Бөтә донъяны тетрәткән Беслан фажиғәһенә ун биш йыл. Ил тарихында ҙур яра булып ҡалған трагедия йөҙәрләгән кешенең ғүмерен өҙә. Террористар ҡулынан һәләк булған фәрештәләрҙе иҫкә алып бөгөн республикала хәтер акциялары ойошторола.
Мәктәп уҡыусыларына террористарҙың аяуһыҙлығы, яуызлығы тураһында боевиктарҙы юҡҡа сығарыуға күп күс һалған хәрбиҙәр һөйләй. Улар Чечен республикаһында, Афғанстанда террорға ҡаршы көрәш алып барған хеҙмәткәрҙәр.
Террорға ҡаршы саралар дәүләт кимәлендә лә үтте.
Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге белгестәре депутаттар, төрлө ведомство вәкилдәре менән берлектә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү ойошторҙо. Осрашыу барышында интернетта террор һәм экстремизм идеологияларына ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәштәр менән профилактик эште көсәйтеү мөһимлеге билдәләнде.
Илдең күп төбәктәрендә 3 сентябрҙә терроризм ҡорбандарын иҫкә алып шәмдәр яндырыла, һауаға аҡ күгәрсендәр осорола. Өфөлә хәтер көнөндә 334 ҡош күккә юлланды. Һәр күгәрсен «Беслан балаларына» бағышланған. Һәр күгәрсен фәрештәгә тиң.
Республика яңылыҡтарынан.