҡһынам мин. - Мауығыу? - тип ғәжәпләнеп ҡабаттан һорай ул. - Ҡайҙан? Минең быға бөтөнләй ваҡытым юҡ. Беҙгә ҡатыным менән ял итеү һирәк эләгә. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы йылдарҙа беҙ нисектер ике аҙнаға «Ассы» шифаханаһына барып ҡайттыҡ. Әммә был һирәк күренеш. - Һеҙҙең практикала иҫтә ҡалған осраҡтар бик күптер, моғайын? - Эйе, етерлек, - тип йәнә йылмая ул. Һәм Тәтер-Арыҫлан ауылынан яҡташын хәтергә төшөрә, уға табиптар аяғын киҫергә тигән ҡарар сығара. - Ә беҙ уны һаҡлап ҡалырға тырыштыҡ. Был еңел булманы, әммә барыһы ла килеп сыҡты. Йәки икенсе осраҡ. Пациент бөйөрө эшләүҙән туҡтау сәбәпле аңын юғалтты. Туғандары уның һауығыуына өмөтөн өҙөп, уның менән һаубуллашты тиерлек. Күпмелер ваҡыттан ул һушына килгәс, был улар өсөн ысын мөғжизә булды. Ә бөгөн йәнә эшләп йөрөй! Әммә бында, Рөстәм улымдың өлөшө ҙурҙыр, моғайын. - Ғаиләлә һәр ваҡыт дежурлыҡтарҙа юғалған бер Салауатов та етә тиеүебеҙгә ҡарамаҫтан, балаларыбыҙ ҙа ошо юлды һайланы, - ти әңгәмәсем. - Өлкән улыбыҙ Рөстәм Башҡортостан медицина университетын тамамлап, биш йыл минең менән эшләй, ә ҡыҙыбыҙ Айгизә - стоматолог. Ә бына Альберт улдары, киреһенсә, яҙмышын медицина менән бәйләмәй, «Роснефть» системаһында эшләй. - Тәүҙә ата-әсәйем был һөнәрҙе һайлауымды хупламаны, - тип һөйләй Рөстәм. - Әммә мин ысынлап та атайым кеүек эшләргә теләнем. Ул минең өсөн - реаниматологияла һәм, дөйөм алғанда, медицинала үрнәк: ныҡышмалы, тәүәккәл, түҙемле һәм бер үк ваҡытта изге күңелле, кеше хәлен аңлаусы табип. Институтты тамамлағандан һуң мин ысынлап та уның эргәһендә эшләргә теләнем, сөнки янғын һүндереүсе, космонавт, осоусы кеүек үк мөһим табип һөнәренең нескәлектәрен атайымдан яҡшыраҡ миңә берәү ҙә аңлата алмаҫ ине. Аталы-уллы Салауатовтар донъяла кешеләрҙе сәләмәтләндереүҙән һәм бының өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләүҙән мөһимерәк бер нимә лә юҡ, тип иҫәпләй. Улар тәүлектәр буйына сирлеләр эргәһендә юғала, уларҙы һауыҡтырыу өсөн тәжрибәһен туплай, ваҡытын йәлләмәй, бар көсөн һәм белемен һала. - Әгәр мин был һөнәрҙе һайлағанмын икән, мин күңел биреп эшләргә тейешмен. Мин аҡ халат кейеп йөрөйөм һәм насар эшем менән уны бысрата алмайым, - тип иҫәпләй өлкән Салауатов.

Тормош шулай ҡоролған, реаниматолог эше тураһында кешеләр бик аҙ белә йәки бөтөнләй белмәй. Ғәҙҙәттә, операциянан һуң күпселек осраҡта хирургтар дан ҡаҙана. Әммә, медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре раҫлауынса, операцияның 90 проценты реаниматологтың тәжрибәһенә, һөнәри оҫталығына һәм интуицияһына бәйле. Операция өҫтәлендә ятыусы - тере мәйет, тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ, уның ғүмере реаниматологтың оҫталығы арҡаһында яһалма тәьмин ителә. Нескәлектәр күп. Бик күп белергә, дөрөҫ итеп дарыу дозаһын иҫәпләргә кәрәк, ә һуңынан ... наркоздан һуң сирлене терелтеү. - Эйе, беҙҙең эш күренмәй, әммә беҙ быға өйрәнгәнбеҙ. Беҙ дан артынан ҡыумайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме, сирлене һауыҡтырыу. Көскә тын алған һәм саҡ күҙен асҡан кешенең бөгөн йөрөп ятыуын күреүҙән дә мөһимерәк нәмә юҡ. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәләр, мөмкин булғансы яҡташтарыбыҙ - стәрлебаштарға ярҙам итәбеҙ. Эш шарттары һәйбәт. Яңы аппаратура ҡайта, һәм, әлбиттә, улар менән эшләү өсөн йәш белгестәр кәрәк. Йәштәрҙең медицинаға килеүе һөйөнөслө. Һөнәрҙәренә һәм сирлеләргә ҡарата һөйөүҙәре, илһөйәрлектәре күберәк булһын ине, әлбиттә. Был йәһәттән улым өсөн тынысмын. Минең эшемде лайыҡлы дауам итер тип ышаныслы әйтә алам. Үҙем дә, һаулығым булғанда, кешеләргә ярҙам итәсәкмен...

Рәйсә МУСИНА. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: