Тәүге урынды, ғәҙәттәгесә, «Красная поляна» менән Сочи ҡалаһы биләй. Икенсе урынға тикшереүселәр Кемеров өлкәһендәге «Шерегеш» туристик үҙәген ҡуйған.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: белгестәр 22 февралдән 28-нә тиклем ҡунаҡхана номерҙарына һәм шәхси коттедждарға бронь һалыуҙы иҫәпкә алған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 февралдә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. 2018 йылда был байрам йомаға тура килә, шуға күрә рәсәйҙәр өс көн рәттән ял итә, 22 февралдә иһә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. "Башинформ".