Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2018, 21:40

Башҡорт йырсыһы Әлфиә Ниғмәтуллина Яҡут Республикаһында «Биир Кун» этно-поп йыр конкурсы лауреаты булды

Яҡут Республикаһында «Биир Кун» I төбәк-ара этно-поп йыр телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан вәкиле Әлфиә Ниғмәтуллинаны конкурстың абруйлы икенсе премияһы менән бүләкләнеләр. Ул 200 мең һум тәшкил итә.

Жюриҙа күренекле башҡорт композиторы Нур Дауытов эшләне. Жюри дистанцион рәүештә тауыш бирҙе, урындар яҙмалар буйынса билдәләнде. Татарстандан Айҙар Сөләймән гран-при яуланы. Тыва вәкиле Сайдаш Монгуш – беренсе, Бүрәт Республикаһынан Дулма Сунрапова өсөнсө урын алды. Конкурста 11 төбәк йырсылары ҡатнашты. Артистарҙың конкурс сығыштары 15 ғинуарҙан 11 февралгәсә бөтә ил һәм ҡатнашыусы төбәк телевидениеларында эфирға сыҡты.
Әлфиә Ниғмәтуллина өс йәштән сәхнәлә йырлай. 2014 йылда «Zaman» этно төркөмө солисы булды. Коллектив «Turkvision» телевизион конкурсында 25 ил араһында өсөнсө урын алғайны. Әлфиә – Рәсәйҙә һәм Европала бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Хәҙер үҙенең «Nigma» музыкаль этно-проект солисы һәм етәксеһе, башҡорт һәм татар телдәрендә үҙенсәлекле аранжировкала автор һәм халыҡ йырҙарын башҡара, билдәле башҡорт композиторҙары һәм шағирҙары менән хеҙмәттәшлек итә. "Башинформ".
Читайте нас: