Был осраҡта милекселәрҙең үҙҙәренә биләмәләрҙең сиген билдәләргә һәм ерҙе кадастр иҫәбенә ҡуйырға тәҡдим ителә. Элегерәк ошо ҡанунды үтәмәгәндәрҙең ер биләмәһе тартып алынасағы һәм уларҙың теркәү үткәреү хоҡуғында сикләнәсәге тураһындағы мәғлүмәт тә бирелгәйне. Биләмәһе кадастр картаһында билдәләнмәгән хужаларҙы нимә көтә?
“Росреестр”ҙа аңлатыуҙарынса, ер майҙанының сиген аныҡламау (межа һыҙығын билдәләмәү) милек хоҡуғынан мәхрүм итмәй һәм хужа өсөн бер ниндәй ҙә кире эҙемтә тыуҙырмай.
Беренсенән, “Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында”ғы Федераль закон ер майҙаны хужаларын сиктәрҙе аныҡларға мәжбүр итмәй. Берҙәм дәүләт реестрына индереү-индермәүҙе шулай уҡ милексе хәл итә, был бер ниндәй ваҡыт арауығы менән дә сикләнмәй.
Икенсенән, ошо яңы ҡанун файҙаланыуға ингәнгә саҡлы теркәлгән ер биләмәләре юридик яҡтан ғәмәлгә яраҡлы тип таныла, йәғни әгәр ҙә ерҙе ҡайҙа урынлашыуы тураһындағы мәғлүмәтте талап итмәгән иҫке ҡағиҙәләр буйынса теркәгәнһегеҙ икән, документтарҙы ҡабаттан эшләтеүҙең кәрәге юҡ.
Өсөнсөнән, межа тураһындағы мәғлүмәттең булмауы теркәү хоҡуҡтарын туҡтата алмай. “Ғәмәлдәге ҡануниәт Берҙәм дәүләт реестрында мәғлүмәт бирелгән, ләкин сиктәре ҡануни талаптарға ярашлы билдәләнмәгән ер участкаһын һатыу йәки һатып алыуҙы сикләмәй”, – тип раҫлайҙар “Росреестр”ҙа.
Шулай ҙа хәүеф юҡ түгел. Әгәр ҙә Берҙәм реестрҙа сик тураһындағы мәғлүмәт юҡ икән, күршеләр йәки власть органдары менән бәхәсле хәл тыуыуы мөмкин. Торлаҡ йорт йәки ҡаралтының сит биләмәлә барлыҡҡа килеү осраҡтары ла аҙ түгел. Өфө районында, мәҫәлән, ҡасаба халҡын хеҙмәтләндергән дөйөм юлдың шәхси биләмә аша үтеү осрағы ла билдәле.
Һеҙҙең биләмәнең сиге билдәләнгәнме? Быны Күп функциялы үҙәктең Берҙәм күсемһеҙ мөлкәт реестрында йәки “Росреестр”ҙа, ә тағы ла тиҙерәге уларҙың сайтында асыҡлап була. Әгәр ҙә бирелгән белешмәлә йәки сайттағы бүлектә межа үткәрелмәүе тураһында әйтелһә, кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Биләмәгә һәм башҡарылырға тейешле бурысҡа ҡарап, был хеҙмәт биш мең һумдан алып 30 мең һумға саҡлы төшәсәк. Инженер сик тураһындағы мәғлүмәт күрһәтелгән белешмәне биргәс тә кадастр иҫәбенә баҫыу мотлаҡ. Быны Күп функциялы үҙәктә лә эшләп була.
Ошонан һуң һеҙҙең биләмә дәүләт реестрына индерелә. Шуныһын да онотмаҫҡа кәрәк: асыҡ ҡулланыуҙағы кадастр картаһындағы мәғлүмәттәр йылына бер нисә тапҡыр ғына яңыртыла, шуға күрә һеҙҙең мәғлүмәттәрҙең шунда уҡ сағылдырылмауы ла мөмкин.
"Башҡортостан" гәзитенән.