Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Февраль 2018, 11:00

Үҙемдең башымдан үткәндәр...

«Тормош - аҡҡан һыу»,- тиҙәр. Мин дә 90 йәшкә килеп еттем. Ғүмер юлымды барлайым да башыма шундай уйҙар килә: шул тиклем ауырлыҡтарға нисек түҙгәнмен икән, әл дә түҙгәнмен икән...

Мин Ибраҡай ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә дүрт бала инек. Ярлы булһаҡ та, бала саҡ иң рәхәт, иң күңелле саҡ булып иҫтә ҡалған. Тик бындай күңелле ваҡыттар оҙаҡҡа барманы: 12 йәшемдә саҡта инәйем, 13 йәштә атайым үлеп китте. Шуға күрә миңә уҡыу эләкмәне, 4 класс белем менән тороп ҡалдым. Ике ағайым, бер туғаным менән етем ҡалдыҡ, осон осҡа ялғап ҡыш сыҡтыҡ. Шунан һуғыш башланып китте.Тәүҙә Ғайфулла ағайымды, 1942 йылда Сәйфулла ағайымды һуғышҡа алдылар. Оҙаҡ та үтмәне, бер – бер артлы уларға «ҡара ҡағыҙ» килде. Туғаным менән аслы - туҡлы тағы бер ҡыш сыҡтыҡ. Стәрлебашта балалар йорто асылғас, Миңлеғәли туғанымды шунда алып киттеләр. Мин Ғатаулла ағайымдарҙа бала ҡарашып ҡалдым. Ошо китеүенән туғанымдың ғүмере сит тарафтарҙа уҙҙы: Стәрлебаштан Өфөләге балалар йортона күсерҙеләр, армия хеҙмәте, Силәбелә шахтер булып эшләп, шунда вафат булды. Бер нисә тапҡыр күрергә барҙым. «Апай, әйҙә бында кил, бергә булырбыҙ, бында бит хатта икмәк тә бирәләр»,- тип, ул мине гел үҙ янына саҡырһа ла, барманым. Ауылда төрлө кешелә йәшәп, бала ҡарашып, тамаҡ ялына эшләп йөрөнөм. Кешелә торғас, йә эшең еңһен, йә ашың еңһен, тигәндәй, тырышып эшләнем, ал - ял белмәнем. Бер үҙем өйҙәрен ҡырып йыуып сығара торғайным. Яҙын колхоз эше башлана. Бер көн ҡалдырмай, таяҡҡа эшләнем. Хәҙерге йәштәр «таяҡҡа эшләнем» тигәнде аңламай. Бер таяҡ - бер эш көнө. Шуға иген үҫкән йылда 300 грамм иген бирәләр. Һәр кешегә иң кәме – 300 эш көнө. Мин планды һәр ваҡыт арттырып үтәнем. Колхозда ниндәй ауыр эш бар, ул етемдәр елкәһенә төшә: утау, көлтә бәйләү, атҡа фурман егеп көлтә ташыу, молотилкала ашлыҡ һуғыу - бер эштән дә ҡалманым. Ҡышын һарыҡ, һыйыр ҡараным. Бала сағым ҡайғылы осорға тура килһә лә, бирешмәнем: көндөҙ - эш, кистәрен дүмәләстә уйындар. Эшкә лә салғы-тырмаларҙы яурынға һалып, йырҙар йырлап барабыҙ, ҡайтҡанда ла йырлашып ҡайтабыҙ. Йәшлек - шәплек икән, кем уҙарҙан эшләйбеҙ, арығанды ла белмәйбеҙ. Көҙ етһә, ат егеп, арба менән иген ташыным. Был үҙенә күрә ауыр эш: комбайн эргәһенә атты дөрөҫ итеп алып барырға кәрәк, ике ҡыҙ ҡапсыҡ ташлай, шуны арбаға бушатып, йәнә ҡыҙҙарға бирәбеҙ. Тырмасыларға, комбайнсыларға аш та бешерҙем. Был эш тә еңелдән түгел: һалам менән усаҡ яғып, ыумас ашы бешерәм, картуфты үҙем баҫыуҙан барып ҡаҙып алам.

Көҙгө эштәр бөтөп өлгөрмәй, ситкә яҙа башлайҙар. Унда ла иң тәүҙә минең кеүек етемдәрҙе ебәрәләр. Өс йыл рәттән Белоретта ағас ҡырҡыуҙа эшләнем. Уныһы үҙе бер тарих. Ағасы ағасмы, ишек йыуанлыҡ. Шыршы, ҡарағай, ҡайындарҙы ҡул бысҡыһы менән ауҙарабыҙ, тунап, 170 см оҙонлоҡта киҫәбеҙ, 175 см бейеклектә өйәбеҙ. Өйөмдә бер генә ботаҡ күренеп торһа ла, урмансы килеп ауҙарып китә, уны яңынан өйәбеҙ. Норма – 4 кубометр, үтәмәһәң - икмәкте кәметәләр. Ҡар ҡалын, кейем йоҡа. Ҡайһы берәүҙәр ҡасып ҡайтып китәләр. Беҙ Мөбәширә, Мөкәрәмә, Мөнирә исемле ҡыҙҙар менән тырышып эшләнек. Лысҡылдап торған икмәкте иртән ашамайынса, ҡуйынға тығып китәбеҙ, шуны төшкөлөктә ашап, бер сәғәт ял итәбеҙ. Ял иткәндә йырлап ебәрәм:

Инйәр ҡалаларында,

Инйәр ҡалаларында,

Үтә ғүмерем маймыл кеүек

Ағас араларында.

Бер көндө эштән ҡайтып килгәндә Мөбәширә дуҫым әйтә: «Әминә, үксәң күренә бит», - ти. Ни тиһәң дә ғинуар айы бит. Ә мин:

«Әй, деллетә, деллетә,

Үксә аша ел үтә.

Беҙҙең эштән ҡайтыуыбыҙға

Ҡыҙып тора плитә», - тип яуап бирәм.

Айына ике пар сабата бирәләр, ул туҙа. Стәрлебаштан Әнүәр, Таһир исемле егеттәр ҙә беҙҙең менән эшләнеләр. Улар сабаталарҙы ямап бирәләр, ямарлыҡ булмаһа, яңыны үрәләр, ә беҙ, көл тондороп, уларҙың күлдәктәрен йыуып бирәбеҙ. Ас-яланғас булһаҡ та, ирешеп-талашып йөрөмәнек, дуҫ булдыҡ. Аҙаҡтан да ғүмер буйы йөрөштөк. Шулай итеп, ҡыш буйы урман киҫеп, Белореттан йәйәүләп ҡайтырға сығабыҙ. Өс тәүлек тигәндә, Ҡарлыман станцияһына килеп етәбеҙ, шунан поезға ултырып, Стәрлетамаҡҡа килеп төшәбеҙ. Стәрлетамаҡтан ауылға тағы йәйәүләп ҡайтып йығылабыҙ.

1950 йыл килеп етте. Ете йыл буйы һуғышта йөрөп, ауылға Муса Баһауетдинов ҡайта. Әсәһе Фәйрүзә апай күптән инде мине күҙәтеп, шаяртып: «Улым ғына ҡайтһын, килен итәм мин һине,» - ти торғайны. Һүҙендә торҙо, улы ҡайтыу менән мине һоратып, килен итеп алдылар. Унда ла еңел булманы. Аталары һуғыштың тәүге йылында уҡ һәләк була, әсәләре ҡулында өс ҡыҙ, бер малай тороп ҡала. Улар ҙа ил ни күрһә, шуны күреп, осон осҡа ялғап йәшәй ине. Шуға ла килен булып төшөп, өс көн үткәс, ҡәйнәм беҙҙе балтырған йыйырға ебәрҙе. Ҡәйнәм ҡыҙыҡ һүҙле, киң күңелле кеше ине. Бик татыу йәшәнек, бер һүҙле булдыҡ. Ул өй эштәрен башҡарҙы, балаларҙы ҡараны, мин колхоз эшенән ҡайтып килмәнем. Бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем баҫыуҙа булдыҡ, ҡул менән бесән, борсаҡ саптыҡ, балсыҡ һыланыҡ. Гел ат егеп, ирҙәр һымаҡ ауыр эштәрҙә эшләнем, эш көнөмдө тултырмай ҡалманым. Эштән арып ҡайттым тип тормайһың, ҡаҙанға тиҙәк яғып, аш бешерәһең, һөт ҡайнатаһың, бөтә эштәрҙе лә эшләшәһең. Ҡәйнәм дә, ҡәйенһеңлеләрем дә шул тиклем һәйбәт булдылар, етем тип, ситләтмәнеләр. 15 йыл бергә тороп, ҡыҙҙарҙы кейәүгә биреп, килен булып төшкәндә ете генә йәшлек булған Кинйәмырҙа ҡәйнеште өйләндереп, яңы өй һалып, башҡа сыҡтыҡ. Ҡәйнәм илап ҡалды. Һабыр иткән - мораҙына еткән тигән боронғолар. Һабыр иттем, иптәшем менән 32 йыл йәшәп, биш бала үҫтерҙек. Йөктө икәү бергә тарттыҡ: колхозда ла эшләнем, ғүмерем буйы шәл бәйләнем, балаларымды тәмле ризыҡтар менән һыйларға тырыштым, иртән тороуҙарына һәр ваҡыт өҫтәлемдә ҡамыр ризыҡтары булды. Иптәшем Муса ла ғүмере буйы тырышып эшләне, эшләмәгән эше ҡалманы, коммунист булды. Умарта тоттоҡ, баҡса үҫтерҙек. Алмағастар әле лә емеш биреп ултыра. Үҙебеҙ бәләкәй саҡта этләнгәс, балаларыбыҙ нужа күрмәһен тип, ҡулдан килгәнсе тырыштыҡ, кеше араһында кәм-хур булмаһындар тинек. Балаларҙың шатлыҡтарын күреп йәшәй башлағанда ғына бабайым ауырып яҡты донъянан ҡапыл китеп барҙы. Мин шулай ҙа бөгөлөп төшмәнем, тырышып донъя көттөм, 70 йәшкә тиклем мал тоттом, ҡош-ҡорт аҫраным. Балаларым һәр саҡ ярҙам итеп торҙо. Улар барыһы ла кешелекле, кеселекле булып үҫте. 25 йыл буйы сөгөлдөр эшкәрттек, балаларым менән бергә-бергә. Уларһыҙ гектар-гектар сөгөлдөрҙө нисек утар инек? Шул уҡ ваҡытта колхозға икмәк тә һалдым. Көнөнә дүртәр тапҡыр иртәле-кисле өй һәм аласыҡ мейесенә алтышар-етешәр икмәк һала инем. Балаларым эшләп үҫте. Шуға ла бөгөн һәр береһе матур итеп донъя көтә, балалар үҫтереп, уларҙы башлы-күҙле итеп, миңә ейән-ейәнсәрҙәр, бүлә- бүләсәрҙәр бүләк итәләр.

Ауыр юғалтыуҙар ҙа кисерелде. Оло улым ҡаты ауырыуҙан йәп-йәш кенә көйө гүр эйәһе булды, оҙаҡ та үтмәне, бәләкәй кейәүем вафат булды. Киленемә, ҡыҙыма Хоҙай Тәғәлә түҙемлек бирһен.

Бөгөнгө көндә ошо яҡты донъяларҙа йәшәүемә шөкөр итеп, биш балам унау булды, унауҙан 20 булды, бөтәһе һуң нисәү булды тип, балаларымдың иҫәбенә сығырға тырышып, һәр атҡан таңға ҡыуанып ултырам. Ғаиләбеҙгә өҫтәлгән һәр бер кейәүҙе, һәр бер киленде үҙ балабыҙҙан артығыраҡ күреп ҡабул итәбеҙ, ҡәҙерләйбеҙ, улар нәҫелебеҙҙә шунда уҡ үҙ кеше булып китә.

Әлегә 12 ейән-ейәнсәрем, 16 бүлә-бүләсәрем матур булып үҫеп килә. Тағы тыуырҙар әле, Аллаһ бирһә тип, теләп кенә торам. Шул шатлыҡтарҙы миңә лә күрергә яҙһын.

Минең быуын күргән нужаларҙы яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Ниҙәр булһа ла түҙҙек, һабыр иттек. Хәҙер мул тормошта йәшәйбеҙ: һарай тулы мал, ҡош-ҡорт, өйҙәрҙә ут яна, ҡыуыҡ һөртөп, шәмгә кәрәсин һалып тормайбыҙ, мейескә яғыу юҡ, һыу өйҙә, икмәк бешкән, сәй газда ҡайнап ултыра, магазинда бөтәһе лә бар, аҡсаң ғына булһын. Пенсия килеп тора.

Байрамдарҙа, ял көндәрендә өй эсе балалар тауышынан гөрләп тора. Бары тик донъялар тыныс булһын, беҙ күргәнде балалар, ейән-ейәнсәрҙәр күрмәһен. Ошо матур донъяның ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп йәшәһендәр генә. 90 йәшемә еткәндә минән бына шундай теләктәр һеҙгә.

Әминә БАҺАУЕТДИНОВА, хеҙмәт ветераны.

Ибраҡай ауылы. Фото ғаилә альбомынан.


Читайте нас: