– Былтыр Башҡортостан һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙың һөҙөмтәле методикаларын билдәләү буйынса пилот төбәге булды. Ике меңдән ашыу инвалид эш тапты, был 2016 йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Предприятиеларҙа инвалидтар өсөн квоталар 80 процентҡа тултырыла.
Был эшмәкәрлекте муниципалитет хакимиәттәре, мәшғүллек хеҙмәттәре, белем биреү ойошмалары, инвалидтарҙың йәмәғәт берләшмәләре һәм эш биреүселәр менән артабан да дауам итергә кәрәк, тип билдәләне республика башлығы.
– Был эштән ҡасырға ярамай. Ярҙамға мохтаждарға ярҙам итеү зарур. Инвалидтар – үҙенсәлекле кешеләр, һәм, һис шикһеҙ, улар менән бик әҙәпле, иғтибарлы булырға, уларҙың теләктәрен үтәргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Бөгөн рәхимһеҙлек, вайымһыҙлыҡ кеүек йәмһеҙ күренештәр күҙәтелә. Һис шикһеҙ, бындай хәлдәргә күнергә йыйынмайбыҙ. Ошо йәһәттән мөхит мәрхәмәтле, мәҙәниәтле булһын ине. "Башинформ".