- Азамат Владимирович, суд участкаһының эш һөҙөмтәһе ниндәй?
- Уҙған йыл ҡаралған енәйәт һәм граждандар (административ) эштәре күләменең бер аҙ артыуы менән иҫтә ҡалған. Шулай итеп, отчет осоронда 119 енәйәт эше, 2016 йылға ҡарағанда 9ға күберәк, 1715 граждандар эше (+146 эш) ҡаралды. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡаралған эш күләме киреһенсә, 241гә кәмене һәм 917 эш тәшкил итте.
- Күберәк ниндәй енәйәт эштәре ҡаралды?
- Ҡаралған енәйәт эштәренең дөйөм һанынан 23% балиғ булмаған балаларын ҡарауға алимент түләү тураһында суд ҡарарын үтәмәгән кешеләргә ҡарата (РФ Енәйәт кодексының 157 статьяһы, 1 бүлеге) эштәр тәшкил итте. Бөтә ошо ғәйепләнеүселәр хөкөмгә тарттырылды һәм төҙәтеү эштәренә йәлеп ителде, береһе - иркенән мәхрүм ителде. Алтыһына язаны үтәүҙән баш тартҡан өсөн холоҡ төҙәтеү эштәре язаһын колонияла үтеү менән иркенән мәхрүм итеүгә алмаштырылды.
Үлтереү менән янау тураһында эштәр (РФ Енәйәт кодексының 119 статьяһы, 1 бүлеге) 23% тәшкил итте. Әлеге эштәр буйынса йәлеп ителгән кешеләрҙең күбеһе мәжбүри эшләтеү һәм иркенән мәхрүм итеү кеүек енәйәткә тарттырылды. Хөкөм ителгәндәрҙең береһе бер йылға иркенән мәхрүм ителде.
- Билдәле булыуынса, иҫерек килеш транспорт сараһына ҡабаттан идара иткән өсөн закон тарафынан енәйәт эше ҡаралған. 2017 йылда бындай эштәр ҡаралдымы?
- Административ яуаплылыҡҡа, ә ҡайһы берәүҙәре, хатта транспорт сараһына иҫерек килеш идара иткән өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылыуҙарына ҡарамаҫтан, шундай уҡ хәлдә ҡабаттан руль артына ултырған водителдәргә ҡарата (РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы) енәйәт эштәре ҡаралды. Бындай эштәр дөйөм эштәр күләменең 19 процентын тәшкил итте. Енәйәт яуаплылығына тарттырылған 24 водителдең барыһы ла хөкөм ителде, уларҙың икеһе бер йылға иркенән мәхрүм ителде. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексына ярашлы, бер йыл ярымдан өс йылға тиклем ваҡытҡа транспорт сараһына идара итеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү төрөндә өҫтәмә яза билдәләнде.
Мәҫәлән, гражданин З. быға тиклем РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт ҡылған өсөн шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителгән булһа ла, йәнә иҫерек килеш автомобилгә идара иткән. Суд ҡарары менән уға ҡарата шартлы хөкөм ғәмәлдән сығарылды һәм өс йылға транспорт сараһына идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм итеү менән бер йылға иркенән мәхрүм итеү төрөндә яза билдәләнде.
- Ҡаралған енәйәт эштәренең бер өлөшө урлашыу, сәләмәтлеккә төрлө дәрәжәлә зыян килтереүгә тура киләлер...
- Торлаҡҡа законһыҙ рәүештә инеү факттары буйынса (РФ Енәйәт кодексының 139 статьяһы 1 бүлеге) 13 енәйәт эше ҡаралды (икеһе иркенән мәхрүм ителде). Мәҫәлән, элек күп тапҡыр иркенән мәхрүм итеү төрөндә яза үткән, иҫерек хәлдә булған гражданин В. таныш ҡатыны менән осрашыу һәм иҫерткес эсемлек эсеү ниәтендә уның өйөнә килә. Әммә ишектең бикле икәнлеген күреп, аңлы ниәттә, законһыҙ рәүештә, РФ Конституцияһы гарантиялаған торлаҡтың ҡағылғыһыҙлығы хоҡуғын боҙоп, икенсе ишек аша өйгә инә. Өйгә ингәс ул шәкәр ҡомо тултырылған алюминий бак таба һәм уны урлай. Суд ҡарары менән В. ике енәйәт ҡылыуҙа (торлаҡҡа законһыҙ инеү һәм урлашыу) ғәйепле тип танылды һәм шартлы рәүештә ун айға иркенән мәхрүм ителде.
Сәләмәтлеккә уртаса ауырлыҡта зыян килтереү факты буйынса (РФ Енәйәт кодексының 112 статьяһы, 1 бүлеге) ун эш (бишеһе хөкөм ителде), урлашыу факты буйынса (РФ Енәйәт кодексының 158 статьяһы, 1 бүлеге) - 9 (барыһы ла хөкөмгә тарттырылды), законһыҙ рәүештә урман киҫеү факты буйынса (РФ Енәйәт кодексының 260 статьяһы, 1 бүлеге) - дүрт эш ҡаралды. РФ Енәйәт кодексының 260 статьяһының 1 бүлеге буйынса хөкөм ителгәндәрҙең өсөһөнөң суд ҡарары буйынса енәйәт ҡоралдары тартып алынды.
Шуның менән бергә суд тикшереү йомғаҡтары буйынса төрлө сәбәптәр буйынса 27 кешегә ҡарата, шул иҫәптән хөкөм ителеүсенең зыян килтереү менән килешеүенә бәйле - 20 енәйәт эше туҡтатылды.
- Азамат Владимирович, гражданлыҡ эштәре буйынса күберәк судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нимә сәбәп булып тора?
- Әлеге категорияла ҡаралған эштәргә килгәндә, уларҙың күпселек өлөшөн кредиттар һәм займдар буйынса бурыстарҙы түләтеү тураһында дәғүәләр - 707 эш (41%), шулай уҡ һалымдар буйынса бурыстарҙы түләтеү - 424 эш (25%), коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстарҙы түләтеү - 330 эш (19%) тәшкил итә.
Микрокредит компанияларының граждандарға ҡыҫҡа ваҡытҡа (бер айға тиклем) төҙөлгән микрозайм килешеүҙәре буйынса ғаризалары (дәғүәләре) буйынса эштәр һаны айырыуса артты. Займды файҙаланған өсөн проценттар бындай килешеүҙәр буйынса көнөнә 2%ҡа етә (йыллыҡ 730%), ә төп бурыс ун тапҡырға тиерлек артҡан.
Сығарылған ҡарарҙар һәм суд бойороҡтары буйынса юридик берәмектәр һәм физик шәхестәр файҙаһына 43 миллион һумдан ашыу түләтелде. Һалымдар буйынса - 2 миллион һумдан ашыу, урындағы бюджет файҙаһына дәүләт пошлинаһы - 174 мең һум. Судҡа ғариза биргәндә 730 мең һумлыҡ дәүләт пошлинаһы түләтелде.
Иҫерек килеш транспортҡа идара иткән өсөн (РФ Енәйәт кодексының 12.8 статьяһы, 1 һәм 3 бүлектәре) һәм медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн (РФ Енәйәт кодексының 12.26 статьяһы, 1 һәм 2 бүлектәре) 113 машина йөрөтөүсе административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эштәр буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылды. Был уҙған йылға ҡарағанда 72гә кәмерәк. 2017 йылда әлеге категория буйынса эштәр туҡтатылманы.
Алимент түләмәгән өсөн (РФ Енәйәт кодексының 5.35.1 статьяһының 1 бүлеге) 14 кеше йәлеп ителде. Уларҙың барыһы ла мәжбүри эшләтеү төрөндә хөкөмгә тарттырылды.
- Азамат Владимирович, административ хокук боҙоуҙар өсөн суд тарафынан ниндәй язалар билдәләнде?
- 196 кеше (уҙған йылға ҡарата - 42) административ рәүештә ҡулға алынды, 197 кеше (-40) мәжбүри эшкә йәлеп ителде, 409 кешегә (- 169) штраф һалынды, 99 кеше (-72) транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителде. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында барлыҡ эштәр буйынса штрафтарҙың дөйөм суммаһы 3 миллион 433 мең һум тәшкил итә.