2017 йылда районда 175 (207) сабый тыуған, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 32 балаға кәмерәк. Шуларҙың 53ө (57) ғаиләлә тәүге, 65е (94) икенсе, 34е (39) өсөнсө, 11е (9) дүртенсе, 12һе (8) бишенсе һәм артабанғы бала. Был нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең еңел булмаған тормошҡа зарланыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы өсөнсө һәм артабанғы бала табырға ҡурҡмай. Тимәк, күп балалы ғаиләләр арта. Тыуған сабыйҙар араһында, һәр ваҡыттағыса, малайҙар күберәк - 90 (104), ә ҡыҙҙар - 85 (103). Яңғыҙ әсәйҙәрҙән тыуған кескәйҙәр ҙә күбәйгән - 19 (13), ә бына атайлыҡты билдәләү буйынса теркәлгәндәр бер аҙ кәмегән - 14 (18).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2016 йыл менән сағыштырғанда 14 осраҡҡа кәмерәк булһа ла, үлгән кешеләр һаны тыуғандарға ҡарағанда күберәк - 311 (325). 167 (173) ир - егет, 144 (152) ҡатын-ҡыҙ вафат булған. Уҙған йылда суицидтар ҙа булған - 10 (14).
Никахтар бер аҙ күберәк теркәлгән - 123 (121). Шулар араһында 16 йәштән 18 йәшкә тиклемгеләр араһында теркәлгән никахтар - 3 (1), сит ил граждандары менән - 4 (2), теркәү срогын ҡыҫҡартыу менән, йәғни кәләштең йөклө булыуы сәбәпле - 26 (25) һәм ғариза тапшырыу көнөндә (бала тыуыу сәбәпле) - 27 (23). Айырылышыуҙар һаны бер аҙ кәмеүе һөйөндөрә - 60 (70). Атайлыҡты билдәләү - 28 (29), уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа алыу) - 2 (3) һәм фамилия, исем йәки атаһының исемен үҙгәртеү
тураһында 9 (7) акт яҙыуы теркәлгән.