Республика башлығы һүҙҙәренсә, «Морат» урынлашҡан урынының уңайлылығы һәм трассаларҙың төрлөлөгө менән айырылып тора. Даими туристар ағымы өсөн шарттар тыуҙырыу йәһәтенән бында байтаҡ эштәр башҡарылған.
Атап әйткәндә, төньяҡ һәм көньяҡ тау битләүҙәрендә, булғандарын киңәйтеп, яңы трассалар һалынған. Спорт һәм административ-көнкүреш корпусы, хужалыҡ блогы төҙөлгән. Канат юлдары, яһалма ҡар яһау, барлыҡ трассаларҙы контролдә тотоу, хәбәр итеү (радиотрансляциялар) системалары ҡуйылған. Иҫке күтәргес йүнәтелгән. Тышҡы инженер селтәрҙәрен төҙөү, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған. Парковка майҙансыҡтары йыһазландырылған. Тейешле ҡорамал һәм инвентарь һатып алыыған.
Шуның менән бергә әүәлгесә инфраструктура – отель, ресторан, кафе, шулай уҡ күтәргестәр етешмәй. Бынан тыш, өҫтәмә тау битләүҙәрен йыһазландырырға мөмкин.
2020 йылға инфраструктура йәһәтенән етешһеҙлектәр төҙәтелергә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Бында яҡшы тау саңғыһы курорты булдырылырға һәм комплексты үҫтереүҙең беренсе этабы тамамланырға тейеш. – «Морат» – Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ярыштарын үткәреү өсөн яратҡан урыныбыҙ. Өлкәндәр ҙә бында ял итеүҙән баш тартмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был яҡтағы төньяҡ битләү текә генә, һәйбәт урынлашҡан һәм һыу һаҡлағысҡа сыға. Тау аҫтында балалар лагеры бар, уны ла үҫтерергә кәрәк. Бының икенсе этап булыуы мөмкин.
Республика башлығы ял итеүселәр өсөн тейешле инфраструктура булдырыуҙы иҫәпкә алып, тау саңғыһы комплексын һәм уның эргә-тирәһен артабан үҫтереүҙең комплекслы планын әҙерләргә ҡушты. "Башинформ".