Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Декабрь 2017, 16:38

Яңы йыл алдынан Хеҙмәт министрлығы түрәләрҙе бүләк бирергә һәм ҡабул итергә ярамағанлығы хаҡында иҫкәртте

Рәсәйҙә түрәләргә бүләк биреү һәм алыу тыйыла. Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдары алдынан бөтә министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ошо хаҡта хат ебәреп иҫкәртте.

Хаттарҙы Рәсәй субъекттарының юғары башҡарма власть органдары, федераль дәүләт органдары, бюджеттан тыш дәүләт фондтары һәм дәүләт корпорациялары алды.
Ведомство сайтында билдәләнеүенсә, вазифалы кешегә бүләк алған өсөн ышанысты юғалтыу менән бәйле эштән ҡыуыуға саҡлы яуаплылыҡ ҡаралған. Бүләк ришәүәт булараҡ иҫәпләнһә енәйәт яуаплылығы янай. Протокол саралар, эш командировкалары һәм башҡа рәсми саралар менән бәйле алынған һәм тапшырылырға тейеш бүләктәргә генә ташлама бирелә.
Ведомство етәкселәре тейешле мәғлүмәтте еткереү маҡсатында хеҙмәткәрҙәре менән шәхсән әңгәмәләшергә, был мәсьәлә буйынса ойошмаларҙың рәсми сайттарында хәбәр урынлаштырыу юлы менән аңлатма эштәрен уҙғарырға тейеш.
"Башинформ" агентлығынан.
Читайте нас: