Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2018, 17:21

Граждандарҙы ҡабул итеү

23 ғинуарҙа Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ю.Л.Русанов Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тикшереү идаралығы ҡарамағында булған тәүтикшереү материалдарын һәм енәйәт эштәрен тикшереү буйынса, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәкселеге менән берлектә хеҙмәт хаҡын түләмәү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итә.

Ҡабул итеү Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге бинаһында үтә, адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 7 ноябрь урамы, 100. 10.00 сәғәттә башлана. 8 (3473) 25-10-20 телефоны аша ҡабул итеүгә яҙылырға һәм өҫтәмә мәғлүмәт алырға мөмкин.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы Тикшереү комитеты идаралығының Стәрлетамаҡ район-ара тикшереү бүлеге.
Читайте нас: