Өс тиҫтә ярым журналист булып эшләү дәүерендә мин һуғышта ҡатнашыусылар менән бихисап тапҡыр осрашып, әңгәмәләштем.
Өмөтбай ауылынан Советтар Союзы Геройы Сафа Хужам улы Хәсәновтың көндәлеген ҙур тулҡынланыу менән уҡыным. 1942 йылдың сентябрендә беҙҙе Сталинград яғына ебәрҙеләр, тип яҙа ул. Ҡот осҡос ҡан ҡойғос һуғыштар. Юғалтыуҙар ҙур. 19 ноябрҙә Сталинград эргәһендә беҙҙең ғәскәрҙәрҙең дөйөм контр һөжүме башланды. Мин контузия алдым. Башҡа яралылар менән мине Балашов ҡалаһына госпиталгә ебәрҙеләр.
1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығы хөрмәтенә яугирҙәр менән осрашыуҙар айырыуса йыш була торғайны. Хатта нисә йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, шул әңгәмәләр хәтерҙә һаҡлана. Яҙыуҙар ҙа һаҡланған.
- Сталинград эргәһендәге шул саҡтағы хәл-торош ерҙәге тамуҡ ине, - тине редакцияла осрашыуҙарҙың береһендә Первомайский ауылынан И.Сысоев.
Иван Гаврилович 39-сы дивизия составында Сталинградҡа 1942 йылдың сентябрендә эләгә һәм шунда ҡаланы ҡурсаулау тамамланғансы була. Һуңынан ул алыштар менән Украинала, Белоруссияла, Польшала була. Әммә Сталинград һуғышын айырыуса хәтерләй ул. Уларҙың участкаһында пуля, бомба, мина, снаряд ярсыҡтары төшмәгән бер квадрат метр ер ҙә ҡалмағандыр, моғайын.
- Төнөн Волганың уң яҡ ярына хәрби припастар күсерә инек, - тип хәтерләй ине Сысоев. - Ә беҙ, һәр түмһәк һәм таш артына йәшенеп, окоптарға патрондар һәм снарядтар ташыныҡ. Ниндәйҙер 700-900 метр арауыҡта күпме яугир һәләк булды! Аҙыҡ-түлек менән дә шулай булды. Самолеттан ҡоро паек менән тоҡтар ташлай торғайнылар. Шыуышып барып алырға кәрәк.
- Иван Гавриловичты төҙәткем килә, - тине шул саҡта Булаж ауылынан Михаил Тимошенко. - Ул «төнөн» тип әйтте. Ә бына мин шәхсән Сталинградта көндө төндән айырмай инем. Даими шартлауҙар, ярсыҡтар һәм пулялар һыҙғырыуы. Күкте лә, ерҙе лә ялҡын ялмап алған. Һәр ерҙә төтөн еҫе. Йоҡо юҡ.
Сталинградтан уң яҡлап пулеметсыларҙың дошманды тар-мар итеүе тураһында Ҡабыҡҡыуыш ауылынан Алтынтимер Ибраһимов тулҡынланып һөйләне.
Беҙҙең райондан Сталинградты һаҡлаусылар күп булғанмы? Бындай статистика юҡ. Әммә шуныһы асыҡ - улар бик күп булған.
Стәрлебаш ауылынан Хөсәйеновтар ғаиләһенән Бөйөк Ватан һуғышында дүрт кеше ҡатнаша: Миңлеғәли, Ғәйнетдин, Миңләхмәт, Нуретдин. Миңләхмәт 1942 йылда һуғышҡа алына. Ҡыҫҡа әҙерлек үткәндән һуң, иң ҡыҙыу урынға - Сталинград һуғышына эләгә. Ҡаты алыштар бара. Һәр метр ер өсөн көрәшәләр. Быны һүрәтләү бик ауыр. Һуңынан Миңләхмәт Сәләх улы башҡа йүнәлештәрҙә лә алыша. Һуғыш аҙағында уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордендары, ике «Батырлыҡ өсөн» миҙалы биҙәй.
Сталинград һуғышында шулай уҡ Сәхиулла Ғиззәтуллин, Фәтҡулла Бикбаев, Петр Савицкий, Әмирйән Ахунов (бөтәһе лә Стәрлебаштан), Фәйез Булатов (Мәҡсүт), Михаил Галаганов (Булаж), Вәлиша Ғәббәсов (Айтуған), Миңләхмәт Ғайсаров (Табылды), Рамаҙан Ишембәтов (Ҡабыҡҡыуыш), Григорий Денисов (Мордвиновка), Сергей Кондрашов (Новониколаевка), Назим Нәжметдинов (Өсөгән-Әсән), Петр Рогов (Радионовка), Мансур Тимербулатов (Ҡарағош), Ғатаулла Хөббөтдинов (Ибраҡай), Миңлеғәли Шәрипов (Тәтер-Арыҫлан), Мәхмүт Арыҫланов (Түбәнге Ибрай), Ислам Аллабирҙин (Йәлембәт), Иван Глазков (Новоивановка) һ.б. һуғыша.
Беҙҙең районда үҙ ирке менән фронтҡа киткән ҡыҙҙар ҙа була. Волга буйында алышта Валентина Субочева (Никольское ауылы), Ғәзизә Баһауетдинова (Табылды), Гөлсөм Хәйбуллина, Зәкиә Яҡупова, Маһинур Хафизова, Мәҙина Раянова (Стәрлебаш), Сәрүәр Ғүмәрова (Йомағужа), Тәслимә Әлимбәкова (Тәтер-Арыҫлан), Мәфтуха Хәлимова (Ҡарағош), Зәйтүнә Моғаттарова һәм башҡалар ҡатнаша. Ә Мәрйәм Ғизәтуллина менән Баныу Фәйзуллина унда мәңгелеккә ятып ҡала.
Миңә әңгәмәләшергә тура килгән Сталинград һуғышында ҡатнашҡан фронтовиктар әлеге мәлдә иҫән түгел инде. Әммә уларҙың һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡа һалдаттарҙың яҡты иҫтәлеге онотолғоһоҙ. Уларға мәңгелек дан!