Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2018, 14:30

Татыулыҡтың сағыу өлгөһө

Ғәлимулла ағайға, 105 ауылдашы кеүек үк, тыуған Әмир ауылына һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Ғаиләһенең 1942 йылдың ноябрендә рядовой уҡсы Ғәлимулла Хәлитовтың хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында «Ҡара ҡағыҙ» алыу менән өс улдарын - Ғәлим (1,5 йәш), Хәйҙәр (3 йәш) һәм Тимерханды (5 йәш) тәрбиәләү хәстәрлектәре уларҙың әсәләре - 29 йәшлек Зәбиҙә апайҙың иңенә төшөүе аңлашыла.

Барлыҡ һынауҙар һәм ауырлыҡтар аша үткәндә ул күберәк балаларының киләсәге тураһында уйлай. Ике ҡатын - Зәйнәб менән Ғәтиә Мортазиналар менән мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй. Ҡышын мейескә яғалар, йәйен - урманда утын әҙерләйҙәр, белем биреү учреждениеһы хужалығы буйынса башҡа эштәр ҙә башҡаралар. Шулай йылдар артынан йылдар үтә... Сикһеҙ һөйөү, балаларын яҡлау һәм уларҙың тормошон яҡшыртыу өсөн тырышлыҡ уны ғүмер буйына оҙата бара. Эшһөйәрлеге, ғәҙеллеге һәм бөхтәлеге менән башҡаларҙан айырылып тора. Уны улдары ла, килендәре лә ярата, уға һәр яҡлап оҡшарға тырыша.

Өлкән улдары Тимерханға бик иртә олоғайырға тура килә. 12 йәшендә үк әсәһенең беренсе ярҙамсыһы колхоз эшендә ҡатнаша башлай. Тиҫтерҙәре менән улар иген баҫыуҙарында сүп утай, өлкәндәр менән бесән әҙерләй, ә урып-йыйыу барышында уға хатта ат арбаһын да ышанып тапшыралар - баҫыуҙан ашлыҡты ырҙын табағына ғәҙәттә төнгө ваҡытта ташыйҙар.

Стәрлебаш ауылында 8 класс тамамлағандан һуң, аҡса һәм кейем етешмәгәнлектән, үҫмергә уҡыуын ташларға тура килә. Хәҙер иһә 16 йәшлек Тимерхан ныҡлы колхоз эшенә сума. «Бригадир Вәлиулла Дәминев миңә һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы эш таба торғайны», - тип көлә Тимерхан ағай. Ул ат ҡараусы ярҙамсыһы була, ремонт бригадаһы составында малсылыҡ биналарын тергеҙергә ярҙам итә, алыҫ Гөмбәт баҫыуына (Күндерәк ауылынан алыҫ түгел) Күндерәк МТСынан техника өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары ла ташый.

1957 йылдың ноябренән 1960 йылдың декабренә тиклем ул Ҡаҙағстанда армия хеҙмәтен үтә. Төҙөлөш бригадаһы составында Байконур космодромын төҙөйҙәр. Хеҙмәте ваҡытында хисапсы бурыстарын башҡара. Материалдарҙың иҫәбен алып бара, уларҙы контролдә тота, отчеттар яһай һәм бухгалтер эшен һәйбәт үҙләштерә. Ошонда уҡ яуаплы, ышаныс яулап өлгөргән яугирҙе КПСС ағзаһы итеп ҡабул итәләр. Демобилизациянан һуң Тимерхан туған колхозына ҡайта. Төрлө эштәр башҡара. Тирмәнсе, фуражсы, фермала мал ҡараусы, баҫыусылыҡта хисапсы була. 1961 йылда ғаилә ҡора, урындағы һылыуҡай Гөлнисаға өйләнә.

1964-1968 йылдарҙа Мансур Хәсәнов, Рауис Хәлитов, Рауил Хәбибуллиндар менән һауын һыйырҙарҙы көтә.

1968 йылда ике ул үҫтергән Хәлитовтар ғаиләһенең тормошо ҡырҡа үҙгәрә. Партком һәм колхоз етәкселеге тәҡдиме менән Тимерханды Ҡарағош сельпоһына Әмир ауылы магазины мөдире итеп эшкә алалар. Урта белемле тормош иптәше Гөлниса Биктимер ҡыҙы ла ошонда һатыусы булып урынлаша һәм 1994 йылға тиклем хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй. Тимерхан Ғәлимулла улы 1998 йылдан алып хаҡлы ялда. Намыҫлы хеҙмәте һәм байтаҡ йылдар дауамында ауыл ҡулланыусыларын сифатлы хеҙмәтләндергәндәре өсөн ирле-ҡатынлы Хәлитовтар урындағы халыҡ араһында хөрмәт һәм ихтирам яулай. Уларҙың тырыш хеҙмәте Башҡортостан ҡулланыусылар союзы етәкселеге, БАССР Сауҙа министрлығы тарафынан лайыҡлы баһалана. Улар бихисап Маҡтау грамоталары, аҡсалата премиялар менән бүләкләнә, 1975 һәм 1976 йылдарҙа социалистик ярыш йомғаҡтары буйынса еңеүселәр була.

Бәхетле ғаилә төрлө ваҡиғаларға бай тормошта ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Илдар эске эштәр органдарында хеҙмәт итә, хәҙер отставкала, ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй, Илдус - юғары белемле экономист, Нордовкала йәшәй, Мәләүез районының «Ашҡаҙар» хужалығы етәксеһе. Зөлфиә һәм Зинфира ҡыҙҙары - юғары белемле экономистар.

Гөлниса һәм Тимерхан Хәлитовтар бәхетле өләсәй менән олатай, уларҙың туғыҙ ейән-ейәнсәре бар. Кисә, 18 ғинуарҙа, 80 йәшлек оло юбилейы билдәләгән ауылдың хөрмәтле кешеһе, хеҙмәт ветераны Тимерхан Ғәлимулла улы ошондай матур ғаиләһе, һәйбәт дуҫтары, туғандары, күршеләре булғанға яҙмышына рәхмәтле. Бергә татыу ғүмер кисергән тормош иптәше Гөлниса Биктимер ҡыҙына ла ул сикһеҙ рәхмәтле. Сөнки улар 57 йылдан ашыу бергә.

Хәлитовтарҙың татыу ғаиләһенә ныҡлы сәләмәтлек һәм именлек теләйем.

Рәфҡәт БАСИРОВ. Стәрлебаш ауылы.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: