Бөтә яңылыҡтар
Терроризмға ҡаршы
5 Сентябрь 2018, 19:50

Хәтер шәмдәрен ҡабыҙайыҡ!

3 сентябрҙә Рәсәйҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнде. Был көн 2004 йылда Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы фажиғәгә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине...

Рәсәйҙә һуңғы сирек быуатта территористик агрессияның йөҙҙәрсә акцияһы булды. Был көн терроризм кеүек ҡот осҡос күренештәргә ҡаршы көрәштә йәмәғәт берҙәмлеген символлаштыра. Тотош ил халҡы Бесланда, Дубровкала театр үҙәгендә, Будденовск, Первомайскийҙа һәм Мәскәү, Буйнакс һәм Волгодонскта торлаҡ йорттар шартлағанда, башҡа йөҙҙәрсә террористик акттарҙа террористар ҡулынан вафат булған меңдәрсә ватандаштарыбыҙҙы иҫкә алды.
Был көндө тотош илдә хәтер акциялары үтте. Беҙҙең район да ситтә ҡалманы. Мәктәп уҡыусылары, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы студенттары, һәм битараф булмағандар Еңеү паркында йыйылды. Был көндө күңелгә үтеп инерлек шиғырҙар, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә саҡырыусы йырҙар яңғыраны. Бер минут тынлыҡтан һуң, акцияла ҡатнашыусылар шәмдәр ҡабыҙҙы. Был бәләкәй генә уттар террористар ҡулынан һәләк булған ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмере өҙөлөүе тураһында хәтерләтеп торасаҡ.
Террорға ҡаршы комиссия - 8 (347) 233-44-55.
РФ Федераль имелек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы- 8 (347) 251-21-11.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы - 8 (347) 128, кеҫә телефонынан – 128.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы – 8 (347) 233-99-99.
Берҙәм номер буйынса ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу – 112.
Янғын хеҙмәте, берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте – 01, 2-23-80 (беҙҙең район буйынса), кеҫә телефонынан – 010.
Полиция – 02, 2-20-80, кеҫә телефонынан – 020.
Ашығыс ярҙам – 03, 2-23-80, кеҫә телефонынан – 030.
Район газ хеҙмәтенең диспетчерлыҡ бүлеге – 04, 2-24-70, кеҫә телефонынан – 040.

Лиана ЙӘРМИЕВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: