Бөтә яңылыҡтар
Терроризмға ҡаршы
18 Июль 2018, 16:01

Терроризм – заман бәләһе

Халыҡ араһында терроризмға ҡаршы иғтибарҙы арттырыу, террор хәүефен һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу маҡсатында, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарығыҙға республика хоҡуҡ һаҡлау органдарының бәйләнеш һәм ышаныс телефондары тураһында мәғлүмәт еткерәбеҙ.

Һәр ваҡыт уяу булырға. Таныш булмаған кешеләр, уларҙың үҙ-үҙәрен дөрөҫ тотмау күренешен күрһәгеҙ ата-әсәләргә, уҡытыусыларға, тәртип һаҡлау органдарына хәбәр итегеҙ.
Хәүефте ваҡытында һиҙеп, кисекмәҫтән сара күреү үҙеңдең һәм тирә-яҡтағы халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итер. Йортоңда, подъезда таныш булмаған кешеләр йөрөүен, күрше фатирҙа ваҡытлыса йәшәгән шикле ир-аттар, урамда, мәктәптә, уйын майҙансыҡтары янында сәйер әҙәмдәрҙе күрһәгеҙ, ташлап кителгән автомобиль ултырһа, хужаһыҙ йәшник, сумка йә иһә башҡа хәүефле әйбер ятһа, шунда уҡ полиция участка уполномоченныйына, полиция пунктына, үҙ микрорайоның, ауылыңдағы вазифалы кешегә хәбәр итергә кәрәк. Бик булмаһа, ошо мәғлүмәт хаҡында күршеләреңә, туғандарыңа, таныштарыңа һөйләргә мөмкин.
Террористик акт башҡарылған осракта, һеҙгә зыян килмәһә, башҡаларға ярҙам итергә тырышығыҙ. Илдә, бөтә донъяла арабыҙҙа уҫал ниәтле кешеләр һаны йылдан-йыл арта бара. Уларҙың насар ғәмәлдәре арҡаһында бер ғәйепһеҙҙәр, бәхетһеҙлек осраҡтарына дусар булып, шатҡай зыян күрә, шул ваҡытта ҡайһы берҙәренең сәләмәтлегенә зыян килә, хатта ғүмерҙәре лә өҙөлә.
Хәүеф тураһында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә кеҫә телефонынан "112" номеры аша хәбәр итергә була.

***

Террорға ҡаршы комиссия - 8 (347) 233-44-55.

РФ Федераль имелек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы- 8 (347) 251-21-11.

БР буйынса Эске эштәр министрлығы - 8 (347) 128, кеҫә телефонынан – 128.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы – 8 (347) 233-99-99.

Берҙәм номер буйынса ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе саҡырыу – 112.

Янғын хеҙмәте, берҙәм дежур диспетчерлыҡ хеҙмәте – 01, 2-23-80 (беҙҙең район буйынса), кеҫә телефонынан – 010.

Полиция – 02, 2-20-80, кеҫә телефонынан – 020.

Ашығыс ярҙам – 03, 2-23-80, кеҫә телефонынан – 030.

Район газ хеҙмәтенең диспетчерлыҡ бүлеге – 04, 2-24-70, кеҫә телефонынан – 040.
Читайте нас: