Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль 2018, 21:23

Ғаиләнең абруйын күтәрмәй тороп, дәүләт ярҙамынан файҙа булмаясаҡ – Рөстәм Хәмитов

Ғаиләнең абруйын күтәрмәй һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытмай тороп, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы саралары файҙаһыҙ буласаҡ. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

— Республикала балалы ғаиләләргә тотош дәүләт ярҙамы саралары комплексы ғәмәлгә ашырыла. Был маҡсатҡа етди сығымдар йүнәлтелә, – тине ул. – Был өлкәгә ниндәй генә ресурстар ебәрһәк тә, ниндәй генә идаралыҡ ҡарарҙарын ҡабул итһәк тә, йәмғиәттә ғаиләнең абруйын күтәрмәйенсә һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытмайынса тейешле һөҙөмтә булмаясаҡ.
Төбәк етәксеһе статистика мәғлүмәғәттәрен килтерҙе, уға ярашлы Башҡортостанда 1,2 миллионға яҡын ғаилә йәшәй, шул иҫәптән 18 йәшкәсә балалары булған 540 мең ғаилә. Уларҙан 340 мең ғаилә – бер, 164 мең – ике, 30 мең – өс, 7,5 мең дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләй. Төбәктә 300 мең тулы булмаған ғаилә иҫәпләнә, уларҙан яңғыҙ әсәләр – 265 мең самаһы, яңғыҙ аталар – 30 мең тирәһе.
— Тотош ил буйынса ла һандар яҡынса шулайҙыр, моғайын. Быны донъя тәжрибәһе тип әйтергә мөмкин. Әммә уның бер ниндәй яҡшы яғы юҡ. Ошондай тулы булмаған һәр ғаилә – ул, әлбиттә, фажиғә, бала күңелендәге бәхәс, сабый тормошонда барлыҡҡа килгән ауырлыҡтар, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Балалар күп осраҡта атай тәрбиәһенән мәхрүм, улар матди яҡтан интегә, сөнки теләһе ҡайһы айырылышыу шунда уҡ бәләкәстәрҙең матди хәлен насарайтыуға килтерә. Ысынында иһә был ҡайһы берҙә беҙ иғтибар итмәгән һәм бының менән ысынлап шөғөлләнмәгән ғәйәт ҙур проблема. Шөғөлләнәсәкбеҙ.
Башҡортостанда ғаиләләргә, ғаилә мөнәсәбәттәренә идеологик ярҙам буйынса эште башлап, был гармонияһыҙ үҫеште үҙгәртергә кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы.
— Бөгөнгө көнгә республикала балалары булған һәр икенсе ғаилә тулы түгел. Был ҙур һәләкәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Ғаилә мөнәсәбәттәрен аяҡҡа баҫтырыу буйынса бындай эшмәкәрлекте аңлы, етди рәүештә алып барырға, тикшерергә, тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итергә тейешбеҙ, сөнки уларға бик ауыр. Уларға ысынлап та ауыр. Үтә ҡатмарлы шарттарҙа берәү генә түгел, ә ике, өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе яңғыҙ әсәләрҙең күҙ йәштәрен күрмәйбеҙ. "Башинформ".
Читайте нас: