Төрлөһөнән
31 Марта 2021, 15:30

Табип саҡырыу номеры үҙгәрә

1 апрелдән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Контакт-үҙәге 1301 номерын берҙәм бушлай шылтыратыу номерын 122 гә алмаштыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Шылтыратҡас, көтөү ваҡыты бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерҙарға шылтыратыуҙар тарифланмай. Иртәнге сәғәт һигеҙҙән киске етегә тиклем табипҡа яҙылыу, табипты өйгә саҡырыу, вакциналауға яҙылыу мәсьәләләре буйынса шылтыратырға була.
Белгестәргә яҙылыуҙың башҡа ысулдары ла бар — регистратурала, табип кабинетында, инфокиосктар, телефон һәм интернет аша.
Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Читайте нас