Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Февраль 2018, 11:21

Матур ғаилә - бәхет нигеҙе

Бөгөн яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан ауыл йәштәре тыуған яҡтарында һирәк йәшәргә ҡала, яҙмыштарын ауыл хужалығына бәйләргә ашыҡмай. Уларҙы аңларға мөмкин. Ҡалала эшкә урынлашыу мөмкинлеге күберәк, бөтә уңайлыҡтар һәм киләсәккә ышаныс бар. Шуға күрә ҡыйынлыҡтарға һәм ауыр шарттарға ҡарамаҫтан, ауылда йәшәргә һәм эшләргә ҡалыусылар маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.

Юғарыла яҙыуыбыҙса, быйыл республикала Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һәм беҙ хеҙмәт һөйгән, бер-береһенә ҡарата хөрмәт менән ҡараған, үҙенең һәм тирә-яҡтағыларҙың тормошон яҡшыртыу теләге кеүек мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлаған ғаиләләр тураһында яҙыр өсөн рубрика асабыҙ. Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы Иҫке Ҡалҡаш ауылында йәшәүсе ғаилә менән таныштырмаҡсыбыҙ. Рәсәйҙә ауыл хужалығы ауыр ваҡыттар кисергән шарттарҙа ла ғаиләһен туйындырырға һәм шәхси тормош дәрәжәһен лайыҡлы дәрәжәгә күтәрергә һәләтле кешеләр бар. Һүҙ Земфира Ғәлийән ҡыҙы һәм Марат Мансаф улы Булатовтарҙың ныҡлы, татыу ғаиләһе тураһында бара. Улар яҡташтарына тырышлыҡ менән йәшәү үрнәге күрһәтә. Был ғаиләлә хеҙмәт һөйөүсәнлек нәҫелдән килә. Шуға ла уларҙы ауыр крәҫтиән хеҙмәтенән ҡурҡмай, фермерлыҡ эше менән шөғөлләнергә ҡарар иткән.

Марат Мансаф улы бар нимәне лә үҙ ҡулдары менән эшләй. Ул водитель дә, тракторсы ла, комбайнсы ла, механик та. Төрлө техниканы үҙләштерә һәм ремонтлай. Фермерлыҡ эше еңел түгеллеген һәр кем яҡшы белә. Иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем эшләргә кәрәк, ял һәм байрам көндәрендә лә. Үҙен әлеге һөнәргә бағышлаған кеше иҡтисадсы ла, хисапсы ла булырға тейеш. Был яҡлап Марат Мансаф улына тормош иптәше ярҙам итә.

Земфира Ғәлийән ҡыҙы һәйбәт хужабикә, өйөндә таҙалыҡ һәм матурлыҡ булдыра белә. Уның тағы ла бер мауығыуы бар - ул сәскәләр үҫтерергә ярата. Уларҙың өйө эргәһенән үтеп барыусыларҙың иғтибарын тап сәскәләр йәлеп итә. Булатовтарҙың шәхси хужалығы ла бәләкәй түгел: байтаҡ эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорттоң да төрлөһө бар. Ит, һөт, эремсек, ҡаймаҡ, йомортҡа - барыһы ла үҙҙәренеке. Быға өҫтәп баҡсаларында йәшелсә-емеш тә үҫтерәләр. Ғаилә бюджеты өсөн бик һәйбәт табыш.

Ғаилә иркен йортта йәшәй, уңайлы шарттар булдырылған. Өй хужаһы йорттоң һәр мөйөшөн матурлаған, унда тәртип һәм бөхтәлек, барлыҡ бүлмәләрҙә йәм бөркөп тора, уңған, тырыш ҡатын-ҡыҙ ҡулы һиҙелә. Етеш тормошта ғына бындай күркәмлекте булдырырға мөмкин. Улар артында ғаилә парының ныҡышмалы хеҙмәте тора һәм улар ирешелгәндәрҙә туҡтарға уйламай.

Һәр ата-әсә өсөн иң мөһиме - балалар. Булатовтар өсөн да балалары ҡәҙерле һәм ышаныслы ярҙамсы. Зилиә яҡшы билдәләре, Юлай - бейеүҙә уңыштары менән ҡыуандыра, ә өлкән улдары Урал атаһының төп ярҙамсыһы. Ул Стәретамаҡ ҡалаһының төҙөлөш колледжында белем ала. Балаларының уңыштарын һәм уларҙың яҡшы уҡыуын ата-әсә ҙур хеҙмәт тип иҫәпләй.

Булатовтар ғаиләһе халыҡҡа, балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә даими хәйриә ярҙамы күрһәтә. Әйткәндәй, улар ярҙамы менән күптән түгел уҙған Яңы йыл байрамдарында мәктәп шыршыһы сағыу төҫтәр менән балҡыған, ә уҡыусылар татлы бүләктәр алған. Мәктәп хакимиәте, уҡытыусылар, ата-әсәләр һәм уҡыусылар уларға ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтле һәм киләсәктә уңыштар, сәләмәтлек һәм барлыҡ хыялдарының тормошҡа ашыуын теләй.

Һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай. Булатовтар ҙа үҙ юлын тапҡан. Улар ныҡлы аҙымдар менән атлай, ҡуйған маҡсаттарына ирешә, көндәлек еңел булмаған хеҙмәте менән хыялдарына яҡыная.

Роза ХӘЙБУЛЛИНА,

Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбе уҡытыусыһы.

Фото ғаилә альбомынан алынды.
Читайте нас: