Бөтә яңылыҡтар
Терроризмға ҡаршы
18 Сентябрь 2019, 11:30

«Торатау» конгресс-холлында йәштәр араһында терроризм һәм экстремизм хәүефен иҫкәртеү буйынса форум үтте

Профилактик сарала халыҡ-ара хеҙмәттәшлек, глобаль, милли һәм төбәк кимәлендә тыныслыҡты тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Форумдың пленар өлөшөндә төрлө ведомство етәкселәре һәм дини ойошмалар вәкилдәре студенттарға терроризмдың интернет киңлектәрендә киң таралауы, экстремистарҙың йәштәрҙе хәүефле ойошмаларға йәлеп итеү ысулдарын еткерҙе.

Бынан тыш, секциялар майҙанында боевиктарға ҡаршы тороу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелде. Белгестәр заман талаптарына ярашлы террориз менән көрәш камиллашырға тейеш тигән һығымтаға килде.

Республика яңылыҡтарынан.
Читайте нас: